Родригес Мартинес Мириам
Родригес Мартинес Мириам (5 февраль 1960 йыл — 10 май 2017 йыл) — Мексика хоҡуҡ яҡлаусыһы.[3][4][5] Ҡыҙын урлап үлтергәндән һуң «Child Parents Missing» («Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ата-әсәләре») ойошмаһына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Мириамды 2017 йылдың 10 майында йорттарына баҫып ингән боевиктар үлтерә[6]
Родригес Мартинес Мириам | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Мексика[1] |
Тыуған көнө | 5 февраль 1960 |
Тыуған урыны | Сан-Фернандо[d], Тамаулипас[d], Мексика |
Вафат булған көнө | 10 май 2017[1] (57 йәш) |
Вафат булған урыны | Сан-Фернандо[d], Тамаулипас[d], Мексика[2] |
Һөнәр төрө | хоҡуҡ яҡлаусы |
Тормош юлы
үҙгәртергәМириам Элизабет Родригес Мартинес Мексиканың Сан-Фернандо ҡалаһында йәшәй. Ул иң ҡырыҫ райондарҙың береһендә урынлашҡан. Хөкүмәттең мәғлүмәттәренә ярашлы, илдең был төбәгендә хәбәрһеҙ юғалыусылар һаны иң күбе[7].
Мириамдың ҡыҙы, Карен Алехандра Салинас Родригес, 2012 йылда юғала[8]. Ике йылдан һуң, 2014 йылда, ул ҡыҙының кәүҙәһен таба[9]. Ҡатын Colectivo de Desaparecidos de San Fernando (Юғалғандар өсөн хәрәкәт) төҙөй.
Мириам шулай уҡ «Лос-Сетас» наркокартеленең ирен урларға маташыуына юл ҡуймай. Ул банда ағзаларын үҙенең машинаһында эҙәрлекләй һәм был турала армияға хәбәр итә, улар һуңынан енәйәтселәрҙе ҡулға ала[10]. Әммә, уның ҡыҙының эштәре буйынса ҡулға алынып ғәйепләнеүселәрҙең береһе төрмәнән ҡаса[11].
Мириам Родригестың үҙенең бер интервьюһында уны янауҙары, әммә урындағы властың уны яҡламауы тураһында белдерә[7]. Ҡыҙын эҙләү менән бер рәттән Мириам Мартинес Родригестың балалары юғалған башҡа ата-әсәләргә ярҙам итә. Артабан был хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте Colectivo de Desaparecidos (The Vanished collection) ойошмаһына әүерелә.
Мириам Мартинес Родригес 2017 йылдың 10 майында, Мексика Әсә көнөн билдәләгәндә үлтерелә.[12][13][14] Уның йортона боевиктар баҫып инә. Мириам ауыр йәрәхәттәренән мандый алмай, дауаханаға алып барғанда юлда вафат була[15].
Хоҡуҡ яҡлау хәрәкәтенең үҫеше
үҙгәртергәМексиканың Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһы был ваҡиғаны тулыһынса тикшерергә саҡыра.
Мириам Мартинес Родригестың 2012 йылда көс ҡулланыу ҡорбаны булған 600 ғаиләне берләштерә.
Ул ойошторған ғаиләләр төркөмө — 2014 йылдың октябрендә Герреро штатының педагогия колледжының 43 уҡыусыһы хәбәрһеҙ юғалғандан һуң киңерәк ҡолас алған хәрәкәтең бер өлөшө. Хәҙер Мексикала кәм тигәндә 13 шундай төркөм бар[10].
2017 йылдың 10 майында Мириам Элизабет Родригес Мартинесҡа теләктәшлек белдереүселәр Мексика һәм Америка Ҡушма Штаттары хөкүмәттәренән хоҡуҡ яҡлаусыларҙың штәрен яҡлап сығыш яһаусыларҙың именлеген тәьмин итеүҙе талап итә[16][17][18][19][20][21].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Mexican woman who uncovered cartel murder of daughter shot dead (ингл.) // The Guardian — United Kingdom: GMG, 2017. — ed. size: 107899 — ISSN 0261-3077
- ↑ Villegas P. Gunmen Kill Mexican Activist for Parents of Missing Children (ингл.) // The New York Times / J. Kahn — Manhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 2017. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ Miriam Rodriguez Martinez – HRD Memorial (билдәһеҙ). Дата обращения: 11 март 2020.
- ↑ Miriam Rodríguez Martínez Archives (билдәһеҙ). SilverbirdTV. Дата обращения: 11 март 2020. 2021 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Miriam Rodriguez Martinez, Lord Soulsby of Swaffham Prior, Peter Sallis, Lady Anne Piper, Jiri Belohlavek from Last Word (ингл.). www.stitcher.com. Дата обращения: 13 март 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ Mexican woman who uncovered cartel murder of daughter shot dead, The Guardian (12 May 2017). 9 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ 7,0 7,1 Gunmen Kill Mexican Activist for Parents of Missing Children, nytimes (12 May 2017). 9 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ Villegas. Gunmen Kill Mexican Activist for Parents of Missing Children (en-US), The New York Times (12 май 2017). 8 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ Obituary: Miriam Rodríguez Martínez died on May 10th, The Economist. 8 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ 10,0 10,1 Укрінформ У Мексиці вбили очільницю групи з 600 сімей, що шукають зниклих родичів (укр.). Дата обращения: 12 май 2017.
- ↑ depo.ua У Мексиці застрелили жінку за розслідування вбивства доньки (укр.). Дата обращения: 12 май 2017.
- ↑ La trágica historia de la madre que fue ejecutada luego de encontrar a los asesinos de su hija (билдәһеҙ). Infobae (10 май 2019). Дата обращения: 9 март 2020.
- ↑ Miriam Elizabeth Rodriguez Martinez . www.occrp.org. Дата обращения: 13 март 2020.
- ↑ OHCHR | Mexico: UN rights experts strongly condemn killing of human rights defender and call for effective measures to tackle impunity . www.ohchr.org. Дата обращения: 13 март 2020.
- ↑ La trágica historia de la madre que fue ejecutada luego de encontrar a los asesinos de su hija (билдәһеҙ) (10 май 2019). Дата обращения: 9 март 2020.
- ↑ Justice for Miriam Rodriguez (ингл.). Дата обращения: 9 март 2020.
- ↑ Instalan comité de seguridad pro activistas (исп.). El Universal (19 май 2017). Дата обращения: 13 март 2020.
- ↑ Mum who probed daughter's death is killed (en-GB) (12 май 2017).
- ↑ Tag: Miriam Rodriguez Martinez (билдәһеҙ). The Ghana Star. Дата обращения: 13 март 2020.
- ↑ Miriam Rodriguez Martinez . El Universal. Дата обращения: 14 март 2020. 2021 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ wola The murder of activist Miriam Rodríguez in Mexico highlights the dangers faced by mothers and families searching for their disappeared relatives (билдәһеҙ). WOLA (16 май 2017). Дата обращения: 13 март 2020.