Рогожкино (Аҙау районы)
Рогожкино — Рәсәйҙең Ростов өлкәһенең Аҙау районы утары. Рогожкино утары Ростов өлкәһе Рогожкино ауыл биләмәһенең үҙәге булып тора. Халҡы — яҡынса 1000 кеше.
Утар | |
Рогожкино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Николенко Рита Владимировна |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы |
1000 тирәһе кеше |
Телефон коды |
+7 86342 |
Почта индексы |
346743 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Утар башлығы (ауыл биләмәһе башлығы) — Николенко Рита Владимировна[1].
Тарихы
үҙгәртергәАуылға 1838 йылда нигеҙ һалынған[1].
Географияһы
үҙгәртергәУтар Дон йылғаһы тармағы Ҙур Кутерьма ҡултығының уң ярында урынлашҡан.
Яҡындағы ҡалаларға тиклем алыҫлыҡ
үҙгәртергәТорлаҡ пункт | Алыҫлыҡ | |
---|---|---|
1 | Аҙау ҡалаһы | 14,2 км |
2 | Дондағы Ростов ҡалаһы | 41,2 км |
3 | Батайск ҡалаһы | 46,0 км |
4 | Таганрог ҡалаһы | 50,3 км |
5 | Аҡсай ҡалаһы | 58,5 км |
Урамдары
үҙгәртергә2004 йылда урамдарҙың береһе асфальтланған[2].
|
|
|
Инфраструктураһы
үҙгәртергәРогожкино утарында мәктәп, китапхана, мәҙәниәт йорто, 3 магазин, ресторан, үҙенең профсоюзы менән балыҡ артеле[3] кәмә станцияһы[4], почта[5], һыу инеү өсөн пантон[6], «Рогожкино» ҡунаҡханаһы бар[7]. Ауылға газ, электр үткән, һыу үткәргес[8] һәм телефон бар[9].
-
Азовмежрайгаз
-
Администрация
-
Фельдшер-акушер пункты
-
мәҙәниәт йорто
-
Бөйөк Ватан һуғышы мемориалы
-
Бөйөк Ватан һуғышы мемориалы (табличка)
-
Кәмә станцияһы
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәРогожкино утарына бай археологик ҡомартҡы насип булған. Унан 2,2 км көнсығышта һуңғы бронза осоронда «Бубнов Ерик» археологик комплексҡа ингән өс ауыл булған. Был ауылдарҙа төрлө боронғо күсмә халыҡтар йәшәгән. Тарихсылар ауылды оҙайлы период, б.э.тиклем IV меңйыллыҡтан X быуатҡа тиклемге тип даталайҙар.[10]. Урта быуаттарҙа бында огуз ҡәүемдәре төпләнә, улар араһында балыҡсылыҡты, малсылыҡты һәм игенселекте берләштереүсе комплекслы хужалыҡ алып барған төркөмдәр була. Тап огуздарҙың булыуы XII быуатта яңы ултыраҡ ауылдарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән, моғайын. Ауыл «Дон дельтаһы» тәбиғәт һәм тарихи-археологик комплекстың бер өлөшө булып тора. Ул дәүләт һаҡлауы аҫтында, сөнки Рәсәй Федерацияһының урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫы тип танылған[11].
Утарҙың уртаһында, фельдшер-окушер пункт һәм мәктәп баҡсаһы эргәһендә[12] төрлө мәҙәни ҡатламдарҙа археологтар беҙҙең эраның беренсе мең йыллығына ҡараған ауылдар төркөмөн табалар[13]. Бында үҙенсә уникаль комплекс һәм юрта һымаҡ торлаҡ тикшерелә.
Утарҙың көнсығышында Кабачный йырыны һәм Рогожкино балыҡ хужалығы быуалары араһында тупраҡ ҡәберлек (грунтовый могильник) табылған[14]. Бер нисә бер кешелек тупраҡ һәм ҡурған ҡәберлеге билдәле. Уларҙың береһе, һыбайлы ҡәберлеге[15].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Рогжкинское сельское поселение на официальном сайте администрации Азовского района 2017 йыл 20 февраль архивланған.
- ↑ Есть дорога и в Рогожкино
- ↑ Рогожкино на Где24ру. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Форум о рыбалке
- ↑ Рогожкино Outdoors 2013 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑ Пантон для купания(недоступная ссылка)
- ↑ Гостиница «Рогожкино»(недоступная ссылка)
- ↑ Участок в селе Рогожкино 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Дом в Рогожкине
- ↑ Объекты археологии Азовского района . Кладоискатель. Ростовская область. Дата обращения: 8 февраль 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100280000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100275000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100274000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100276000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Архивный отдел администрации муниципального образования. Ейский район. Большой ромбит. Сборник статей по истории и исторической географии Восточного Приазовья. — Ейск, 2010. — С. 14. — 167 с.