Роберт Барани
Ро́берт Ба́рани (Барань, мадьярса Róbert Bárány; 22 апрель 1876 йыл, Рехниц, Австро-Венгрия империяһы — 8 апрель 1936 йыл, Уппсала, Швеция) — оториноларинголог, милләте буйынса — венгр. Физиология һәм медицина буйынса 1914 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
Роберт Барани | |
мадьярса Róbert Bárány | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рехниц, Австро-Венгрия, ныне Рехниц, Бургерланд, Австрия |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
исследователь вестибулярного аппарата |
Награда һәм премиялары | |
Автограф | |
Биографияһы
үҙгәртергәСығышы менән Венгриялағы Варпалота ҡалаһынан банк хеҙмәткәре Игнац Барани (Ignácz Bárány) менән Марии Хок (Marie Hock, р. 1853) ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Мария Хок— Прага тарихсыһы һәм журналисы , Гаскала (йәһүд мәғрифәтселәр хәрәкәте) ағзаһы Шимон Хок (1815—1892) ҡыҙы[6] Бала саҡта һөйәк туберкулезы менән сирләп, сатан булып ҡала, был хәл уның медицина менән ҡыҙыҡһыныуын көсәйтә.
Вена университетының медицина мәктәбендә уҡый, 1900 йылда медицина докторы дәрәжәһен ала (диссертацияһы ритмик нистагмға бағышлана). Тикшеренеүҙәр барышында ул уйлап тапҡан механизм хәҙер Барани кәнәфийе(ултырғысы) тип атала.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Роберт Барани Австрия армияһында хирург булып хеҙмәт итә, рус армияһына әсирлеккә төшә. 1914 йылда, вестибуляр аппарат менән бәйле тикшеренеүҙәре өсөн уға Нобель премияһы бирелгәндә, Роберт Барани хәрби әсирҙәр лагерында була. 1916 йылда Ҡыҙыл Тәре халыҡ-ара ойошмаһы һорауы буйынса уны азат итәләр. 1917 йылдан 1936 йылда вафат булғансы ул отоларингология Уппсала университетының отоларингология факультетының профессоры була.
Роберт Барани менән Ида Бергерҙың улдары билдәле ғалимдар: Швеция офтальмологы һәм физиологы Эрнст Барани (швед. Ernst H. Barany, 1910—1991)[7] һәм Швеция гастроэнтерологы Франц Р. Барани (1914); ҡыҙҙары — психиатр һәм психоаналитик Ингрид Барани Гиффорд (ингл. Ingrid Barany Gifford, 1918—2003), АҠШ-та йәшәгән.
1974 йылғы Швеция почта маркаларында, 1976 йылғы Австрия һәм 1988 йылғы Венгрия маркаларында фотоһүрәте төшөрөлгән .[8][9]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118904728 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Холмгрен Г. (unspecified title) — Б. 716.
- ↑ Robert Barany // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Барани Роберт // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Holmgren G. (unspecified title) — Б. 716.
- ↑ Шимон Хок (Simon Hock) рабби Иегуда Лейба Шлезингер Прага ешиваһын тамамлаған, учеником основателя йәһүд историографияһына нигеҙ һалыусы Леопольд Цунц уҡыусыһы. Allgemeine Zeitung des Judenthums һәм Der Orient гәзиттәрендә эшләй; урта быуаттағы Прага эпитафияларын өйрәнеүсе.
- ↑ Ernst Barany
- ↑ Geeta Gore, J. V. Pai-Dhungat. Medical Philately // Journal of the Association of Physicians of India. — September 2013. — Vol. 61. — P. 679.
- ↑ Albert Mudry. Robert Barany (1876-1936) // J Neurol Neurosurg Psychiatry. — 2000. — DOI:10.1136/jnnp.68.4.507