Рифәғилек(ғәр. الرفاعية‎; рус. Рифаия) — иң боронғо суфый тәриҡәттәренең береһе, Әхмәт әр-Рифәғи тарафынан XII быуатта нигеҙләнгән. Тәриҡәт ғәрәп Урта Көнсығышында зекер ярҙамында яуыз рухтарҙы экзорцистик ҡыуыу практикаһы аша билдәлелек ала.

Рифәғилек
ғәр. الرفاعية

рифәғиҙәр зекере
Дин:

ислам

Ағым:

сөнниҙәр

Нигеҙләнгән:

XII век

Нигеҙләүсе:

Әхмәт әр-Рифәғи

Илдәр:

Мысыр һ.б.

Төбәктәр

Яҡын Көнсығыш, Анатолия һәм Балҡан ярымутрауы

Союзниктар:

суфыйҙар

Тәриҡәт үҙенең исемен уның нигеҙ һалыусыһы Әхмәт әр-Рифәғи исеменән ала. Уның эйәрсендәрен ҡайһы берҙә әхмәҙиселәр һәм батаиһиҙар тип атайҙар. Әхмәт әр-Рифәғи (ваф. 578/1182) шәфиғи мәҙһәб хоҡуҡ белгесе була. Ул Ираҡтың көньяғында Батаихта йәшәй. Суфыйлыҡта уның тәүге уҡытыусылары ағаһы Мансур әл-Батаихи (ғәр. منصور البطائحي‎) һәм Ғәли әл-Уасити була.

Әхмәт бер нисә әҫәр яҙа[1].

Был тәриҡәткә эйәреүселәр Яҡын Көнсығышта, Мысырҙа, Анатолияла, Балҡанда һәм мосолман донъяһының күп кенә төбәктәрендә йәшәй. Рифәғиҙәр тураһында билдәле ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута хәбәр итә [1].

Тәғлимәте

үҙгәртергә

Рифәғиҙәр кешенең етешһеҙлектәре һәм нәфселәре менән зекер ярҙамында көрәшә. Заһитлыҡ һәм бикләнеү практикаһы (Khalwa) уларҙа — ҡырҡ көн, әгәр был мөхәррәм айында булһа - ете көн дауам итә. Яңғыҙлыҡ ваҡытында мөриттәр йыш тәһәрәт>ләнә, ураҙа тота, ит ашамай һәм бер нәмә лә уларҙы ғибәҙәт ҡылыуҙан ситләштерә алмаҫлыҡ тынлыҡ булған ерҙә урынлаша[1].

Рифәғиҙәр ҡара сәллә кейә, ә йыйылыштарында намаҙлыҡтарҙа ултыра. Улар литавралар һәм барабандар ҡағып, көслө тауышлы зекерҙәр башҡара. Ибн Баттутта шаһитлығы буйынса, зекер ваҡытында улар утҡа бирешмәй, быяла сәйнәй һәм йыландар менән уйнай ала[1].

Тәриҡәттең бер нисә тармағы бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. [655 Рифаиты] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.