Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы

тарихсы-ғалим, хәрби хеҙмәткәр, юғары һәм урта һөнәри мәктәп уҡытыусыһы
(Рифмир Мардамшин битенән йүнәлтелде)

Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы (9 февраль 1954 йыл) — ғалим-тарихсы, комсомол һәм именлек органдары хеҙмәткәре, юғары хәрби һәм урта һөнәри мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995). Отставкалағы подполковник.

Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, тарихсы, хәрби хеҙмәткәр, директор
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Ғәскәр төрө KGB һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За безупречную службу» I степени медаль «За безупречную службу» II степени медаль «За безупречную службу» III степени юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Биографияһы

үҙгәртергә

Рифмир Рәхмәтулла улы Мәрҙәмшин 1954 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуған.

Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә һәм 1975 йылда уны, «тарихсы», «тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы» тигән юғары һөнәри белем алып, уңышлы тамамлай.

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылдың авгусында Әбйәлил районы Асҡар урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай.

1978 йылдың ғинуарында ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының икенсе секретары итеп һайлана. Ошо йылдың октябрендә ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына инструктор итеп үрләтелә.

1979 йылдың авгусында, запастағы офицер булараҡ, СССР Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм рота командиры урынбаҫары вазифаһында ике йыл хеҙмәт итә.

1981 йылдың сентябрендә ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм район комсомол ойошмаһы менән ике йылға яҡын етәкселек итә.

1983 йылдың июнендә Рифмир Мәрҙәмшин СССР Дәүләт именлеге комитеты органдарына хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм, төрлө кимәлдәге яуаплы вазифаларҙа эшләп, 2002 йылдың февралендә подполковник дәрәжәһендә запасҡа сыға.

1995 йылда «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Артабан 2005 йылдың сентябренә тиклем «ЭНГ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт генераль директорының именлек буйынса урынбаҫары булып эшләй.

Бер үк ваҡытта 2003—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский ҡалаһындағы филиалында өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларын башҡара, ә 2007—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Октябрьский филиалында кафедра мөдире.

2011 йылдың июленән бөгөнгө вазифала: Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры[2] .

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғалим-тарихсы Рифмир Мәрҙәмшиндың фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан Республикаһы именлек органдары тарихына арналған. Быға тиклем киң йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡала килгән теманы асыҡлауға ниндәйҙер өлөш индереү маҡсатында тарих фәндәре кандидаты рус телендә өс күләмле китап баҫтырып сығарҙы. Был йүнәлештәге эштәрен әле лә дауам итә.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Органы государственной безопасности на территории Башкирии: история в портретах. Уфа: 2015. — 272 с. УДК 94, ББК 67.401
  • Руководители органов госбезопасности Советской Башкирии. 1918—1945 годы. Октябрьский: 2013. — 187с. УДК 94, ББК 67 398
  • Личность в истории.: Учебник, Уфа: УГАЭС, 2011. — 137 с. УДК 94(47), ББК63.3 (2-8)[3]
  • Башкирская чрезвычайная комиссия. Уфа: Китап, 1999. — — 188, [1] с. : ил., портр.; 20 см; ISBN 5-295-02630-2[4]

Мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • Правовое регулирование деятельности Башкирской чрезвычайной комиссии // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2004. — Том Т. 9, № 4. — С. 71-74. — (Страницы истории). — Библиогр.: с. 74 (13 назв.) ББК 67.401.213 (2Рос. Баш)[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалдары
  • СССР Ҡораллы Көстәренә — 70 йыл миҙалы
  • «Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреү лидеры» Маҡтау билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы
  • ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Маҡтау грамотаһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә