Баҡыев Рим Сәғит улы

(Рим Сагитович Бакиев битенән йүнәлтелде)

Баҡыев Рим Сәғит улы (4 ғинуар 1939 йыл) — Башҡортостандың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (1999–2003), Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1976) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.

Баҡыев Рим Сәғит улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе
Флаг
Флаг
1994 йыл октябрь — 1999 йыл ғинуар
Президент: Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы
Алдан килеүсе: Анатолий Яковлевич Копсов
Дауамсы: Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы
 
Тыуған: 4 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (85 йәш)
Башҡорт АССР-ы Благовещен районы Яңы Турбаҫлы ауылы
Белеме: Башҡорт дәүләт аграр университеты
 
Наградалары:
Почёт ордены — 1999 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1986 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1976

Биографияһы

үҙгәртергә

Рим Сәғит улы Баҡыев 1939 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Благовещен районы Яңы Турбаҫлы ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университеты) инженер-механик һөнәре буйынса 1963 йылда тамамлаған һәм йүнәлтмә менән Өфө районына эшкә ебәрелгән. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге:

  • 1963—1974 йылдар — Өфө һәм Благовещен районы хужалыҡтарында инженер-механик һәм баш инженер.
  • 1974—1990 йылдар — Благовещен районы «Степановка» совхозы директоры.
  • 1990—1991 йылдар — Благовещен район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1991—1993 йылдар — «Башкирскптицепром» ҡошсолоҡ предприятиелары берләшмәһенең генераль директоры.
  • 1993—1994 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары.
  • 1994—1999 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры.
  • Вазифаһынан үҙ теләге менән бушатыла һәм йәше буйынса хаҡлы ялға китә. Башҡортостан Республикаһы Именлек Советының һәм Республика Президент Советының даими ағзаһы була.

Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1990 йылда Благовещен район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған Рим Баҡыев, ул ваҡыттағы ҡанундар нигеҙендә, төп эшенән айырылмай, РСФСР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлана, 1993 йылда вәкәләтлектәре тамамланғансы «Суверенитет һәм тигеҙлек» фракцияһы ағзаһы була.
  • 1995 йылдың 5 мартында шулай уҡ төп эшенән айырылмай Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Вәкилдәр палатаһы депутаты итеп һайлана.
  • 1999 йылдың 19 декабрендә «Ватан — Бөтөн Рәсәй» һайлау блогының федераль исемлеге буйынса Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. Депутатлыҡ вазифаларын тормошҡа ашырған йылдарҙа Дәүләт Думаһының Экология буйынса комитетында рәйес урынбаҫары булып эшләй, «Ватан — Бөтөн Рәсәй» фракцияһы ағзаһы булып тора.
  • «Ватан» Бөтөн Рәсәй сәйәси йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе.
  • Башҡортостан Республикаһы Ветерандар советы президиумы ағзаһы.

Ябай ауыл егете Рим Баҡыев — колхоздың баш инженеры вазифаһынан республика хөкүмәте етәксеһе һәм Рәсәйҙең закондар сығарыусы юғары органы депутатына тиклем емешле хеҙмәт юлы үткән һәм Башҡортостанда ғына түгел, бөтөн ил күләмендә киң билдәле шәхес. Бар тормош юлы ХХ быуаттың икенсе яртыһына тура килгән һәм дөйөм мәнфәғәт өсөн үҙенең бар тырышлығын һалған шәхес булараҡ ул тарихта үҙенең ныҡлы һәм лайыҡлы урынын алған. «Башҡортостан» гәзитендә уның тураһындағы «Түрәләр шундай булһын» исемле мәҡәләһендә журналист Әнүәр Сөләймәнов билдәләүенсә, "республикабыҙ халҡының ҙур ихтирамын яулаған үтә тыйнаҡ, хөрмәтле шәхес, ер улы Рим Сәғит улы үҙенең 75 йыллыҡ күркәм юбилейын «Что помню и люблю» исемле китабын яҙып ҡаршылай. Унда шундай юлдар бар: «Мин яҙмышыма зарланмайым: тормошта нимәгә ынтылдым, шуға өлгәштем. Был әҙме-күпме, әйтә алмайым. Нисек кәрәк тип иҫәпләнем, шулай йәшәнем. Ниндәй эштәр генә булмаһын, һәммәһен дә халҡым, яҡташтарым өсөн тип, ихлас башҡарҙым. Мин уларҙы бөгөн дә онотмайым…» («Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 18 ғинуар). Быға өҫтәп бары шуны ғына әйтергә була: Рим Баҡыевтың үҙе башҡарған эштәре лә халыҡ тарафынан онотолмай. Бындай оло хөрмәткә ул бала сағынан уҡ төплө юл ала. Биш балалы — өс ул һәм ике ҡыҙ булған — ябай ғаиләлә ул — иң олоһо. Аталары ике һуғышта ҡатнаша, яҡындары янына ете йылдан һуң ғына ҡайта. Әсәһе Ғәфиә Ҡотләхмәт ҡыҙы хәтерләүенсә, Рим бәләкәйҙән үк теремек, эшсән, уҡыуға һәләтле булып үҫкән. «Бурандарҙа күршеләге Яңы Александровка мәктәбенә башына шәл урап булһа ла барҙы, әммә дәрес ҡалдырманы. Яҡшы уҡыны», ти ул.

Егет спортҡа ла һәләтле була. ауыл хужалығы институтында уҡығанда, саңғы буйынса республика, Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай, «СССР-ҙың спорт мастеры» нормативын үтәй.

1963 йылда институт тамамлап, юлланма менән Өфө районының «Рәсәй» колхозында баш инженер булып үҙ аллы эш башлаған Рим Баҡыев 1967 йылда Благовещен районының «Степановка» совхозына баш инженер итеп күсерелә, ә тағы ла алты йылдан ошо оло хужалыҡтың директоры итеп тәғәйенләнә. Уның 17 йыл етәкселек итеүе осоронда совхоз республикала алдынғылар рәтенә сыға. Малдарҙан артым алыу, һөт һауыу буйынса уға тиңләшеүсе булмай. Хужалыҡтың алдынғы һауынсыһы, Башҡортостанда ғына түгел, бар Советтар Союзында билдәлелек алған Социалистик Хеҙмәт Геройы Эльвира Гулина нәҡ ошо ваҡытта һәр һыйырҙан йылына ете мең килограмм һөт алыуға өлгәшә. «Степановка» совхозы, Бөтә Союз һәм Рәсәй ярыштарында күп тапҡырҙар еңеп сығып, алдынғы тәжрибә мәктәбенә әүерелә, күп бүләктәргә лайыҡ була. Хужалыҡ етәксеһе Рим Баҡыев 1976 йылда «Почёт билдәһе», 1986 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, КПСС-тың ХХVII съезына делегат итеп һайлана.

1990 йылда Рим Баҡыев КПСС-тың Благовещен район комитетының беренсе секретары һәм район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана, 1991—1993 йылдарҙа «Башкирскптицепром» ҡошсолоҡ предприятиелары берләшмәһенең генераль директоры булып эшләй. Был вазифаларҙа үҙ етәкселек тәжрибәһен тағы ла байыта. Был уға алдағы алты йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең башлығының ауыл хужалығы өсөн яуаплы беренсе урынбаҫары һәм Хөкүмәт етәксеһе итеп үрләтелеүенә ныҡлы нигеҙ була.

Республика Хөкүмәтенә Рим Сәғит улы төрлө ҡатмарлыҡтарға бай булған ХХ быуаттың 90-сы йылдарында етәкселек итте һәм үҙен бар яҡтан етешкән, тәжрибәле һәм оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте. Ул ауыл хужалығының эшмәкәрлеген ойоштороуҙа һәм уның менән идара итеүҙә киҫкен үҙгәрештәргә ҡаршы булды, ауылда йәшәүселәр өсөн барлыҡ сикләүҙәрҙе һәм кәртәләрҙе бөтөрөү, уларға етештереүсәнле хеҙмәт өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу мөһимлеген тәүге планға ҡуйҙы. Башҡортостан Министрҙар Кабинеты шулай уҡ торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөүгә лә ҙур иғтибар бирҙе. Был осорҙа һәр йылда 1,5 миллион квадрат метрҙан ашыу майҙанда торлаҡ йорттар төҙөлдө, шәхси йорттар өлөшө 60 процентҡа тиерлек арта. Был Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән ике тапҡырға юғарыраҡ булды, һәм ауыл ерҙәрендә торлаҡ төҙөү буйынса ул ваҡытта республика илдә беренсе урынға сыға. Бәләкәй һәм ҙур ауылдарҙың йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрә, иркен йорттар ҡалҡа. 1997 йылға халыҡ йәшәгән ауыл-ҡалаларҙың урамдарында юлдарҙың 490 саҡрымдан ашыуы асфальтлана. Республикала йыл һайын 35-40 мең фатирға газ үткәрелә, уларҙың яртыһынан күберәге — ауыл ерҙәрендә. Быларҙан тыш, мәктәптәр, мәктәпкәсә балалар учреждениелары, дауаханалар һәм мәҙәниәт йорттарын, башҡа объекттарҙы төҙөү эштәре лә дәррәү бара.

Пенсия йәше етеү менән 1999 йылдың ғинуарынан Рим Сәғит улы ялға сыға, һуңынан Башҡортостан Республикаһы Президентының кәнәшсеһе була, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана. Әлбиттә, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Ул — «Отечество» хәйриә фонды етәксеһе була, республиканың Ветерандар советы Президиумының ағзаһы.

Алда телгә алынған мәҡәләлә билдәләүенсә, Рим Сәғит улының тормош иптәше Флера Кәбир ҡыҙы уның бар эштәрендә лә ныҡлы терәге. Флера Кәбир ҡыҙы һөнәре буйынса иҡтисадсы, бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнаған. Баҡыевтарҙың оло ҡыҙҙары Эльвира Рәсәй Контроль-иҫәп палатаһында баш белгес, Гөлназ исемле төпсөктәре Санкт-Петербург университетын тамамлаған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993).
  • «Почёт» ордены (1999).
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (2 тапҡыр).

Гәзит һәм журналдарҙа уның тураһында баҫылған мәҡәләләр

үҙгәртергә
  • Пётр Фомин. Председатель по жизни. Ежемесячный столичный журнал «Уфа», 2009 год, № 1. (рус.)
  • Әнүәр Сөләймәнов. Түрәләр шундай булһын. «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 18 ғинуар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә