Римский-Корсаков һәйкәле
Н. А. Римский-Корсаков һәйкәле — күренекле рус композиторы, педагог, дирижер, йәмәғәт эшмәкәре, музка тәнҡитсеһе, «Бөйөк бишәү» ҡатнашыусыһы Н. А. Римский-Корсаковтың скульптура һәйкәле. 1952 йылда Санкт-Петербургта Театр майҙанында ҡырҡ йылған яҡын үҙе профессор булған Ленинград консерваторияһы ҡаршыһында ҡуйылған. Һәйкәл авторҙары скульпторҙар В. Я Боголюбов, В И. Ингал, архитекторы М. А. Шепилевский. Һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].
Римский-Корсаков һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1952 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Жанр | паблик-арт[d] |
Булдырыусы | Боголюбов, Вениамин Яковлевич[d], Ингал, Владимир Иосифович[d] һәм Шепилевский Модест Анатольевич[d] |
В память о | Римский-Корсаков Николай Андреевич |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Һүрәтләнгән объект | Римский-Корсаков Николай Андреевич |
Коллекцияләре | Санкт-Петербург һәм Театральная площадь[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Римский-Корсаков һәйкәле Викимилектә |
Төҙөлөү тарихы
үҙгәртергәСкульпторҙар В.Я. Боголюбов һәм В.И. Ингал, Н.А. Римский-Корсаков һәйкәле өҫтөндә эште, 1944 йылда СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы композиторҙың йөҙ йыллығына Ленинградта һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡабул иткәндән һуң[2], Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында уҡ башлай[3]. 1945 йылда алдан проекты әҙер була. Башта скульпторҙар Римский-Корсаковты Глинка һәйкәле кеүек үк тулы кәүҙәлә һүрәтләргә планлаштыра, әммә һуңынан был уйҙан улар баш тарта. Скульптура 1950 йылда «Монументскульптура» заводында ҡойола. Постамент төҙөү өсөн Знаменский майҙанында 1937 йылда һүтеп алынған Александр III һәйкәленең гранит блоктарын, шулай уҡ Путсаари утрауынан гранитты ҡулланалар. Гранитты «Баррикада» һәм «Ҡыҙыл Байраҡ» заводында эшкәртәләр[4]. Һәйкәл асыу тантанаһы 1952 йылдың 30 ноябрендә үтә.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәН. А. Римский-Корсаков партитураны уҡыуға сумған килеш ултырған ҡиәфәттә һүрәтләнә. Уның уң ҡулы еңелсә күтәрелгән һәм дирижерлыҡ башларға әҙер. Композиторҙың торошо тәбиғи, ҡарашы етди һәм иғтибарлы[3].
Шымартылған ҡыҙыл гранитан яһалған тура мөйөшлө постаменттың йөҙ өлөшөндә алтын билдәләр менән «Николай Андреевич / Римский-Корсаковҡа / 1844—1908» тип уйып яҙылған[5].
Скульптураның бейеклеге 3,3 метр, постаментының бейеклеге 3,5 м тәшкил итә[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Композитор Н. А. Римский-Корсаков
- Ансамбль Театральной площади в Санкт-Петербурге
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации «О перечне объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения, находящихся в г. Санкт-Петербурге» № 527 от 10.07.2001 2020 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ Энциклопедия Санкт-Петербурга. Римскому-Корсакову Н. А., памятник
- ↑ 3,0 3,1 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
- ↑ Энциклопедия Санкт-Петербурга. Римскому-Корсакову Н. А., памятник
- ↑ 5,0 5,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Римскому-Корсакову Н. А., памятник 2021 йыл 20 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рацкая Ц. С. Николай Андреевич Римский-Корсаков. — Изд. 2-е, перераб.. — М.: Музыка, 1977.
- Николаева Т. И. Театральная площадь. — Л.: Лениздат, 1984.
- Николаева Т. И. Театральная площадь. — М.: Центрполиграф, 2010. — ISBN 978-5-227-02408-4.
- Н. А. Римский-Корсаков и его наследие в исторической перспективе. Сборник докладов международной музыковедческой конференции 19-22 марта 2010 года. — СПб., 2010.