Джамила Таис Рибейру дус Сантус (Рибейро душ Сантуш, порт. Djamila Taís Ribeiro dos Santos; 1980 йыл) — Афробразилия феминисы, философ һәм журналист.

Рибейру Джамила
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Бразилия
Тыуған көнө 1 август 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Сантус[d], Сан-Паулу[d], Бразилия
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, хоҡуҡ яҡлаусы, журналист
Биләгән вазифаһы municipal secretary of Sao Paulo[d]
Уҡыу йорто Universidade Federal de São Paulo[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт websitedjamila.wixsite.com/…
 Рибейру Джамила Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Джамила исеме ғәрәп һәм Көнсығыш Африка суахили телендә «матур» тигәнде аңлата. Рибейру эшсе ғаиләһендә тыуа, атаһы-докер — коммунист, әсәһе-хеҙмәтсе. Уның ата-әсәһе икеһе лә Джамилаға 20 йәш тулғанда яман шештән вафат була.

24 йәшендә ҡыҙы Тулейнға ауырға ҡалғансы журналистиканы өйрәнә, шунан һуң үҙен ғаиләһенә бағышлау өсөн уҡыуын ташлай, әммә һуңынан, ире ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, университетта уҡый башлай. 2012 йылда Сан-Паулу Федераль университетының философия, әҙәбиәт һәм гуманитар фәндәр факультетын тамамлай, артабан 2015 йылда Симона де Бовуар һәм Джудит Батлер ижады буйынса эше өсөн сәйәси философия магистры дәрәжәһен ала[1][2][3].

Рибейру аҙналыҡ CartaCapital журналының мөхәррире, шулай уҡ Folha de S.Paulo журналының күҙәтеүсеһе була[4][5]. Блогер булараҡ һәм интернет-активисткағ булараҡ билдәлелек ала. Джамила ҡара феминистарҙың Blogueiras Negras порталында яҙа башлай һәм һуңынан иң танылған медиа поп-философтарҙың береһе булып китә.

Расизмға ҡаршы активист булараҡ Рибейраны һул көстәр хуплай. 2016 йылдың майында кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ буйынса Сан-Паулу министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, шулай итеп, Хеҙмәтсәндәр партияһынан Фернандо Аддада [6] хөкүмәтенә инә. Әммә 2020 йылда уны был партиянан Сан-Паулу мэрына кандидат Жилмар Таттуның партнеры булырға саҡырғас, ул баш тарта. Шул уҡ йылда ул Бразилия Компартияһынан (PCdoB) Порту — Алегри мэры вазифаһына Мануэла д’Авиланы хуплай.

2018 йылда ул Гарвард һәм Массачусетс технология институтының Бразилияның берлектәге йыллыҡ конференцияһында Бразилия граждандар йәмғиәте вәкиле сифатында сығыш яһай[7]

Рибейру 2015 йылда афроамерика марксист-феминист эшмәкәре Анджела Дэвистың «Женщины, раса, класс» китабының бразилия-португал тәржемәһенә инеш һүҙ менән сығыш яһай. Рибейру Менән Дэвис бер нисә тапҡыр хеҙмәттәшлек итә[8].

Рибейруның беренсе китабы «Что такое место речи?» 2017 йылда сыға һәм 2018 йылда «Гуманитар фәндәр» категорияһында Жабути премияһы финалисы була.

Уның икенсе китабына «Кто боится черного феминизма?» оҙон автобиографик эссе, шулай уҡ CartaCapital журналы блогында баҫылған ҡайһы бер мәҡәләләре инә. Эшендә Чиаманда Нгози Адичи, Белл Хукс, Суэли Карнейру, Элис Уокер һәм Тони Моррисон кеүек авторҙар менән диалогтар күҙәтелә

Ибрам X. Кендиҙың «Как быть антирасистом» китабынан рухланып, үҙенең «Ҡыҫҡаса расизмға ҡаршы белешмә»һендә (Pequeno manual antirracista), Рибейру аҡтарҙы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға һәм өҫтөнлөктәргә һәм иҙеүгә килтергән мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртергә саҡыра[9]. Кандомбле эйәрсене булараҡ[10] Рибейро африка сығышлы общиналарҙа традицион дауалаусы ҡатын-ҡыҙҙар көнбайыш цивилизацияһы тарафынан сихырсылар итеп һүрәтләнә башлауы тураһында яҙа[11].

2021 йылда «Оләсәйемә хаттар» — авторҙың бала сағы һәм йәшлеге мәлдәрен иҫкә алған, расистик йәмғиәттә балалар тәрбиәләү проблемалары тикшерелгән иң шәхси әҫәре.

Бүләктәре һәм отличиелары

үҙгәртергә

2019 йылда Джамила Нидерланд Сит ил министрлығынан «Философия» категорияһында принц Клаус Премияһын ала, был уның активистик көрәшен таныу була. Шул уҡ йылда ул француз хөкүмәте тарафынан «Иртәге көнгө шәхес» итеп һайлана, шулай уҡ Би-Би-Би 100 ҡатын ҡыҙы тип таныла[12]. 2022 йылдың майында Джамила Рибейру Academia Paulista de Letras ағзаһы итеп һайлана, вафат булған яҙыусы Лижии Фагундес Теллес урынынына 28-се урынды биләй. Шул уҡ йылда ул Франция һәм Германияның сит ил эштәре министрҙары тарафынан кеше хоҡуҡтары һәм закон өҫтөнлөгө өсөн франко-герман премияһы менән билдәләнә.

Баҫмалары

үҙгәртергә
  • O que é lugar de fala? (2017)
  • Quem tem medo do feminismo negro?
  • Pequeno manual antirracista (2019)[13][14]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Djamila Ribeiro, a voz da consciência negra feminina no Brasil (порт.).Vice.
  2. É preciso discutir por que a mulher negra é a maior vítima de estupro no Brasil (порт.).El País (23 июля 2016).
  3. 20 Jornalistas Negros influentes em diversas áreas do Jornalismo (порт.).CEERT.
  4. Movimentos sociais encontram na internet o caminho para mobilizar militantes (порт.)(18 января 2016)
  5. Expediente (порт.).CartaCapital.
  6. Djamila Ribeiro é nomeada secretária-adjunta de Direitos Humanos de São Paulo(порт.).Brasil de Fato(18 мая 2016)
  7. Brazil Conference 2020. Brazil Conference 2020.
  8. Angela Davis: 'Quando a mulher negra se movimenta, toda a estrutura da sociedade se movimenta com ela' (порт.).El País (28 июля 2017).
  9. Want to be anti-racist? In Brazil, there's a guide for that. France 24 (13 декабря 2019).
  10. Piza.Djamila Ribeiro: falar é preciso (порт.).Vogue Globo(11 декабря 2017).Дата обращения: 13 февраля 2020.
  11. Ribeiro.Às feiticeiras, minha reverência (порт.) (13 октября 2019). Дата обращения: 13 февраля 2020.
  12. BBC 100 Women 2019: Who is on the list this year? (en-GB), BBC News (15 октябрь 2019). 17 декабрь 2022 тикшерелгән.
  13. Livros de Djamila Ribeiro (бр. порт.). Estante Virtual. Дата обращения: 19 февраля 2020.
  14. Want to be anti-racist? In Brazil, there's a guide for that (англ.). France 24 (13 декабря 2019). Дата обращения: 21 февраля 2020.