Редупликация

фономорфологик күренеш

Редупликация (һуңғы осор латин. reduplicatio — ике тапҡыр ҡабатлау[1]) — тотош һүҙҙең,  уның берәй ижегенең йә нигеҙенең (тулыһынса йә өлөшләтә) ҡабатланыуынан торған фономорфологик күренеш[2].

Редупликация

Редупликацияның тулы осрағы булып ҡабатлау — тотош һүҙҙең ҡабатланыуы — тора  (рус. еле-еле, очень-очень, башҡ. ҙур-ҙур , күп-күп), ҡушма һүҙ яһауға яҡын торған күренеш. Тамыр икеләтелгәндә һуҙынҡыһы үҙгәреү ихтимал (бор. грек. [dí-dōmi] — бирәм, δέ-δωκα [dé-dōka] — бирҙем).

Белдергән мәғәнәләре үҙгәртергә

Донъяның төрлө телдәрендә редупликация төрлө мәғәнә белдерә:

  • грамматик:
    • һинд-европа тәүтелендә  тамыр аблауты һәм зат ялғауҙары системаһы менән бергә  перфект мәғәнәһен бирә;
    • бәләкәйләтеү мәғәнәһе (банту төркөмө  яунде телендә nda 'йорт',  ondenda 'бәләкәй йорт');
    • малай телендә редупликация күплек мәғәнәһен бирә (orang — кеше, orangorang — кешеләр);
    • урду телендә редупликация айырыуса йыш осрай(ябай һөйләш телендә — йышыраҡ хис-тойғоларҙы белдереү, деталдәргә иғтибар йүнәлтеү өсөн): мәҫәлән, редупликация билдәһеҙ алмашҡа йышлыҡ рәүеше мәғәнәһен бирә (کبھی kabhi — ҡасандыр бер ваҡыт, کبھی کبھی kabhi-kabhi — ҡайһы бер ваҡытта);
  • лексик, шул иҫәптән  эш-хәрәкәттең йә сифаттың артыуы йә кәмеүе:
    • эш-хәрәкәттең йә сифаттың күбәйеүе: рус. ходишь-ходишь, башҡ. эшләйһең-эшләйһең;
    • эш-хәрәкәттең йә сифаттың кәмеүе: малагаси телендә fotsi-fotsi 'аҡһыл').

Ҡытай телендә  редупликация исем һүҙҙәргә  «һәр, бөтә…» мәғәнәһен өҫтәй (人 rén — кеше,人人 rénrén — һәр кеше, бөтә кеше, 天 tiān — көн, 天天 tiāntiān — һәр көн), сифат һүҙгә — артыҡлыҡ дәрәжәһе  мәғәнәһен (漂亮 piàoliang — матур, 漂漂亮亮 piàopiàoliàngliàng — бик матур), ҡылымға  эш-хәрәкәттең ҡыҫҡалығы мәғәнәһен бирә (看 kàn — ҡарау, 看看 kànkàn — ҡараш ташлау, ҡарап алыу).

Редупликация шулай уҡ өноҡшаштар һәм идеофондар барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.

Редупликация телмәргә эмоциональ  төҫмөр биреү өсөн дә хеҙмәт итә — мәҫәлән,  башҡорт телендә (ҡып-ҡыҙыл, әбей-һәбей, мулла-монтағай).

Шулай уҡ ҡарағыҙ  үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. [ Редупликация] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Редупликация // Лингвистический энциклопедический словарь

Һылтанмалар үҙгәртергә