Башҡорт телендә редупликация
Башҡорт телендәге фономорфологик күренеш
Башҡорт телендә редупликация — башҡорт телендә тәүге ижектең, нигеҙҙең (тулыһынса йә өлөшләтә) йәки һүҙҙең ике тапҡыр ҡабатланыуынан торған фономорфологик күренеш.
Башҡорт телендә редупликация |
Башҡорт телендә редупликация эмоциональ-экспрессив лексика, өноҡшаш, һыноҡшаш һүҙҙәр, дөйөмләштереүсе мәғәнәле, ирониялы исемдәр һәм рәүештәр яһау ысулы булараҡ киң ҡулланыла.
Башҡорт телендә редупликацияның төрҙәре:
- тулы редупликация: үҙ аллы ҡулланыла торған өн оҡшатыу йәки һын оҡшатыу һүҙҙәренең (шыптыр-шыптыр, шыпын-шыпын, ҡытыр-ҡытыр) редупликацияһы; һүҙҙәрҙең, атап әйткәндә сифаттарҙың, башланғыс формаһының редупликацияһы (оло-оло, ҙур-ҙур, киң-киң); һүҙҙең аффикслы формаһының редупликацияһы (бара-бара, уҡый-уҡый, йүгерә-йүгерә);
- структур морфема өҫтәп, һүҙҙең беренсе ижеген генә ҡабатлау һәм баҫымды редупликатҡа күсереү (ҡып-ҡыҙыл, ҡап-ҡара, бәп-бәләкәй);
- һүҙҙең фонема төҙөлөшөн үҙгәртеп ҡабатлау, сингармонизм билдәһе буйынса фономорфологик контраст яһау (тимер-томор, иҫке-моҫҡо, фәлән-төгән);
- һүҙҙең беренсе һуҙынҡыһын йә һүҙ башында торған тартынҡыны алмаштырыу (һирәк-мирәк, ҡыйыҡ-мыйыҡ, соҡор-саҡыр, ҡаты-ҡото);
- тартынҡы өндән торған структур морфема өҫтәү (ағас-мағас, имеш-мимеш, урыҡ-һурыҡ).
Редупликация ике йүнәлештәге фономорфологик үҙгәрештәр менән бара.
- Нигеҙҙең тулы мәғәнәле беренсел компонентының фонетик йәһәттән үҙгәргән варианттары: ағас-мағас, ботаҡ-сатаҡ’, ҡарсыҡ-ҡорсоҡ, әбей-һәбей, малай-шалай, сыбыҡ-сабыҡ, сатыр-сотор, тамыр-томор һ.б.
- Нигеҙҙең тулы мәғәнәле беренсел компонентының фонетик йәһәттән алыҫлашҡан варианттары: егет-елән, етем-еһер, кеше-ҡара, күрше-күлән, мал-тыуар, мулла-монтағай, сүп-сар, тай-тулаҡ һ.б.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЮлдашев А. А. Аналитические формы глагола в тюркских языках. М., 1965
Юлдашев А. А. «Грамматика современного башкирского литературного языка» — М.: Наука, 1981.
Һылтанмалар
үҙгәртергәhttp://www.ceninauku.ru/page_18347.htm 2014 йыл 21 март архивланған.