Революция проспекты (Воронеж)
Революция проспекты — Воронеж ҡалаһының үҙәк урамы, Үҙәк район аша үтә. Революцияға тиклемге атамаһы — Оло Дворян урамы, шулай уҡ хәҙерге ваҡытта ла ҡулланыла. Оҙонлоғо — 2,3 км[1]. Урам ҡаланың тарихи үҙәк урамы булып тора.
Революция проспекты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Оҙонлоҡ | 2,3 ± 0,1 km |
Революция проспекты (Воронеж) Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәРеволюция проспектында 200 йылдан ашыу элек 1774 йылдың планына ярашлы даими йорттар төҙөлә башлаған. Әле һаҡланған боронғо биналарының күбеһе XIX быуаттың икенсе яртыһында — ХХ быуаттың башында төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Воронежды азат итеү өсөн көрәш барғанда бик күп биналар емерелгән, уларҙың күбеһе ХХ быуат уртаһында яңынан тергеҙелә.
Иҫтәлекле урындар һәм киҫелештәре
үҙгәртергәРеволюция проспектында XVIII-XIX быуат архитектураһы биналарының күбеһе һаҡланып ҡалған, уларҙың бөтәһе лә тиерлек Воронеж өлкәһенең һәм Воронеж ҡалаһының[2] тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыһы объекттары булып һанала.
- № 3 — Герман усадьбаһы (И. А. Бунин тыуған йорт).
- Коммунар урамы менән киҫешкән урын
- № 7 — торлаҡ йорт, xix быуат аҙағында төҙөлгән.
- Кольцов урам менән киҫешкән урын
- № 8 — Петр I исемендәге урта-техник училище. 1907 йыл.
- № 10, 12, 14 — губерна земство дауаханаһы биналары комплексы менән сиркәү (3-сө йорт), 1826 й.
- № 18а — Благовещен кафедраль соборы
- Феоктистов һәм С.Разин урамдары менән киҫешкән урын.
- № 18 — идаралыҡ ЮВЖД идаралығы, 1930—1950 йыл
- № 18 — Воронеж һарайы, XVIII быуат аҙағында төҙөлгән.
- № 19 — I ирҙәр гимназияһы бинаһы
- ВЛКСМ-дың XX йыллығы урамы менән киҫешкән урын
- № 21 — ҡаҙна палатаһы бинаһы, 1787 йыл.
- Чайковский урамы менән киҫешкән урын
- № 22 — халыҡ ойошмалары йорто (Губернатор йорто) 1780—1880 йй.
- № 23 — губерна идаралығы, 1788—1859 йй.
- № 24 — дини семинария, 1880 йй.
- № 25 — губерна почта контораһы.
- № 27 — Шванвич ҡунаҡханаһы, 1840 йыл. Ҡайһы саҡ «Арыҫланлы йорт» тип йөрөтәләр. Хәҙер бында «Баев һәм партнерҙар» адвкокат контораһы
- № 29 — дини семинария бинаһы, 1822—1873 йыл
- № 30 — Тулинов йорто , XIX быуат башы.
- Комиссаржевская урамы менән киҫешкән урын
- № 32 — Мариин гимназияһы, 1875—1905 йй.
- № 33 — китап йорто, 1935 йыл.
- Пятницкий урамы менән киҫешкән урын.
- № 35 — элемтә йорто, 1937 йыл.
- 25 октябрь урамы менән киҫешкән урын
- № 37 — Капканщиков йорто,XIX быуат башында төҙөлгән.
- № 39 — Сомовтар усадьбаһы. «Воронеж Телеграф» һәм «Воронеж коммунаһы» редакциялары бинаһы (2 бина), 1913 йыл.
- № 41 — музыкаль училище бинаһы, 1913 йыл.
- № 42 — «Үҙәк» Самофалов ҡунаҡханаһы , XIX быуат аҙағы.
- № 43 — ҡунаҡхана «Бристоль», 1910 йыл.
- № 44 — Самофалов ҡунаҡхана, XIX быуат аҙағы.
- № 45 — Вансович йорто, 1890-сы йй.
- № 46 — Самофалов йорто, 1880-се йй.
- № 47 — Михайлов йорто, 1880-се йй.
- № 48 — яҙыусы Шубин йәшәгән йорт, 1880-се йй.
- № 50 — Воронеж ҡурсаҡ театры «Зеркон»
- № 55 — А. Кольцов исемендәге Воронеж академия драма театры. 1886—1930 йылдар.
- № 56 — «Увечный воин» кинематографы, 1916 йыл.
- К. Маркс урамы менән киҫешкән урын
- № 58 — сауҙа йорто «Утюжок», 1930—1950 йылдар
- Ленин майҙаны(Воронеж)
Революция проспекты һәм Феоктистов урамы киҫешкән ерҙә Благовещен кафедраль соборы — ҙурлығы буйынса Рәсәйҙә Храм Христа Спасителянан һуң икенсе урында торҡан ҡорам. Урамда Платоновҡа, Никитинға (Карл Маркс урамы менән киҫешкән урында), Петр I Петр ҡала скверында ҡуйылған һәйкәлдәр урынлашҡан. Ҡурсаҡ театры янында әҙәби герой Бимға ҡуйылған һәйкәл.
Проспект менән Карл Маркс урамы сатында «Пролетарий» кинотеатры урынлашҡан.
Галереяһы
үҙгәртергәТарихи фотоһүрәттәр
үҙгәртергә-
Оло Дворян урамы XIX быуат аҙағында
-
Оло Дворян урамы, А. Кольцов исемендәге Воронеж академия драма театры күренеше
-
Оло Дворян урамы
Биналар
үҙгәртергә-
Тулинов йорто
-
Самофалов ҡунаҡханаһы
-
«Бристоль» ҡунаҡханаһы
-
«Пролетарий» кинотеатры
-
ЮВЖД идаралығы бинаһы
Һәйкәлдәр
үҙгәртергә-
Бим һәйкәле
-
А. П. Платонов Һәйкәле
-
С. И. Никитин Һәйкәле
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ По данным Google Maps
- ↑ Перечень объектов исторического и культурного наследия Воронежской области 2011 йыл 17 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Попов П. А. Воронеж: История города в названиях улиц. — 2-е изд.. — Воронеж: Кварта, 2003. — 448 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Проспект Революции на сервисе Яндекс. Панорамы