Үҙәк ҡунаҡхана (Воронеж)

«Үҙәк» ҡунаҡхана (Самофалов ҡунаҡханаһы) — Воронеж ҡалаһында Революция проспекты, 44 адресы буйынса урынлашҡан тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Үҙәк ҡунаҡхана
Нигеҙләү датаһы 1870
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Воронежская область/Воронеж[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться проспект Революции, 42/44
Карта

«Үҙәк» ҡунаҡхана бинаһы

1870 йылда сауҙагәр Д. Г. Самофалов Оло Дворяндар урамында бер нисә йортто һатып ала һәм ҡунаҡхана һәм килем йорттары эшләргә хәл итә. Яңы бина 1878—1879 йылдарҙа төҙөлә. Ҡунаҡхана 1879 йылдың ғинуарында асыла, уның хужаһы бер нисә йыл дауамында уны үҙе ҡарай. Ҡунаҡханала урыҫ яҙыусылары А. П. Чехов, Г. И. Успенский, И. А. Бунин туҡталалар. Совет власының тәүге йылдарында ла бина ҡунаҡхана булып хеҙмәт итеүен дауам итә. 1926 йылдың ноябрендә В. В. Маяковский ҡунаҡханала туҡтала. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бина зыян күрә, әммә һуңынан тергеҙелә. 2011 йылда ҡала көнөнә бинаны яңынан реставрацияларға ҡарар ителә. Хәҙер ҡунаҡхана бинаһына ҡунаҡханала ваҡытлыса йәшәп киткән бөтә билдәле кешеләрҙең исеме яҙылған мемориаль таҡтаташ эленгән. Хәҙерге ваҡытта был йортта «Итальянский дворик» рестораны урынлашҡан.

Ҡунаҡхананың өс ҡатлы бинаһы әкиәт өйөн хәтерләтә, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итерлек биҙәктәргә бай. Бинаның фронтонының ҡабарынҡы элементтары менән формаһы ярайһы уҡ ҡатмарлы, стенаһындағы биҙәктәре урыҫ сигелгән биҙәктәренә йәки селтәргә оҡшай.

Һылтанмалар

үҙгәртергә