Губернатор йорто (Воронеж)
Губернатор йорто —Воронежда Революция проспекты, 22 йорт адресы буйынса урынлашҡан административ бина.
Губернатор йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Йорттоң көньяҡ өлөшө 1780 йылда Воронеж коменданты А. И. Хрущёвтың ике ҡатлы айырым йорто итеп төҙөлә. 1792 йылда йортҡа губернатор О. И. Хорват хужа була. 1795 йылда ул уны ҡаҙнаға һата, һәм 1917 йылға тиклем был бина Воронеж губернаторының рәсми резиденцияһы була. Унда губернаторҙың канцелярияһы һәм уның шәхси бүлмәләре урынлаша.
XIX быуат башында усадьба йортто, ике флигелде һәм ҙур баҡсаны үҙ эсенә ала. XIX быуат уртаһында йортто С. Л. Мысловский проекты буйынса үҙгәртеп ҡоралар — төп йортто уң флигель менән тоташтыралар.
Революциянан һуң бина Халыҡ ойошмалары йорто була, 1920-се йылдарҙа бина Крәҫтиән йорто һәм губерна совет партия мәктәбе итеп бирелә. 1934 йылдан бында өлкә асыҡ китапханаһы һәм нәфис сәнғәт музейы урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышында йорттоң иҫке өлөшө ныҡ зыян күрә. 1950 йылда, йортто төҙөкләндергәндә, архитектор Н. В. Троицкий йорттоң ике төрлө ваҡыттарҙағы өлөшөн берләштерә, иҫке өлөшөн бейегәйтә һәм уртала ҡыйыҡлы галерея төҙөй. Ремонттан һуң унда «Йәш коммунар» гәзите урынлаша. Хәҙер бина федераль казначействоға һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондына бирелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чесноков Г. А. Архитектура Воронежа: история и современность. — Воронеж: Воронежская государственная архитектурно-строительная академия, 1999. — 396 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дом губернатора, Воронеж . Командировка.ру. Дата обращения: 27 сентябрь 2014.
- Дом губернатора - Воронеж . 101 отель. Дата обращения: 27 сентябрь 2014.