Раштыуа Утрауы (Австралия)

Раштыуа утрауы (ингл. Christmas Island) — Һинд океанында иң эр утрауҙарҙың береһе, #REDIRECT Австралияның тышҡы биләмәһе. 2019 йылдың мартынан Инфраструктура, төбәк үҫеше һәм ҡалалар министрлығы ҡарамағында булған Австралияның үҙенән-үҙе идара ителмәгән тышҡы территорияһы булып тора.

Рождество Утрауы
ингл. Territory of Christmas Island
Flag of Christmas Island.svg Раштыуа Утрауы (Австралия) гербы
Флаг
Гимн: «Дан һиңә, Австралия!»
Christmasisland.png
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала Флайинг-Фиш-Коув
Идара итеү төрө конституцион монархия Австралияның тышҡы биләмәһе
Территория
• Бөтәһе

135 км²
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

1400 чел.
10,37 чел./км²
Валюта Австралия доллары (AUD, код 36)
Интернет-домен .cx
Код ISO CX
Телефон коды +61
Сәғәт бүлкәте (UTC+7)

Баш ҡалаһы — Сеттльмент (Флайинг-Фиш-Коув). Халҡы — 1 843 кеше (2016)[2].

Интернет-домен — cx.

Утрауҙың 1986 йылдан рәсми булмаған үҙ флагы бар, 2002 йылдан рәсми флаг булып ҡабул ителгән.

ГеографияһыҮҙгәртергә

 
Раштыуа Утрауы картаһы

Утрау Перттан төньяҡ-көнбайышҡа 2360 саҡрым һәм Джакартанан көньяҡҡа табан 500 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Янартау сығышлы утрау. Иң юғары нөктә — диңгеҙ кимәленән 361 метр. Утрауҙың климаты тропик. Яуым-төшөмдөң күләме ярайһы уҡ юғары — йылына 2000 мм тирәһе. Утрауҙа бер нисә йылға бар, шулай итеп, халыҡ эсәр һыу менән тәьмин ителгән. Утрауҙың майҙаны — 135 км²[3].

Утрауҙың юҡҡа сыҡҡан эндемиктары араһында ҡан һурыусы талпандар ҙа булыуы ихтимал. Улар юғалған төр сифатында ҡарала, сөнки уның хужаһы, урындағы йомшаҡ ҡомаҡ төрҙәре Rattus macleari башҡаса табылманы. Һуңғы тапҡыр Rattus macleari ҡомағының бынан 100 йыл элек табылғаны билдәле (1903 йылда)[4].

Раштыуа Утрауы климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 30,6 31,5 31,5 31,4 30,0 29,4 28,8 29,5 30,9 31,4 31,8 31,2 31,8
Уртаса максимум, °C 27,9 27,9 28,2 28,2 27,8 27,0 26,2 26,0 26,2 26,8 27,2 27,7 27,3
Уртаса температура, °C 25,9 25,7 26,1 26,3 26,0 25,3 24,5 24,2 24,3 25,0 25,4 25,7 25,4
Уртаса минимум, °C 22,7 22,6 23,0 23,5 23,8 23,2 22,5 22,2 22,2 22,6 22,8 22,5 22,8
Абсолют минимум, °C 18,8 18,4 18,6 18,3 19,3 14,1 16,2 17,7 16,7 18,2 18,0 18,0 14,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 300,7 346,6 299,2 224,3 182,4 163,1 94,8 42,1 44,8 65,6 146,7 215,5 2140,1
Сығанаҡ: Австралийское бюро метеорологии

ТарихыҮҙгәртергә

Үҙенең атамаһы менән утрау 1643 йылда Раштыуа көнөндә асылыу менән бәйле. Британия диңгеҙ йөҙөүсеһе Уильям Дампир 1688 йылда утрауға ултырған һәм уны тасуирлаған тәүге европалы булған. 1888 йылда утрауҙа кальций пирофосфаты ятҡылығы табыла, унан һуң Бөйөк Британия тарафынан анексациялана һәм утрауҙы колонияға әйләндереүгә тотона[5]. 1900 йылда утрау Сингапур инглиз колонияһы составына инә. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында утрауҙы Япония баҫып ала[6].

1958 йылда Австралияға тапшырыла. Утрауға Австралия хөкүмәтенең рәсми вәкиле идара итә.

2010 йылдың 15 декабрендә 90-ға яҡын мигрантты ташыған судно, башлыса Ираҡтан һәм Ирандан, Раштыуа утрауы ярҙарында бата. Борттағы 48 кеше һәләк була; 42 иҫән ҡала[7][8][9][10].

СәйәсәтҮҙгәртергә

Утрауҙа йәшәүселәр федераль һайлауҙарҙа төньяҡ биләмә менән бергә (сенатҡа - Төньяҡ биләмә округы, Вәкилдәр палатаһына - Төньяҡ биләмәнең бер өлөшө менән бергә) тауыш бирә, мәғариф идаралығы Көнбайыш Австралия штаты ҡулында. Шулай уҡ хеҙмәттәрҙең бер өлөшө Көнбайыш Австралия идаралығында. Утрауҙа йәшәүселәр үҙҙәренең төбәк советын һайлай. Федераль властан администратор ҡатнаша. Утрауҙың эштәр ҡануниәтен шулай уҡ федераль парламент башҡара.

ХалҡыҮҙгәртергә

2016[2]
Халыҡ һаны 1 843
шул иҫәптән ир-аттар 1 130
Ҡатын-ҡыҙҙар 712
Аборигендар 9
0-14 йәш 16,93
15-64 73,36
65+ 9,71
Медиана йәше 38
Ғаиләләр 305
Балаларҙың уртаса һаны

балалы ғаиләләргә

1,9
Балаларҙың уртаса һаны

бөтә ғаиләләргә

0,9

Раштыуа утрауында иң таралған ата-бабалары — ҡытайҙар 21,2%, австралийҙар — 12,7%, малайҙар — 12,0%, инглиздәр — 10,9% һәм ирландтар - 2,3%.[2]. Раштыуа утрауында 38,5 процент кеше Австралияла тыуған. Күбеһенең тыуған илдәре Малайзия — 20,1%, Яңы Зеландия — 3,0%, Англия — 2,5%, Сингапур — 2,4% һәм Иран — 1,7%.[2].

Дини яҡтан мосолмандар күпселекте тәшкил итә — 19,4%, (малайҙар һәм ҡайһы бер ҡытайҙар), буддистар — 18,1%, христиандар — 8,9 (католиктар), атеистар — 15,2%, билдәләмәнеләр — 27,9%.

Утрауҙа урта мәктәп эшләй, унда 12 йәшкә тиклемге 300-ләгән бала белем ала.

Федераль һайлауҙарҙа Төньяҡ территорияның Дингири һайлау округы буйынса тауыш бирәләр, әммә хеҙмәттәрҙең байтаҡ өлөшө Көнбайыш Австралияға буйһона.

Рөхсәтһеҙ эшләгән иммигранттар проблемаһыҮҙгәртергә

Индонезияға яҡын булыу сәбәпле, утрау оҙаҡ ваҡыт Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан легаль булмаған иммигранттарҙың, йәғни «кәмәләргә ултырған кешеләр»ҙең йәки «кәмәселәрҙең» (boat people) көтөлгән маҡсаты булған. Австралия премьер-министры Джон Ховардтың Pacific Solution кеүек билдәле доктринаһынан һуң кәмәселәр ағымы һиҙелерлек кәмей.

ИҡтисадыҮҙгәртергә

1895 йылдан алып фосфаттар табыу һәм экспортҡа сығарыу башлана, уларҙың индустрияһы менән даими халыҡтың барлыҡҡа килеүе бәйле. Ятҡылыҡ ярлыланғандан һуң фосфат сығарыу 1987 йылда туҡтатыла һәм утрау экологик туризм үҙәгенә әйләнә. Территорияның 63 процентын милли парк биләй.

2001 йылда Австралия хөкүмәте Росавиакосмос менән Раштыуа утрауында космодром төҙөү тураһында килешеү төҙөй. Был проект өсөн ракета йөрөтөүсе Аврора проекты әҙерләнә, ә 2003 йылда старт комплексы проектын әҙерләү тураһында иғлан ителә. Космодром проекты финанслау етмәү сәбәпле тормошҡа ашырылмай[11].

Почта һәм транспортҮҙгәртергә

Australia Post Австралия дәүләт корпорацияһы утрауҙа 1993 йылдан алып почта операторы булып тора. Ул сығарған почта маркалары, Австрия маркалары кеүек үк, Раштыуа утрауында ла ҡулланыла ала.

18 километр оҙонлоғондағы тимер юл төньяҡ Флайинг-Фиш-Ковты утрауҙың көньяҡ осонда урынлашҡан Саут-Пойнт ҡалаһы менән тоташтыра. Юлдың колеяһы — 1435 миллиметр, ул 1914 йылда төҙөлә.

Флайинг-Фиш-Ков утрауында берҙән-бер граждандар аэропорты урынлашҡан.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/australasia
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2016 Census QuickStats: Norfolk Island (билдәһеҙ). quickstats.censusdata.abs.gov.au. Дата обращения: 13 июль 2021. Архивировано 7 май 2019 года.
  3. First Assistant Secretary, Territories Division. Territories of Australia (недоступная ссылка). Attorney-General's Department (30 January 2008). — «The Federal Government, through the Attorney-General's Department administers Ashmore and Cartier Islands, Christmas Island, the Cocos (Keeling) Islands, the Coral Sea Islands, Jervis Bay, and Norfolk Island as Territories.». Дата обращения: 7 февраль 2008. Архивировано 12 ноябрь 2009 года.
  4. Andrei Daniel Mihalca, Călin Mircea Gherman and Vasile Cozma. 2011. Coendangered hard-ticks: threatened or threatening? 2015 йылдың 1 июль көнөндә архивланған. — Parasites & Vectors (BioMed Central Ltd.) 2011, 4:71 doi:10.1186/1756-3305-4-71
  5. History. Christmas Island Tourism Association. Дата обращения: 1 ғинуар 2014. Архивировано 8 декабрь 2014 года. 2014 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
  6. L, Klemen The Mystery of Christmas Island, March 1942. Forgotten Campaign: The Dutch East Indies Campaign 1941–1942 (1999–2000). Дата обращения: 28 апрель 2014. Архивировано 21 ғинуар 2016 года. 2016 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған.
  7. Death toll up to 48 in Christmas Island shipwreck 2011 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған..
  8. Gemma Daley. Asylum Boat Death Toll Reaches 30 as Australia Continues Salvage Operation. Bloomberg News (16 December 2010). Дата обращения: 17 декабрь 2010. Архивировано 4 ноябрь 2012 года.
  9. Sonti, Chalpat. 27 people confirmed dead in Christmas Island disaster (15 December 2010). 15 декабрь 2010 тикшерелгән.
  10. 27 confirmed dead after asylum boat sinking, ABC News Online (15 December 2010). 15 декабрь 2010 тикшерелгән.
  11. Ҡалып:Книга:Ракеты-носители. Проекты и реальность. Книга 1

ҺылтанмаларҮҙгәртергә