Рафтау
Рафтау (башҡ. Рафтау[1], башҡ. Ыраутау, башҡ. Раутау) — Башҡортостан Республикаһы Архангел районының Аҙау ауыл Советы составындағы 2005 йылда юҡҡа сыҡҡан ҡасаба. Рафтау тимер юл инфраструктураһы объекттарын хеҙмәтләндә.
Рафтау | |
Рафтау | |
Рәсми атамаһы | Рафтау |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Архангел районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 142 метр |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2005 |
Ғәмәлдә ҡасаба һәм Рафтау станцияһы (тимер юл разъезы) биләмәһе Аҙау ауылы составына инә.
Тарихы
үҙгәртергә1972 йылдың 1 июленә ҡарата һәм алдараҡ та Рафтау ҡасабаһы теркәлмәгән.
1981 йылдың 1 сентябренә ҡарата Рафтау Аҙау ауыл Советы составына инә. Күпселек милләт — башҡорттар.
Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:
4-се статья. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы бөтөрөргә:
2) Архангел районында
е) Аҙау ауыл Ссоветының Рафтау ҡасабаһын
Географияһы
үҙгәртергәУрманлы ерҙә урынлашҡан.
Географик урыны
үҙгәртергә1981 йылдың 1 сентябренә ҡарата алыҫлығы:
- район үҙәгенә (Архангел) тиклем: 30 км
- ауыл Советы үҙәгенә (Валентиновка) тиклем: 2 км
- яҡындағы тимер юл станцияһына (Рафтау) тиклем: 0 км
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1981. С.34
Әҙәбиәт
үҙгәртергәБашкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Исаев, З. З. Харрасов, М. З. Шаймуратов; отв. ред. Ф. Ш. Хисматуллин]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1981. — 382, [2] с. : табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 326—383. С.34
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Равтау н географик мәғлүмәттәр базаһы GeoNames