Рафидиҙәр (күпл. ғәр. رافضة, روافض‎, берл. رافض‎ — кире ҡағыусы; рус. Рафидиты) — шиғыйҙарҙың сөнниҙәр тарафынан бирелгән киң таралған ҡушаматтарының береһе.

Рафидиҙәр

Ҡушаматтың барлыҡҡа килеүе үҙгәртергә

Шиғыйҙар тарафынан ҡайһы бер хәлифләрҙең законлылығын ҡабул итмәүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта Өмәүиҙәр һәм Ғәббәсиҙәр династияһының законлы булыуын танымаған имамдарҙы «рафидиҙәр» тип йөрөтәләр[1]. Шиғыйҙар үҙҙәре, рафидиҙәр «яуызлыҡты кире ҡаҡҡан берҙән-бер диндарҙар» тип раҫлап, ҡушаматҡа ыңғай мәғәнә бирә[2].

Тарихы үҙгәртергә

Мөртәтлек белгесе Ибн Таһир әл-Бағдади (980—1037) Ғабдуллаһ ибн Сәбә эйәрсендәре — сәбәғиҙәрҙе беренсе рафидиҙәр тип иҫәпләй [3]. Икенсе риүәйәт буйынса, был терминды беренсе булып «артыҡ сикке» шиғый әл-Мөғирә ибн Сәйет ҡуллана, ул алтынсы имам Жәғәфәр әс-Садиҡ яҡлыларҙы шулай тип атай, сөнки улар Мәҙинәлә ихтилал күтәргән Мөхәммәт ибн Ғабдуллаһтың имамлығын таныуҙан баш тарта [3].

Һуңғы осор Өмәүиҙәр һәм тәүге Ғәббәсиҙәр заманының ислам тарихсыһы Әбү Михнәф власть өсөн өмәүиҙәргә ҡаршы көрәштә Зәйед ибн Ғәлиҙе яңғыҙ ҡалдырған шиғыйҙарҙы рафидиҙәр тип атай[3]. Зәйди йүнәлеше барлыҡҡа килгәндән һуң, күбеһенсә тәүге ике хәлифәнең, шулай уҡ Өмәүиҙәр һәм Ғәббәсиҙәрҙең идараһын танымаған имамиҙарҙы рафиди тип атай башлағандар[4].

Рафидиҙәр йәмәғәтте эҙәрлекләүҙәрҙән һаҡлау өсөн таҡиә (үҙ динен йәшереү) практикаһын рөхсәт итә. Улар шиғыйҙар ағымына, бигерәк тә шиғый-ун икеселәргә (иҫнәғәшәриҙәргә) ҙур йоғонто яһай.

Сөнниҙәрҙә «рафидиҙәр» атамаһы кире мәғәнәгә эйә, әммә шиғыйҙар был ҡушаматты маҡтаулы итеп күрә: улар үҙҙәрен яуызлыҡты «кире ҡаҡҡан» берҙән-бер кешеләр тип атай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Гизбулаев М.А. Источниковедческий анализ дагестанского правового источника XVIII в. «Фетва Ибн Салмана ал-Кудали». Российская академия естествознания (20 август 2013). Дата обращения: 4 февраль 2014. Архивировано 21 февраль 2014 года.
  2. Исламские секты. relig.info. Дата обращения: 4 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 Ан-Наубахти, 1973
  4. Прозоров, 1991

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • ал-Хасан ибн Муса ан-Наубахти. Шиитские секты / Пер. с араб., исслед. и комм. С. М. Прозорова. — М.: Наука, 1973. — С. 209.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Прозоров С. М. Рафида // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 198. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Рафидиты. Культура веры. Путеводитель сомневающихся. Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года.