Рафер Льюис Джонсон (ингл. Rafer Lewis Johnson; 18 август 1935 йыл) — Америка Ҡушма Штаттары еңел атлеты һәм киноактёры, 1960 йылдың 10 алышында олимпия чемпионы, 1956 йылғы Олимпия уйындарында көмөш миҙал яулай, 1955 йылғы Панамерикан уйындары чемпионы. 1960 йылда Олимпиадала АҠШ йыйылма командаһы флагын тотоп бара, 1984 йылда Лос-Анжелестағы Олимпиада уйындарының утын тоҡандыра.

Рафер Джонсон
ингл. Rafer Johnson
Зат ир-ат[1]
Рәсем
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 18 август 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2]
Тыуған урыны Хилсборо[d], Техас, Америка Ҡушма Штаттары
Вафат булған көнө 2 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3] (86 йәш)
Вафат булған урыны Шерман-Окс[d], Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Бер туғандары Джонсон, Джими[d]
Балалары Джонсон, Дженни[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө актёр, еңел атлет, баскетболсы, десятиборец
Уҡыу йорто Лос-Анджелеста Калифорния университеты[d][1]
Kingsburg High School[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократическая партия[d]
Спорт командаһы ағзаһы УКЛА Брюинз[d][1]
Масса 91 килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика һәм Баскетбол[1]
Спорт дисциплинаһы десятиборье[d]
Рекорд decathlon world record progression[d], decathlon world record progression[d] һәм decathlon world record progression[d]
Ҡатнашыусы athletics at the 1960 Summer Olympics – men's decathlon[d] һәм Лёгкая атлетика на летних Олимпийских играх 1956[d]
Ойошма ағзаһы Корпус мира[d]
Лигала уйнай NCAA Division I men's basketball[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 190 сантиметр
 Рафер Джонсон Викимилектә

Рафер Джонсон Роберт Кеннедиға һөжүм иткән Серхан Серханды ҡулға алырға ярҙам иткән кешеләр араһында була[4].

Спорт карьераһын тамамлағас, Джонсон үҙенең танылыу яулаған кеше булараҡ, үҙ исемен кино төшөү, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү һәм спорт комментаторы булып эшләү өсөн файҙалана. Ул Калифорниялағы Махсус Олимпиадаға нигеҙ һалыуҙа ҡатнаша.

Балалыҡ һәм үҫмерлек йылдары үҙгәртергә

Рафер Льюис Джонсон Техас штатындағы Хилсборола тыуа. Раферға биш йыл булғанда, уларҙың ғаиләһе Калифорния штатының Кингсбург ҡалаһына күсә. Билдәле бер ваҡытҡа тиклем, улар был ҡалалағы берҙән-бер ҡара тәнле кешеләре була. Универсал спортсы булараҡ, Рафер Кингсбургтың өлкән мәктәптәрендә футбол, бейсбол һәм баскетбол командаларында уйнай. Шулай уҡ уны бер нисә тапҡыр кластың президент итеп һайлайҙар. Кингсбургтан 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Тулар ҡалаһында йәшәүсе Мэтиас олимпияһының ике тапҡыр чемпионы Роберттың өлгөһө менән рухланып, Рафер 16 йәштән ун алыш менән мауыға. Шул мәлдә ул үҙенең тренерына: «Мин был егеттәрҙең күбеһен еңә алам» — тип әйтә[5]. Рафер Джонсон ярыштарҙа тәүге тапҡыр 1954 йылда ҡатнаша, был мәлдә уның Лос-Анжелестағы Калифорния университетына (UCLA) уҡырға ингән генә сағы була. Ул хайран итерлек спорт үҫеше күрһәтә: дүртенсе бәйгелә үк ул донъя рекорды ҡуя. Ул Пи-Лямбда-Фиға, ҡара тәнлеләр өсөн булдырылған АҠШ-тағы беренсе туғанлыҡ ойошмаһына инә һәм төркөмдөң президенты булып китә. 1955 йылда Джонсон Мехикола Панамерикан уйындарында алтын миҙал яулай.

1956 йылда Мельбурнда үткән йәйге Олимпия уйындарында Джонсон ун алышта һәм оҙонлоҡҡа һикереүҙә квалифиция үтә. Әммә йәрәхәт алыуы арҡаһында, ул оҙонлоҡҡа һикереүҙә ҡатнаша алмай, шуға ҡарамаҫтан, ун алышта үҙенең ватандашы Милт Кэмпбеллдан ғына ҡалышып, икенсе урынға тиклем күтәрелә. Бынан һуң ул бер тапҡыр ҙа еңелмәй.

Йәрәхәтләнеүе арҡаһында, Джонсон 1957 һәм 1959 йылғы миҙгелдәрҙе (һуңғыһы — юл аварияһы эҙемтәләре арҡаһында) үткәреп ебәрергә мәжбүр була. Уның карьераһының башы1960 йылда Римдә үткән йәйге Олимпия уйындары менән бәйле. Джонсондың төп дәғүәсеһе булып, Ҡытай Республикаһынан биш алыш спортсыһы Ян Чуаньгуан тора. Был спортсы ла UCLA-ла уҡый һәм Джонсон менән бергә университет стадионында күнекмәләр ала. Спортсылар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт урынлашҡан була. Ярыш ваҡытында әле бер спортсы, әле икенсеһе алға китә, әммә һуңғы төрҙә Джонсон Яндан өҫтөн булып сыға. Ләкин тайванлы 1500 метрға йүгереүҙә программаһын тамамлап торған Джонсонды уҙып китә. Әммә өҫтөнлөк Джонсон яғында ҡала һәм ул алтын миҙал яулай.

UCLA-ла Джонсон шулай уҡ легендар тренер Джон Вуден башланғысы аҫтында баскетбол командаһында ла уйнай башлай һәм 1959-60 йылдар миҙгелен ирҙәр йыйылма командаһы менән үткәрә[6].

1959 йылда Лос-Анджелестың Рэмс клубы драфтың 28-се раундында (дөйөм тәртиптә 333) Джонсонды раннингбэк итеп һайлай.

Кино һәм телевидение карьераһы үҙгәртергә

Римдә Олимпия уйындарына әҙерлек барышында актёр һәм Джонсондың дуҫы Керк Дуглас «Спартак» фильмендә эфиоп гладиаторы Драбты уйнарға тәҡдим итә. Джонсон башта ризалаша, ләкин аҙаҡтан баш тартырға мәжбүр була, сөнки Amateur Athletic Union был эш Джонсондан профессиональ актёр яһаясаҡ һәм олимпиадала ҡатнашыу мөмкинлегенән мәхрүм итәсәк, тип иҫәпләй. Һөҙөмтәлә, был ролде UCLA-ның танылған спортсыһы Вуди Строуд уйнай.

1960 йылда Рафер Джонсон киноға төшә һәм спорт коментаторы булып эшләй башлай. 1963—1964 йылдар миҙгелендә Channingтың студент тормошо тураһындағы АВС сериалында роль башҡара. Ул бер нисә фильмда төрлө ролдәр башҡара, шул иҫәптән, Джеймс Бонд тураһындағы «Үлтереүгә лицензия» тигән фильмда DEA исемле агент ролендә сығыш яһай. 1970 йылдар башында Джонсон Лос-Анджелестың спорт яңылыҡтарын яҡтыртып, штаттағы комментатор булып эшләй, ләкин, ахыр сиктә, икенсе шөғөлдәр менән мауығып китә.

Хәйриә һәм сәйәсәт үҙгәртергә

Джонсон Рафер 1961 йылда булдырылған Тыныслыҡ корпусында бер аҙ эшләп ала. 1968 йылда ул Роберт Кеннедиҙың һайлау алды кампанияһында ҡатнаша. Серхан Серхан Кеннедиға атҡанда, Джонсон уны башлап тотҡан һәм ҡоралһыҙландырған кешеләрҙең береһе була. Был эпизод Джонсондың «The Best That I Can Be» тип исемләнгән автобиографияһында тасуирлана, ул 1998 йылда нәшер ителә[7].

1969 йылда Рафер Джонсон Калифорнияның Махсус Олимпиадаһын булдыра һәм уның директорҙар советына инә. Был хәл 1968 йылда Чикагола беренсе Махсус Олимпиаданы күргәндән һуң була, был хәрәкәткә Юнис Кеннеди Шрайвер нигеҙ һала.1969 йылда Калифорнияның тәүге ярыштары Лос-Анжелестағы Мемориаль Колизеумда үтә, унда 900-ҙән ашыу интеллектуаль мөмкинлектәре сикләнгән спортсы ҡатнаша. 1983 йылды Джонсон Махсус Олимпиаданың президенты булып китә һәм 1992 йылда директорҙар советы рәйесе итеп һайланғанға ҡәҙәр был вазифала ҡала.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Рафер Джонсондың исеме профессиональ футболдың Дан залына индерелгән Джимми тигән ағаһы бар. Джонсондың ҡыҙы Дженнифер 2000 йылда Сиднейҙа үткән йәйге Олимпия уйындарында АҠШ командаһы өсөн пляж волейболы буйынса ҡатнаша. Параллель рәүештә ул UCLA-ла уҡый.

Танылыуы үҙгәртергә

1958 йылда, Sports Illustrated [8]. журналы версияһы буйынса, Джонсон йыл спортсыһы исемен яулай.

1960 йылда АҠШ-тың һәүәҫкәр атлеты булараҡ, ул Джеймс Салливан премияһына эйә була. Был афроамерикандарға бирелгән беренсе награда була.

Джонсон 1984 йылда Лос-Анжелеста үткән 1984 йылғы йәйге Олимпия уйындарының Олимпия утын тоҡандырыу өсөн һайлана.

1994 йылда Рафера Джонсон Донъяның гуманитар даны спорт залының беренсе тупланмаһына индерелә.

1998 йылда ESPN Джонсонды Төньяҡ Американың XX быуаттағы 100 бөйөк спортсыларының береһе, тип атай.

2006 йылда NCAA Джонсонды һуңғы 100 йылдағы иң абруйлы 100 атлет-студенттарҙың береһетип иғлан итә[9].

2009 йылдың 25 авгусында Калифорния губернаторы Арнольд Шварценеггер һәм Мария Шрайвер Рафер Джонсон Калифорнияның Дан залына һайланған 13 кешенең береһе буласағы тураһында белдерәләр, уларға арналған Калифорния музейындағы күргәҙмә йыл буйы эшләй. Тантана 2009 йылдың 1 декабрендә Сакраментола үтә.

Джонсон 2010 йылда Фернандо фондының «Гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн Фернандо премияһына» лайыҡ була.

Джонсон Вашингтондың Колумбия округы юғары уҡыу йорттары араһындағы Америка бөтә милли футболының Почёт таҡтаһы клубы ағзаһы һанала. Кингсбургтағы мәктәп, шулай уҡ Бейкерсфилд мәктәбе һәм балалар үҙәге уның исемен йөрөтә. Телгә алынған мәктәптәрҙең һуңғыһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн кластар бар, унда йыл һайын Рафер Джонсон көндәре үткәрелә. Джонсон унда шәхсән үҙе ҡатнашып, уҡыусыларға мөрәжәғәт менән сығыш яһай һәм спорт ярыштары үткәрә. 2011 йылда Джонсон Бейкерсфилд мәктәптәре округының дан залына индерелгән. Бынан тыш, Рафер Джонсон UCLA спорт директоры Дэн Герроның спорт буйынса кәңәшсеһе булып тора.

Фильмографияһы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 https://www.sports-reference.com/cbb/players/rafer-johnson-1.html
  2. Rafer Johnson, Winner of a Memorable Decathlon, Is Dead (ингл.)
  3. Olympic Decathlon gold medalist Rafer Johnson passes at 86
  4. A Life On The Way To Death, 'TIME' (14 июнь 1968). 27 апрель 2008 тикшерелгән. 2008 йыл 1 май архивланған.
  5. Joe Posnanski. Rafer Johnson and the Power of 10. Sports Illustrated (2 август 2010). Дата обращения: 2 август 2010. Архивировано 5 август 2010 года. 2010 йыл 5 август архивланған.
  6. Rafer Johnson — Olympic gold medalist and UCLA dad. Spotlight.ucla.edu (1 октябрь 2005). Дата обращения: 11 август 2013. 2008 йыл 18 ғинуар архивланған.
  7. Rafer Johnson, Philip Goldberg. The Best That I Can Be: An Autobiography. — Doubleday, 1998. — 270 p. — ISBN 0385487606.
  8. Sportsman of the Year. Sportsillustrated.cnn.com. Дата обращения: 11 август 2013. 2012 йыл 2 ноябрь архивланған.
  9. «100 Most Influentical Student-Athletes» 2008 йыл 7 декабрь архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Maraniss David. Rome 1960: The Olympics That Changed The World. — Simon & Schuster, 2008. — ISBN 1-4165-3408-3.

Һылтанмалар үҙгәртергә