Раумизм (эспер. Raŭmismo, ҡала исеме — Раума) — традицион эсперанто-хәрәкәтен тәнҡитләүсе һәм эсперантсыларҙы «үҙ аллы һайланған аҙ һанлы диаспора теле»[1] тип билдәләүсе идеология. Раумизм телгә ҡарата яңы лингвистик принциптарын ҡуллана, уға ярашлы, эсперанто аралашыу сараһы ғына түгел, ә, бәлки, был телдә һөйләшеүселәр өсөн үҙҙәрен танытыу сараһы ла.

Раума манифесы

үҙгәртергә

Раумизм Рауманың 1980 йылғы манифесына нигеҙләнә, ул фин ҡалаларының берһендә, XXXVI Эсперанто йәштәренең халыҡ-ара конгресында ҡабул ителә.

Манифест биш бүлектән тора:

1. Оҡшашлыҡ кризисы: мотвация кәрәклеген эсперантоға ғарағандымтвациялау кәрәклеген конкрет эш менән билдәләп китеү.

2. Иҫке маҡсаттарҙы тәнҡитләү: эсперантоға рәсми статус алыуға өлгәшеү һәм ҡаршы идеялар һәм статусы рәсми телдәр инглиз теленә ҡаршы тороу идеяһы.

3. Беҙҙең маҡсаттар: төп маҡсат — эсперантоның ыңғай ҡиммәттәре яйлап тормошҡа ашырыу юлы менән, уға таралыш биреү:

4. Үҫешкә илтеүсе юл булараҡ конгрестар: эсперанто-осрашыуҙарҙың һанын арттырыу һәм махсус халыҡ-ара конференцияларҙа эсперантоның эш итеү теле булараҡ ҡулланыу .

5. Эсперантоның яңы киләсәгенә ышаныу тураһында һығымта.

Esperanta Civito

үҙгәртергә

1998 йылдың авгусында Civito Esperanta (рус. Эсперантистский Полис һүҙмә-һүҙ:) төҙөлә, ул үҙен «раумизмды эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыусы»[2] тип билдәләй. Esperanta Civito халыҡ-ара субъект хоҡуғына эйә булырға ынтыла, ул дәүләтселектең конституция, партия, парламент ише ҡайһы бер атрибуттарына эйә.

Раумизм, Esperanto Civito кеүек үк, күпселек эсперантистарҙа рәсми танынылыу тапманы.

Шулай уҡ ҡарарға

үҙгәртергә
  • Һуңғы еңеүе — раумизмға ҡапма-ҡаршы раумизм идеологияһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Третий раздел манифеста Раумы
  2. Раумизм и Esperanta Civito  (эсп.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә