Май биреүсе культуралар


Май пальмаһы

Соя

Рапс

Көнбағыш

Ҡытай сәтләүеге

Мамыҡ үләне

Кокос пальмаһы

Европа зәйтүне
Төп май биреүсе культуралар

Май биреүсе культуралар (рус. Ма́сличные культуры) — ҡуйы май алыр өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр.

Мәғлүмәт

үҙгәртергә

Май биреүсе культуралар төрлө ғаиләләргә ингән үҫемлектәр ҡарай: астра һымаҡтар (көнбағыш, сафлор); баллыбабай һымаҡтар (перилла, ляллеманция); зәйтүн һымаҡтар (зәйтүн);ҡуҙаҡлылар (арахис, соя); һөтлөгән һымаҡтар (кенә уты); әүернә һымаҡтар (шипкән, рапс, сәсеүлек шипкәне һ.б.). Ҡуйы май шулай уҡ кукуруз, бойҙай[1] һ.б. культураларҙың орлоҡ бәбәгенән алына. Май биреүсе культураларараһынан һыуыҡҡа бирешмәгән үҫемлектәргә — шипкән, рапс, ерән бәшмәк, йылы яратыусыларға — ҡытай сәтләүеге[2], кенә уты, кунжут һәм соя[2], ҡоролоҡҡа сыҙамлыларға сафлор һәм шипкән ҡарай.

Май биреүсе культуралар

үҙгәртергә

Башҡаса күрһәтелмәһә, майҙарҙыңң исемдәре ГОСТ 21314-75, ГОСТ ИСО 5507-97, ГОСТ Р ИСО 5507-2012 йәки ТР ТС 024/2011 буйынса бирелә.

Ғаилә Латин атамаһы Урыҫ атамаһы Үҫемлек өлөшө Май
ru:Анакардиевые (Anacardiaceae) Anacardium occidentale L. кешью орлоҡ кешью майы
Pistacia vera L. фисташка настоящая орлоҡ фисташка майы
Астралылар (Asteraceae) Carthamus tinctorius L. сафлор красильный орлоҡ сафлор майы
Cynara cardunculus L. артишок испанский орлоҡ артишок майы[en]
Helianthus annuus L. подсолнечник однолетний орлоҡ көнбағыш майы
Silybum marianum (L.) Gaertn. расторопша пятнистая орлоҡ расторопша майы
Ҡуҙаҡлылар (Fabaceae) Arachis hypogaea L. арахис боб арахис майы]][2]
Glycine max (L.) Merr. соя культурная боб соя майы[2]
ru:Буковые (Fagaceae) Fagus spp. бук орех бук майы
ru:Бурачниковые (Boraginaceae) Borago officinalis L. огуречная трава орлоҡ ҡыяр майы
Виноградлылар (Vitaceae) Vitis vinifera L. виноград культурный орлоҡ виноград майы[2], или Виноград төштәре майы[1]
ru:Диптерокарповые (Dipterocarpaceae) Shorea spp. шорея плод шорея майы[en][1]
Ҡыяҡлылар (Poaceae) Oryza sativa L. рис посевной көрпә дөгө майы, йәки дөгө көрпәһе майы[1]
Triticum aestivum L. пшеница мягкая яралғы бойҙай майы[1]
Triticum durum Desf. пшеница твёрдая яралғы
Zea mays L. кукуруза сахарная яралғы кукуруз майы
Сатыр сәскәлеләр (Apiaceae) Coriandrum sativum L. кориандр посевной орлоҡ кориандр майы
Капустные (Brassicaceae) Brassica napus L. рапс орлоҡ рапс майы
Brassica campestris L. сурепица орлоҡ суреп майы[en]
Brassica juncea (L.) Czern. горчица сарептская орлоҡ гәрсис майы
Brassica nigra (L.) W.D.J.Koch горчица чёрная орлоҡ
Sinapis alba L. горчица белая орлоҡ
Camelina sativa (L.) Crantz рыжик посевной орлоҡ ҡыр шипкәне майы
Crambe abyssinica Hochst. ex R.E.Fr. крамбе абиссинская орлоҡ крамбе майы
Киндерлеләр (Cannabaceae) Cannabis sativa L. конопля посевная орлоҡ киндер майы
Крыжовниковые (Grossulariaceae) Ribes nigrum L. смородина чёрная орлоҡ ҡара ҡарағат майы
Лавровые (Lauraceae) Persea americana Mill. авокадо емеш мезокарпийҙары авокадо майы
емештең үҙәге (орлоҡ) авокадо майы
Етен һымаҡтар (Linaceae) Linum usitatissimum L. лён обыкновенный орлоҡ етен майы
Мәк һымаҡтар (Papaveraceae) Papaver somniferum L. мак снотворный орлоҡ мәк майы
Мальвалыларе (Malvaceae) Ceiba pentandra (L.) Gaertn. хлопковое дерево (капок) орлоҡ капок майы
Gossypium spp. мамыҡ үләне орлоҡ мамыҡ үләне[~ 1][3]
Theobroma cacao L. какао какао орлоғо) какао майы
ru:Мареновые (Rubiaceae) Coffea arabica L. кофе аравийский орлоҡ) кофе майы
ru:Маслиновые (Oleaceae) Olea europaea L. олива европейская төшө зәйтүн майы
ru:Молочайные (Euphorbiaceae) Aleurites spp. тунг орлоҡ тунг майы
Euphorbia lathyris L. молочай чины орлоҡ молочай майы
Ricinus communis L. клещевина обыкновенная орлоҡ касторка
ru:Олаксовые (Olacaceae) Ongokea gore (Hua) Pierre болеко костянка (орех) болеко майы
Ореховые (Juglandaceae) Juglans regia L. орех грецкий төшө грек сәтләүеге майы, йәки сәтләүек майы
Пальмовые (Arecaceae) Attalea spp. [syn. Orbignya][~ 2] атталея төшөнөң үҙәге бабассу майы[2]
Cocos nucifera L. кокосовая пальма копра кокос майы
Elaeis guineensis Jacq. масличная пальма емештең ите пальма майы[~ 3]
емешенең үҙәге пальма үҙәге майы
Ҡушъяпраҡлылыр (Zygophyllaceae) Balanites spp.[~ 4] баланитес орлоҡ баланитес майы[en]
Паслёновые (Solanaceae) Solanum lycopersicum L. томат орлоҡ томат майы
ru:Педалиевые (Pedaliaceae) Sesamum indicum L. кунжут индийский орлоҡ кунжут майы[2], йәки беген майы[2]
Розовые (Rosaceae) Prunus armeniaca L. абрикос һөйәк орлоғо) абрикос майы[en]
Prunus cerasus L. вишня обыкновенная төшө баҡса сейәһе майыһы
Prunus domestica L. йорт сливаһы төшө слива майы
Prunus dulcis (Mill.) D.A.Webb миндаль төшө миндаль майы
Prunus persica (L.) Batsch персик төшө персик майы
Сапотовые (Sapotaceae) Argania spinosa (L.) Skeels аргания колючая төшө арганий майы
Madhuca longifolia (J.Koenig ex L.) J.F.Macbr. мадука длиннолистная орлоҡ мадука майы
Сосновые (Pinaceae) Pinus pinea L. пиния орлоҡ пиния майы
Pinus sibirica Du Tour сибирский кедр орлоҡ (кедровый орех) кедр майы
ҡабаҡ һымаҡтар (Cucurbitaceae) Citrullus lanatus (Thunb.) Matsum. & Nakai арбуз обыкновенный орлоҡ ҡарбуз майы
Cucumis melo L. дыня орлоҡ ҡауын майы
Cucurbita maxima Duchesne ex Lam. Тыква крупноплодная орлоҡ ҡабаҡ майы
Cucurbita pepo L. Тыква обыкновенная орлоҡ
ru:Хризобалановые (Chrysobalanaceae) Licania rigida Benth. ликания жёсткая орлоҡ ойтисик майы
Сәй (Theaceae) Camellia sinensis (L.) Kuntze чай орлоҡ сәй майы
Яснотковые (Lamiaceae) Lallemantia iberica (M.Bieb.) Fisch. & C.A.Mey. ляллеманция иберийская орлоҡ ляллеманция майы
Perilla frutescens (L.) Britton перилла орлоҡ перилла майы

Үҫемлектәрҙә май составы

үҙгәртергә

Май биреүсе культуралар емештәрендә (орлоҡтарында) май күләме (абсолют ҡоро матдәгә %‑тарҙа): ҡытай сәтләүеге 41—57; күк шипкән 35—47; майлы етен 30—48; кенә уты 47—59; көнбағыш 29—57; перилла 26—50; рапс 33—50; ерән бәшмәк 26—46; соя 15—25.Май биреүсе культуралар емештәре һәм орлоҡтары — май эшкәртеү сәнәғәте өсөн сеймал. Ҡуйы майҙарҙы кулинарияла, консервалар, кондитер изделиелары, маргарин әҙерләүҙә, лак‑буяу сәнәғәтендә, туҡыу сәнәғәтендә һ.б. ҡулланалар. Жмых һәм шрот — ауыл хужалығы малдары өсөн ҡиммәтле концентрат мал аҙыҡтары.

Башҡортостан шарттарында етештереү

үҙгәртергә

Башҡортостанда башлыса көнбағыш һәм рапс үҫтерелә. Көнбағыш үҫтереүҙең төп зоналары — Урал алды дала зонаһы, яҙғы рапстыҡы — төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы, төньяҡ урман‑дала зонаһыһәм көньяҡ урман‑дала зонаһы. Республикала май биреүсе культуралар сәсеү майҙандары 200 мең га ашыу тәшкил итә (2012).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Каталог несущих масел // Основы фитокосметологии / Сост. Л. Голан, Н. Виноградова. — США: AND Group, 2009. — С. 173—195. — 220 с. — (Materia Medica). — ISBN 978-1-4116-8065-4.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Кодекс Алиментариус. Жиры, масла и производные продукты = Codex Alimentarius. Fats, oils and related products / ФАО и ВОЗ. — М.: Весь Мир, 2007. — 68 с. — ISBN 978-5-7777-0371-2.
  3. Хлопчатниковое масло // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Аюханов М. Б. Масличные культуры. Уфа, 1982; Технология производства семян ярового рапса в Республике Башкортостан: рекомендации. Уфа, 2007.
  • ГОСТ Р ИСО 5507-2012 Семена масличных культур, растительные масла и жиры. Номенклатура
  • ГОСТ 21314-75 Масла растительные. Производство. Термины и определения
  • Культурная флора СССР / Наркомзем СССР; ВАСХНИЛ; ВИР; под ред. проф. Е. В. Вульф. — М.—Л.: Гос. изд-во колхоз. и совхоз. лит., 1941. — Т. VII. Масличные. — 496 с.
  • Axtell B. L., Fairman R. M. Minor oil crops. — Rome: FAO, 1992. — 241 p. — (FAO Agricultural Services Bulletin No. 94). — ISBN 92-5-103128-2.

Май биреүсе культуралар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


Май биреүсе культуралар
Ҡытай сәтләүеге | Аҡ гәрсис | Сарепт гәрсисе | Ҡара гәрсис | Кенә уты | Кокос пальмаһы | Киндер | Кунжут | Етен | Ляллеманция | Европа зәйтүне | Перилла | Көнбағыш | Кукуруз | Рапс | Шипкән | Сафлор | Соя | Тунг | Мамыҡ | Чуфа


Өҙөмтә хатаһы: "~" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="~"/> тамғаһы табылманы