Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы

(Рамиля Худайгулова битенән йүнәлтелде)

Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы (12 октябрь 1942 йыл) — театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).

Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы Хоҙайғолова 1942 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылында тыуған.

1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Ғ. Ғ. Ғиләжев курсы) тамамлағас, 1972 йылға тиклем һәм 1974 йылдан алып Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт», Мостай Кәрим), Мария («Һуңғы аҙым», А. Дударев), Мөғлифә («Бәхеткә ҡасҡандар», Таңсулпан Ғарипова). Ауыр һәм трагик яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар образдарын һүрәтләндерә: Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»; дебют, 1964), Асель («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем», Сыңғыҙ Айтматов), Нурия («Аҡҡош йыры», Баязит Бикбай), Илбикә («Әсә хөкөмө», Әнғәм Атнабаев), Һәҙиә («Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми», Наил Ғәйетбай), Мәхмүзә («Ҡоҙаса», Баязит Бикбай һәм Заһир Исмәғилев), Сәрби («Башмағым»), Мәрфуға ҡарсыҡ («Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар…», Флорид Бүләков).

Йәш режиссёр Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» фильмында Өләсәй ролен уйнай (2010).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978)
  • Һәҙиә Дәүләтшина роле өсөн Республика театр сәнғәте смотрында Бәҙәр Йосопова исемендәге Театр эшмәкәрҙәре союзының премияһы (1994).
  • «Театр яҙы» Республика фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында приз (2005).

Һылтанмалар

үҙгәртергә