Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы

башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург
(Наил Ғәйетбай битенән йүнәлтелде)

Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы, Наил Ғәйетбай (20 июнь 1948 йыл) — шағир, яҙыусы, драматург. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).

Наил Ғәйетбай
Исеме:

Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы

Тыуған көнө:

20 июнь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург,

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 1948 йылдың 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1966 йылда Сибайҙа урта мәктәп тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый. 1972 йылда инженер-механик һөнәре алғас, Себерҙә эш башлай. Кемеров өлкәһе Киселев машиналар төҙөү заводында мастер, участок етәксеһе, баш механик вазифаларын башҡара. Артабан Сибай баҡыр-көкөрт заводында өлкән механик (1976—1978), өлкән инженер (1978—1988) була.

1983 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда — ГИТИС ҡарамағындағы Юғары театр курстарын тамамлай.

1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында әҙәби кәңәшсе булып эшләй.

1992—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.

1994—2010 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй.

2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2016 йылдың 29 ноябренәсә эшләй[1].

17 китап һәм 25 пьеса, 2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы.

Пьесалары

үҙгәртергә

Китаптары

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әҙип тураһында

үҙгәртергә
  • Ямалетдин М. Рухыбыҙ тарихын барлаусы китап (Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде). «Башҡортостан» гәзите, 2016, 6 сентябрь[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В Уфе избран исполняющий обязанности председателя Союза писателей республики.  , 2016, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016) (рус.)
  2. 2016 йыл 15 октябрь [https://web.archive.org/web/20161015053312/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/23522-yn-brtklp-yyyyp-alam-min-ysh-ksn.html архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған. 2016 йыл 15 октябрь архивланған.  , 2016, 6 сентябрь] 2016 йыл 15 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 сентябрь 2016)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар