Радж Капур

режиссёр, продюсер, театр һәм кино актёры. Ижтимағи мәсьәләләргә бағышланған романтик таҫмалар төшөргән

Ранби́р Радж Капу́р (һинд राज कपूर, ингл. Raj Kapoor; 1924 йылдың 14 декабрендә Пешаварҙа тыуған — 1988 йылдың 2 июнендә Дели ҡалаһында вафат булған) — режиссёр, продюсер, театр һәм кино актёры. Ижтимағи мәсьәләләргә бағышланған романтик таҫмалар арҡаһында танылыу яулаған. Тыуған илендә Радж Капур бар булған наградалар һәм регалияларға эйә булған һәм үлгәндән һуң да, бөгөнгәсә, уларға лайыҡ булыуын дауам итә. «Һинд Чарли Чаплины», «һинд киноһы атаһы» һәм «легендар шоумен» булараҡ билдәле. Рәсәйҙә (Советтар Союзында) «иптәш Берәҙәк» булараҡ билдәле булған. 1920-се йылдар аҙағында һинди телендәге кинола уйнаған Капурҙар династияһының иң билдәле вәкиле.

Радж Капур
राज कपूर
Исеме

Ранбиррадж Капур

Тыуған көнө

14 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][2][3]

Тыуған урыны

Пешавар, Британ Һиндостаны

Вафат көнө

2 июнь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][4] (63 йәш)

Вафат урыны

Нью-Дели, Һиндостан

Һөнәре

актёр, кинорежиссёр, сценарист, кинопродюсер

Карьераһы

1935, 1946—1988

IMDb

ID 0004292

 Радж Капур Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ранбир Радж Капур1924 йылдың 14 декабрендә (Пакистандың хәҙерге Хайбер-Пахтунхва провинцияһындағы) күренекле актёр һәм театр эшмәкәре Притхвираджа Капур һәм уның ҡатыны Раманың (ҡыҙ сағындағы исеме Рамсарни Мехра) Пешавар ҡалаһында тыуған. Үҙенең кинолағы тәүге ролен Радж 1935 йылда «Революция» фильмында ун бер йәшендә уйнаған[5][6]. Бала сағынан башлап, мәктәп конкурстарында ҡатнашып, декламация өсөн приздар алған, туғандары һәм дуҫтары өсөн өйҙә спектаклдәр ҡуйған. Һуңғараҡ был мауығыуҙары «Испепеляющая страсть» автобиографик фильмында сағылған. Әммә кино Радждың хыялы булған. Өлгөргәнлек аттестатын да (сығарылыш имтиханында латынды бирә алмай) алмаған көйө, ул йәш кенә көйө Bombay Talkies («Бомбей токиз») студияһында режиссёр ассистенты булып эшләй башлай һәм, параллель рәүештә көнбайыш киноһы ҡаҙаныштарын өйрәнеп, тәжрибә аша төп кинематографик һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. 1944 йылдан Радж атаһының театрында (Prithvi Theatre) режиссёр ассистенты, шулай уҡ, «Стена» һәм «Патан» спектаклдәрендә, импровизацияға һәләтле икәнен, хис-тойғоларын, эмоциональность, темпераментын һәм музыкаллеген күрһәтеп, актёр булып эшләй. Уны продюсерҙар күреп йөрөй, һәм 1946 йылдан ул фильмдарҙа («Вальмики», 1946, «Голубой лотос», 1947, реж. Кидар Шарма) әүҙем төшә башлай.

Карьераһы

үҙгәртергә

Тәүге тәжрибәһе

үҙгәртергә

1947 йыл, бөтә Һиндостанға һынылышлы йыл булған кеүек, Радж Капур өсөн дә үҙгәрештәр йылы була: уның кинорежиссура тураһындағы хыялы тормошҡа аша. 1947 йылда дүрт төп роль уйнап, ул эшләп алған аҡсаһын үҙенең тәүге «Испепеляющая страсть» фильмын төшөрөүгә өлгәшә. Башлап эшләүсе театр режиссёры тураһындағы был фильмда техник яҡтан да, йөкмәтке яғынан да Капурҙың буласаҡ картиналарындағы үҙенсәлекле элементтары: яҡтылыҡ һәм күләгәнең уйнауын ҡулланған контраст ҡара-аҡ төшөрөү, автобиографик штрихтар, ысын һәм ялған матурлыҡ фәлсәфәһе, художниктың ысынбарлыҡ тәғәйенләнеше темаһы күренә. Ошо фильмдан Радж Капурҙың актриса Наргис менән хеҙмәттәшлеге башланған (артабан улар икеһе 16 фильмда төшкән).

Тәүге фильмы бик уңышлы булмаһа ла, Радж Капур 1948 йылда үҙекнең R.K. Films («Р. К. Филмз») студияһын аса һәм ҙур масштаблы «Ямғырҙар миҙгеле» фильмына тотона, шунан башлап уның донъяға шиңмәҫ режиссёрлыҡ даны тарала[7]. Был ваҡытта Радж Капур Һиндостандың ғына түгел, ә бәлки бөтә донъяның иң йәш режиссёры була. «Сезон дождей» фильмының уңышына режиссёр-энтузиастың тотош бик һәләтле ижади кешеләр төркөмө менән эшләүе килтерә, «Капур командаһы» формалаша башлай. Һиндтарса донъяны ҡабул итеү һәм мәҙәни традиция үҙенсәлектәре картиналарҙың музыкаль биҙәлешенә иғтибарҙы талап итә. Иң яҡшы композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итеүе һәм Капурҙың үҙенең музыкаль һәләтлелеге иҫ киткес сифатлы музыка «Р. К. Филмз» флагы аҫтында сыҡҡан фильмдарының фирмалылығына йоғонто яһаған. Шанкар—Джайкишандар яңы композиторлыҡ дуэты барлыҡҡав килтергән «Сезон дождей» фильмының саундтрегы әлегә тиклем һинд фильмы тарихында иң яҡшыһы булып ҡала. Шул уҡ йылда һинд кинотамашасыһы Мехбуб Хандың (Mehboob Khan) «Репутация» фильмында (ике легендар актёрҙың берҙән-бер уртаҡ фильмы) Радж Капур — Наргис — Дилип Кумар актёр триоһының сағыу сығышынан ләззәт табыу мөмкинлеген алды.

Үҙенең иртә фильмдарының күбеһендә Капур режиссёр һәм продюсер ғына түгел, төп ролде башҡарыусы ла була. «Сезон дождей» фильмында уның Наргис менән романтик дуэты ул саҡтағы һинд киноһына хас булмаған интенсивлыҡ, эмоциональ көсөргәнешлек һәм тәбиғилек (шыбырлау, интим интонациялар, спонтан ишаралар) менән айырыла. Худлжник һәм уның Музаһын һынландырған Радж һәм Наргис төшкән бер кадр хатта "Р. К. Филмз"дың символик эмблемаһы (логотибы) нигеҙенә һалынған. Художник бер ҡулына скрипка, икенсеһе менән матур һығылмалы ҡыҙҙы ҡосаҡлаған. Бер аҙ үҙгәртелгән был логотип тиҫтә йылдар дауамында әле лә студияның бөтә фильмдарында һаҡланған, шул иҫәптән Радж Капурҙың улдары төшөргән фильмдарҙа ла. Матур музыка, көсөргәнешле сюжет, ғәҙәттән тыш, экспрессионист визуаль рәт һәм харизматик йәш геройҙар фильмға шаңғытҡыс уңыш килтерҙе.

Файл:Постер к фильму «Господин 420».jpg
Радж Капур «420 әфәнде» фильмында

Илленсе йылдар Капур данын бөтә донъяға таратты һәм уны тамашасы мөхәббәте менән уратыла. Актёр булараҡ, был осорҙа Дилип Кумар һәм Дев Ананд менән Бомбей киноиндустрияһының атаҡлы актёр "триумвират"тын булдыра. Режиссёрлыҡ булмышы һәм уңышы уға фильмдарҙа күп итеп уйнарға ҡамасауламай, сөнки үҙ фильмдарын төшөрөүгә аҡса эшләй. Әммә был уның күренекле актёрлығын кәметмәй, ул камера алдында алсаҡ, тәбиғи, етеҙ һәм һығылмалы, тасуири сараларҙың киң диапазонына, гротесктан клоунадаға саҡлы, эйә, нескәхис-тойғоло нюанстарҙы күҙ ҡарашы һәм йылмайыу аша ғына бирә ала, Радж Капур-режиссёр фильмдарында уйнаған ролдәре иң яҡшыһы. Данлыҡлы «Бродяга» (1951, фильм 1953 йылғы Канны фестивалендәге төп программала ҡатнаша) һәм «Господин 420» (1955), барса ҡыйынлыҡтар һәм һынауҙар үткән һөймәләкле, түбәнселектә йәшәүсе, әммә «алтын йөрәген» һаҡлап ҡалыусы һәм ышанысын юғалтмаусы ҡала кешеһе «берәҙәк» Раджа, йәки Раджуның классик образы асылған фильмдары. Радж Капурҙың Чарли Чаплиндан алған иң күренекле маскалы образы[6]. Капур битлекте һуңғы тапҡыр opus magnum — алты йыл ғүмерен алған дүрт сәғәт буйы барған «Минең исемем — Клоун» (1970) тәүбә фильмында кейгән.

Капурҙың: лирика, романтика, фольклор, мифология, пафос, юмор, реализм һәм социаль тәнҡит кеүек үҙ-ара бәйләнә алмаҫлыҡ төшөнсәләрҙе берләштергән фильмдары Һиндостанда ғына түгел күрше Көньяҡ Азияла, Иранда, Төркиәлә, ғәрәп илдәрендә, Ҡытайҙа, Көнсығыш Европа һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә таныла. Был илдәр халҡы өсөн Радж Капур пост-колониаль, нерувиан Һиндостанының образы һәм символы, «байраҡсыһы» һәм «илсеһе» була. Әммә Капурҙың совет тамашасыһы өсөн шаңғытҡыс һәм феноменаль уңышы әйтеп бөтөргөһөҙ, ул иң танылған сит ил актёры һәм СССР-ҙа иң популяр һиндостанлы булған[6]. "Р. К. Филмз"дың күп фильмдары («Бродяга», «Чистильщики обуви», «Господин 420», «Бодрствуйте!» һәм «Страна, в которой течёт Ганг» (1960) этик һәм социаль тематикаға иғтибар итә, уларҙа нерувиан социализмы мисәте ята. Был йәш Капурҙың идеалистик ҡараштарын ғына сағылдырып ҡалмай, ә күп сценарийҙар авторы — яҙыусы Ходжа Ахмад Аббастың марксистик ҡараштарын сағылдырған.

1947—1956 йй. Радж Капур һәм Наргис уйнаған ун алты фильм, экранда осҡон сәсеүе һәм ысынлығы һәм әлегә тиклем ҡабатланмауы менән уларҙы һинд фильмының иң романтик пары яһаны. Улар шул тиклем оҫталыҡ, бер-береһен аңлауы, ике яҡлы магнетизм менән айырылып тора, тамашасы ҡайҙа экран тормошо тамамлана һәм ҡасан ысын тормош башлана икәнен дә аңламай ултырған. Наргис арғҡаһында, данлыҡлы «социаль» фильмдар — «Бродяга» һәм «Господин 420» — нәҡ бөйөк мөхәббәт тураһындағы романтик картиналар һымаҡ ҡабул ителгән, һәм мөхәббәт йәш герой таянырлыҡ якорь булған, һәм фәҡирлектең һәм бәхетһеҙлектең дөм ҡараңғылығынан сығырға ярҙам итеүсе яҡты маяҡ булған. Таҙа һәм яҡты мөхәббәт Капурҙың фәлсәфәһе булған һәм уның ижтимағи фильмдарына индивидуаль, кешелекле төҫ биргән. Был фильмдарҙың героиняһы традицион «ир ҡатыны» ғына түгел, ә геройҙың тормошон үҙгәртә алырлыҡ, иң ҡыйын мәлдәрендә уға ярҙамға килерлек сағыу, көслө, үҙ аллы һәм бөтөн шәхес. Радж һәм Наргис романтик парын фильмдарҙа яңғыраған популяр йырҙар уларҙың мөнәсәбәттәрен хисле итә: Mujhe Kisi Se Pyaar Ho Gaya, Meri Aankhon Me Bas Gaya (икеһе лә — «Сезон дождей»), Dam Bhar Jo Udhar Munh Pere («Бродяга»), Jane Na Nazar («Дыхание любви»), Yeh Raat Bheegi Bheegi, Aaja Sanam Madhur Chandani (обе — «Тайком от всех»). Шулай уҡ «Бродяга» фильмында геройҙың төш күреү новаторҙарса сәхнәһе. Pyar Hua Iqrar Hua («Господин 420») йыры күрәҙәселек йыры кеүек ҡабул ителә: «тыуар тоҡомдар» (Радж Капур Наргисты «фильмдарыныъ әсәһе» тигән[5]) үҙҙәренең мөхәббәт йырҙарын йырлар тиеүе. 1957 йылда Радж Капур һәм Наргистың ижади союзы тарҡала: ул Мехбуб Кхандың «Мать Индия» масштаблы фильмында төшә, был уның карьераһындағы иң бейек нөктә була, һуңынан кейәүгә сыға һәм киноны ҡалдыра.

Наргистан һуң

үҙгәртергә

Наргистан һуң Капур ижади тәнәфескә туҡтай һәм бер нисә йыл режиссура менән шөғөлләнмәй. Был йылдарҙа төрлө студияларҙа, төрлө партнёршалар менән, төрлө режиссёрҙарҙа, тамашасы һәм тәнҡитселәр араһында төрлө уңыш ҡаҙанған төрлө жанрлы фильмдарҙа уйнай. Трагик планлы актриса Мина Кумари менән «Шарда» (Sharada, 1957) трагедияһында, ә һуңынан «Четыре сердца, четыре дороги» (1959) социаль драмаһында, Мала Синха (Mala Sinha) менән — «Воспитание» (1958) һәм «Игры судьбы» (1959) мелодрамаларында, данлыҡлы Мадхубала (1947 й. «Голубой дотос» картинаһында тәүләп уйнаған), — «Два хозяина» (1959) сағыу масала-фильмында уйнай. Был картиналарҙа уның актёрлыҡ потенциалы һәм харизмаһы тулыһынса ҡулланылып бөтмәгән кеүек тойола. Был осорға капур актёрлыҡ эштәренең «алтын тиҫтә»һенә ингән фильмдары: «И снова будет утро» (1958) һәм «Простофиля» (1959) ҡарай. беренсе фильмдың сюжеты Фёдор Михайлович Достоевскийҙың «Енәйәт һәм яза» әҫәренә ҡайтып ҡала. Ҡалала йәшәгән түбән ҡатламдан киләсәккә өмөтө булмаған ябай, белемле, әммә ярлы егет, осраҡлы тиерлек кеше үлтерә. Фильм полиция ғына түгел, үҙенең намыҫы ла эҙәрлекләгән геройҙың психологияһын аса. Бындай психологик тәрәнлеккә эйә ролде Радж Капур әле уйнамаған була, һәм ул һәйбәт уйнай. Был фильмдың етдилегенә йыр текстары ла тура килеп тора. «Простофиля» фильмы уңышлы була һәм наградаларға эйә була. Нутан менән уңышлы дуэт («Мошенник» (инг.)баш., 1960; «Свадьба моей любимой» (инг.)баш., 1963) картиналарында дауам иткән.

1960 йылда «Р. К. Филмз» киностудияһы яңы фильм: ҡатмарлы патриотик теманы сағылдырған «Страна, в которой течёт Ганг» фильмын төшөргән. Радж Капур картинаның продюсеры һәм төп ролде башҡарыусыһы була, фильм режиссёры тип оператор Радху Кармакар күрһәтелгән. Әммә был фильмда ла Капурҙың шәхси стиле ята. Был фильм да — элекке фильмдары кеүек авторлыҡ эше. Фильм Капурҙың ҡырғынсы һәм илленсе йылдарҙағы аҡ-ҡара «винтаж» фильмдарынан алтмышынсы-һикһәненсе йылдарҙағы киң масштаблы төҫлө полотнолары араһында ятҡан үҙенсәлекле күпер булып тора. Ябай Раджуға, был тарихтың геройына, шәхси проблемаларҙы ғына түгел, тотош «халыҡ» (был осраҡта халыҡ геройҙы әсирлеккә алған юлбаҫарҙар итеп күрһәтелгән) проблемаларын да хәл итергә тура килә, һәм ул бурысын уңышлы үтәй. Был фильмдың героиняһын юғары профессиональ бейеүсе, көньяҡ мәктәп актрисаһы, темпераменты һәм хисле образы элегант һәм нескә Наргисҡа киҫкен ҡапма-ҡаршы тороусы Падмини булған.

Капурҙың тағы бер фильмы — «Сангам» (инг.)баш. (1964) — бик әһәмиәтле булған. был 40 йәшлек режиссёрҙың тәүге төҫлө фильмы булған, һәм төҫлө хәл итеү ваҡ-төйәгенә тиклем уйланыған булған. Фильм йыл буйына экранов кинотеатрҙар экранынан төшмәгән һәм барлыҡ касса рекордтарынан ашҡан. Был фильмда Капур тәү тапҡыр социаль проблемаларҙан ситләшкән һәм ғаилә эштәренә иғтибар йүнәлткән; мөхәббәт, яратыу, көнләшеү тойғолары, үҙ-ара тоғролоҡ менән бәйләнгән һәм интеккән өс дуҫтың драмаһы ысын һәм «тормошсан» булып сыға. Хис-тойғоға тулышҡан, шәп музыка һәм визуаль табын менән биҙәлгән мелодрама — Европала зиннәтле төшөрөүҙәр тотош аңлашылмаусанлыҡ һәм яңғыҙлыҡҡа әйләнә. Радж Капур бында эске шайтандары менән көрәшеүсе яҡшы һәм алсаҡ кешенең ролен уйнай. Фильм нескәлеге һәм психологик анализдың аяуһыҙлығы менән айырыла, күп ҡатлы, әһәмиәтле символик нюанстарға бай. Фильмдар режиссёр кисергән «урта йәш көрсөгөн» күрһәтә һәм режиссёрҙың тиҫтерҙәренә, өокән аудиторияһына бағышланған. «Сангам» фильмында Капурға тап килеп торған партнёршаһы көньяҡ бейеү мәктәбе вәкиле актриса — Виджаянтимала, Капурҙың ентекле етәкселегендә ысын ҡатмарлы ролен драматик кимәлдә башҡарҙы.

"Сангам"дың шәп уңышынан һуң Радж Капур үҙенең magnum opus — тормошоноң төп ижады тип һаналған фильмы өҫтөндә эшләй. Һүҙ алты йыл ғүмерен алған һәм өс гериня ҡатанаҡан өс өлөштән торған дүрт сәғәт барған «Моё имя Клоун» фильмы тураһында. Фильм өҫтөндә эшләгәндә лә, Радж Капур кинола төшөүен дауам иткән. Болливудтың махсуслашыуы специфика шундай: донъяға танылған гениаль режиссёр, башҡа режиссёрҙар майҙансығында эшләп, үҙенең фильмдары өсөн үҙе аҡса табырға тейеш булған. Был төҫлө картиналар («Преступление и…», «Вокруг света» (инг.)баш.) араһынан «Продавец мечты» (1967) фильмын атарға була, бында Радж Капур 70-се йй. буласаҡ мегайондоҙо, йәш dream girl Хема Малини менән уйнай, Радж Капур аумаҡай образын үҙенә тормошта күберәк тап килгән тылсымсы роленә күсеп киткән.

1966 йылда, Радж продюсеры дуҫы, тарафдашы шағир Шайлендр булған «Третья клятва» фильмында төшкән. Был фильм Капурҙың актёрлыҡ исемлегендә айырым урын тота — Шайлендрҙы дуҫ күреп, Капур түләүһеҙ гонорарһыҙ һәм юғары художество кимәлгә өлгәшеү маҡсатында эшләй. Һинд яҙыусыһы Пханишварнатх Ренуҙың Mare Gaye Gulfamхикәйәһе буйынса бенгаль режиссёры Басу Бхаттачария ҡуйған был фильмды «целлулоид тураһында поэма» тиҙәр — уның поэтик һәм лирик көсө шулай. Фильма ваҡиғаһы XX быуат башында Бихарҙа бара. Радж Капур йәш түгел ауыл кешеһен, вол көтөүсеһе Хираманды уйнай, уны яҙмыш матур һәм белемле ҡала ҡатыны — бейеүсе Хирабаи (Вахида Рехман) менән таныштыра. Ошо бер-береһенә оҡшамаған кешеләрҙең дуҫлығы һәм мөхәббәте һәм бер-беренә ныҡ туған булып китеүе шул тиклем нескә һәм ғәҙәти булмағанса күрһәтелеүе арҡаһында халыҡ-ара фестивалдәрҙә фильм ғәҙел рәүештә милли наградалар ала, ә Капурҙың уйыны уның актёрлыҡ биографияһында балҡып торған бейеклек тип таныла. Иртә «Бодрствуйте!» һәм «И снова будет утро» фильмдарында ла, һуңғараҡ та Радж Капур үҙенең актёрлыҡ һәләтен бар ҡеүәте менән күрһәтте.

«Моё имя — Клоун» (1970) фильмы үҙәгендә — яңғыҙлыҡта йәшәгән кеше, клоун Раджу, һәм ул күп нимәне юғалта-таба, беҙҙең күҙ алдында үҫмерлектән ҡартайғансы ғүмер юлын үтә. Яйлап «Сәхнә дауам итергә тейеш» (Show must go on!) магик имләүе уның тормош лозунгыһы булып китә — һәм, яҙмыш бәхетһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, шуға ул маниакаль ныҡышмалылыҡ менән атлай. Клоун кешеләрҙе көлдөрөүҙе һәм уларға ерҙә йәшәү бәхете тулылығын тойҙороуҙы үҙенең бурысы һәм бәхете тип иҫәпләй, һәм уны яҡшылыҡтың һәм кешелеклектең эске резервтары иҫәбенә башҡарыуы бөтмәҫ-төкәнмәҫ. Беренсе өлөшөндә (новеллала) үҫмер Раджу (Риши Капурҙың, режиссёрҙың улының тәүге роле) һуңынан кейәүгә сыҡҡан уҡытыусыһына ғашиҡ була (Сими Гаревал (Simi Garewal). Картинкалары ғәжәйеп матур, мистик тиерлек, юғалған ваҡытты эҙләү ностальгик тондарына буялған был өлөшө пубертат хислелекте ҡыйыу сағылдырыу менән айырыла. Уҡытыусыһына ғашиҡ булыу, әлбиттә, баштан уҡ тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял, шулай уҡ икенсе новеллалағы цирк клоуны Радждың күк алиһәһенә небесная фея оҡшаған совет гимнасткаһы Маринаға (был ролде Ҙур театр балеринаһы Ксения Львовна Рябинкина башҡара) ғишыҡлыҡ та тормошҡа ашмаҫлыҡ. Шуға ҡарамаҫтан Радж рус ҡыҙы ултырып осҡан самолетты оҙатҡанда, тамашасы һаман да мөғжизәгә ышана. Идеалға өмөтһөҙ мөхәббәт мотивы ҡапыл ғына ер ҡыҙы Минаға (Падмини) тойғо менән алмашына, әммә ул да хыянат итә. «Ғаилә» киноһы ҡалыбына һыймаған был картинаны романтик комедия йә мелодрама яратҡан һинд тамашасыһы ҡабул итмәй. Радж Капур бөлгөнлөк сигенә етә һәм йәне теленә.

Режиссёрлыҡ шедеврҙары

үҙгәртергә
Файл:Bobby poster.jpg
1973 й. Радж Капур төшөргән «Бобби» фильмында улы Риши Капур уйнай

Капурҙың артабанғы режиссёр эше — үҫмер мөхәббәте хаҡындағы романсы — «Бобби» финанс юғалтыуҙарын тиҙ арала ҡаплай[8] (1973) (хәҙер «Моё имя Клоун» фильмы, «Бродяга» фильмына ғына юл биреп, режиссёрҙың барса ижады араһында иң билдәлеһе һанала). «Бобби» фильмының уңышы режиссёрҙың дуҫы яҙыусы Ходжа Ахмад Аббас автором сценарий авторы булыуы менән бәйле. Төрлө синыфҡа һәм дингә ҡараған йәш егет һәм ҡыҙының никахына ҡаршы сыҡҡан ата-әсә ролендә режиссёрҙың дуҫтары Пран һәм Премнатх уйнай. Матур йәш пар Риши Капур — Димпл Кападияның «сафлығы», мизансәхнәләрҙең ҡыйыу хәл ителеше, дәртле музыка ла ҙур роль уйнай. Фильм болливуд киноһында үҫмер тематикаһын үҫтереүгә нигеҙ һала. Йәштәргә оҡшаһа ла, тәнҡитселәр «Бобби»ҙа бары тик күңел астырғыс «болливуд» фильмын ғына күргән. Радж Капур тәнҡиткә бик иҫе китмәй — «Истина, любовь и красота» (1978) фәлсәфәүи картина төшөрөүгә тотона. Был картина утыҙ йыл элек, тәүге «Огонь» фильмында, эске һәм тышҡы матурлыҡтың ҡаршы тороу темаһын сағылдыра. Формаһы буйынса яңы, йөкмәткеһе буйынса тәрән, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ «психологик» картина шул осор тамашасыһының тәнҡитен күтәреп, үҙ ваҡытынан алдынғыраҡ булып сыға. Тамашасы асыҡтан-асыҡ эротик мотивтар һәм образдар (особенно образ главной героини в исполнении Зинат Аман, для которой роль Рупы стала лучшей в карьере) буйынса ризаһыҙлығын күрһәтә, һәм ҡыҙыҡ фекер, образдар, ҡеүәтле финалды ҡаплап китә. Капурҙың башҡа фильмдары кеүек, ҡасандыр ҡабул ителмәгән экстраординар фильм, хәҙер һинд киноһының классикаһы тип таныла.

Ахырына саҡлы көрәшмәһә, Капур Капур булмаҫ ине. Уның «Любовный недуг» һәм «Ганг, твои воды замутились» (1985) фильмдары блокбастерҙар һәм прокат лидерҙары булып китә. Капурҙың башҡа фильмдары кеүек, улар ҡатмарлы темаға бағышланған һәм ябай ғына хәл ителмәгән. Уларҙың беренсеһе йола буйынса индуизм тыйған тол ҡатындың ҡабат никахлашыуы тураһында, тимәк режиссёр кешелекһеҙ һәм яҙыҡ ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡаршы сыҡҡан. Икенсе фильм тау ҡыҙы Ганганың уҫал һәм аяуһыҙ донъя зәғифләгән, ысын Ганганың — тау яғында таҙа һәм түбәнге ағымында бысраҡ бөйөк Ганг йылғаһының — «яҙмышы» менән аллегорик яҡтан ауаздаш. Бында төп образ булып Падмини Колхапуре (Padmini Kolhapure) һәм Мандакини уйнаған ҡатын-ҡыҙ образдары тора. Тағы шуны билдәләр кәрәк, бөтә төп ир-ат ролдәрен режиссёрҙың туғандары — улы Риши («Бобби» һәм «Любовный недуг»), энеһе Шаши Капур («Истина, любовь и красота») һәм улы Раджив («Ганг, твои воды замутились») уйнаған.

 
Белоруссияның Милли Фәндәр академияһының Минскиҙағы Үҙәк ботаник баҡсаһында үҫкән «Радж Капур» сирене

Бөйөк һинд режиссёрының һуңғы — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тамамланмаған — «Хенна» фильмы — «теге ярҙағы» (Риши Капур) индус егетен яратҡан пакстан мосолман ҡыҙының (Зеба Бахтияр) тарихын һүрәтләй. Капурҙың башҡа иртә фильмдары кеүек, был фильм Ходжа Ахмад Аббас сценарийы буйынса төшөргән. Был картинаһы менән Капур хәҙерге Пакистан, Һиндостан һәм Бангладешты берләштергән Һинд субконтинентының мәҙәни-тарихи берлеген яҡлап һүҙ әйтергә теләгән тигән фекер бар, шулай уҡ ул хәҙер Пакистан территорияһында үҙенең кесе тыуған ерен, Пешаварҙы ла иҫкә алғандыр.

Ысын бөйөк художник, Радж Капур эш өҫтөндә вафат булған. Уның ижади потенциалы тамамланмаған булған әле. Ул Делиҙа, Һиндостан Президенты иң яҡшы һинд кинематографистарына бирелә торған Дадасахеба Фальке премияһын тапшырғандан һуң бер ай үткәс, астма сире менән бәйләнгән киңгәү арҡаһында мәрхүм булған[5]. 1988 йылда Капурҙың вафаты Һиндостанда милли трагедия тип ҡабул ителгән[7].

Тоҡомдары

үҙгәртергә

Радж Капур, үҙенең ағай-энеһе Шаши һәм Шамми менән, Капурҙар актёр династияһының икенсе быуыны була. Уларҙың өс улы (Рандхир, Риши, Раджив) шулай уҡ актёр булып киткән. Романтик ролдә балҡыған, ә хәҙер характерлы ролдәре менән дан ҡаҙанған уртансы улына — Риши Капур иң уңышлыһы булған. Капурҙар династияһына нигеҙ һалған — Притхвирадж Капурҙың (1906—1972) бүләсәрҙәре һәм Радж Капурҙың ейәнсәрҙәре — һинд киноактрисалары Рандхир Капурҙың ҡыҙҙары Каришма һәм Карина Капур. 2008 йылдан бөйөк олатаһы исемен йөрөткән Риши Капурҙың улы — Ранбир Капур кино индустрияһында эш башлай. Уның актёрлыҡ хеҙмәт исемлегендә ике тиҫтә фильм иҫәпләнә. Тәнҡитселәр һәм тамашасылар уның «Рок-звезда» (2011), «Барфи» (2012), «Санджай» (2018) фильмдарында төп ролдәрҙе яҡшы уйнағанын билдәләй. Радж Капурҙың икенсе ейәне — Никхил Нанда — сәнәғәтсе, Делиҙағы ҙур сәнәғәт компанияһы етәксеһе. Ул актёр Амитабх Баччандың ҡыҙына өйләнгән. Радж Капурҙың кесе ейәндәре — Арман һәм Адар Джайндар, шулай уҡ кинола төшәләр.

Популярлығы

үҙгәртергә

Радж Капур — кино тарихында иң популяр актёрҙарҙың береһе. Ул тәнҡитселәрҙә, тамашасыларҙа ғына түгел, ябай халыҡ араһында ла танылыу яулаған. Тәнҡитселәр, кино тарихын яҙыусылар һәм сәнғәт белгестәре Капурҙың режиссёр эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынһа, «ябай халыҡ» уны иң тәүҙә уны ғәҙәти булмаған киң диапазонлы — клоунаданан алып трагедияға тиклемге актёр булараҡ хәтерләй. Уның ҙур амбициялы һәм таҙа намыҫлы фәҡир егет, берәҙәк образы сәнғәттә айырым бер урын биләй. Миллиондар аңында Радж Капур тап ошо образ менән ассоциялана. Тыуған илендә, Һиндостанда, Радж культ фигураһы булған һәм шулай булып ҡала, күп һанлы наградалар эйәһе, «меңйыллыҡ шоумены» һәм һинд киноһының алтын быуаты пионеры һәм классигы булараҡ ихтирам ителә. Һиндостанда һәм башҡа илдәрҙә Капур фильмдарын ретроспектив күрһәтеү ойошторола, улар даими рәүештә һинд телевидениеһында күрһәтелә. Капур фильмдарында төрлө йылдарҙа башҡарылған йырҙар (үҙ ваҡытында «Сезон дождей», «Господин 420», «Сангам» һәм «Бобби» фильмдарындағы йырҙары иң күп һатылған) һаман да популяр: уларҙы хәҙерге йырсылар башҡара. Илленсе йылдарҙа СССР-ҙа, Көнсығыш Европа илдәрендә, Ҡытайҙа һәм Яҡын Көнсығышта Радж Капур һәм уның арҡалашы Наргис ғәҙәттән тыш популяр булған. СССР-ҙа йәшәүсе бөтә халыҡтың Капурға һөйөүе «капуромания» характерын алған: Капурҙың ҡулдан эшләнгән фотографиялары, «Бродяга» һәм «Господин 420» фильмынан йырҙары яҙылған рентгенда һүрәтләнгән үҙбаҫма пластинкалары таралған. Уның шәхсән танылыуы СССР-ҙа һинд киноһының популярлығы ғәҙәттән тыш үҫешенә алып килгән. Уның фильмдарында һәр саҡ аншлаг, талантына табыныусылар кинотеатрҙарҙы яулаған, «Бродяга», ә һуңынан «Господин 420» фильмдарына, ҡабаттан күрһәтелгән осраҡта ла, билет алыуы мөмкин булмаған. Мәскәүҙә «Ударник» кинотеатрында "Бродяга"ны махсус күрһәткәндән һуң табыныусылар Капурҙың автомобилен кинотеатрҙар ҡунаҡханаға тиклем күтәреп барған[6].

Наградалары

үҙгәртергә
наградаларының тулы исемлеге күрһәтелмәгән

Filmfare Awards:

  • 1959 — Filmfare Award иң яҡшы ир роле өсөн — «Простофиля»
  • 1960 — иң яҡшы ир-ат роле өсөн — «В стране, где течёт Ганг»
  • 1964 — Filmfare Award иң яҡшы режиссура өсөн — «Сангам»
  • 1970 — иң яҡшы режиссура өсөн — «Моё имя — клоун»
  • 1982 — иң яҡшы режиссура өсөн — «Любовный недуг»
  • 1982 — Filmfare Award иң яҡшы фильм өсөн — «Любовный недуг»
  • 1985 — иң яҡшы фильм өсөн — «Ганг, твои воды замутились»
  • 1985 — иң яҡшы режиссура өсөн — «Ганг, твои воды замутились»

Милли кинопремия (Һиндостан):

  • 1955 — һинди телендә иң яҡшы фильм — «Господин 420»
  • 1960 — һинди телендә иң яҡшы фильм — «В стране, где течёт Ганг»

Бенгаль журналистары ассоциацияһы премияһы:

  • 1964 — иң яҡшы режиссура өсөн — «Сангам»
  • 1964 — иң яҡшы һинд фильмы өсөн — «Сангам»
  • 1964 — иң яҡшы монтаж өсөн — «Сангам»
  • 1967 — иң яҡшы ир-ат роле өсөн — «Третья клятва»
  • 1971 — иң яҡшы ир-ат роле өсөн — «Моё имя — клоун»
  • 1971 — иң яҡшы режиссура өсөн — «Моё имя — клоун»

Дәүләт наградалары:

  • 1971 — Падма Бхушан
  • 1987 — Дадасахеб Фальке исемендәге премия

Халыҡ-ара премиялар:

  • 1957 — Карловы Вары кинофестиваленең Гәлсәр глобусы — «Йоҡламағыҙ!»

Фильмографияһы

үҙгәртергә
  • 1935 йыл — Inquilab
  • 1943 йыл — Gauri
  • 1943 йыл — Hamari Baat
  • 1946 — Valmiki
  • 1947 — Chittor Vijay
  • 1947 — Dil-Ki-Rani
  • 1947 — Jail Yatra
  • 1947 — Neel Kamal
  • 1948 — Amar Prem
  • 1948 — Gopinath
  • 1948 — Aag
  • 1949 — Сезон дождей / Barsaat
  • 1949 — Andaz
  • 1949 — Parivartan
  • 1949 — Sunehre Din
  • 1950 — Banwra
  • 1950 — Bawre Nain
  • 1950 — Dastan
  • 1950 — Pyaar
  • 1950 — Jan Pahchan
  • 1950 — Sargam
  • 1951 — Бродяга / Awaara
  • 1952 — Ashiana
  • 1952 — Anhonee
  • 1952 — Amber
  • 1952 — Bewafa
  • 1953 — Aah (Дыхание любви)
  • 1953 — Dhoon
  • 1953 — Paapi
  • 1955 — Господин 420 / Shree 420
  • 1956 — Тайком от всех / Chori Chori
  • 1956 — Бодрствуйте! / Jagte Raho!
  • 1957 — Sharada
  • 1958 — Parvarish
  • 1958 — Phil Subha Hogi
  • 1959 — Простофиля / Anari
  • 1959 — Char Dil Char Raahein
  • 1959 — Kanhaiya
  • 1959 — Игры судьбы / Main Nashe Men Hoon
  • 1960 — Chhalia
  • 1960 — В стране, где течет Ган / Jis Desh Men Ganga Behti Hai
  • 1960 — Shriman Satyawadi
  • 1961 — Nazrana
  • 1962 — Aashiq
  • 1963 — Dil Hi To Hai
  • 1963 — Ek Dil Sau Afsane
  • 1964 — Сангам / Sangam
  • 1964 — Dulha Dulhan
  • 1966 — Третья клятва / Teesri Kasam
  • 1967 — Diwana
  • 1967 — Вокруг света / Around the World
  • 1968 — Продавец мечты / Sapnon Ka Saudagar
  • 1970 — Моё имя Клоун / Mera Naam Joker
  • 1971 — Kal Aaj Aur Kal
  • 1973 — Mera Desh Mera Dharam
  • 1975 — Do Jasoos
  • 1975 — Перехитрить судьбу / Dharam Karam
  • 1976 — Khaan Dost
  • 1977 — Chandi Sona
  • 1978 — Naukri
  • 1978 — Истина, любовь и красота / Satyam Shivam Sundaram
  • 1980 — Абдулла / Abdullah
  • 1982 — Vakil Babu
  • 1982 — Gopichand Jasoos
  • 1984 — Kim
  • 1954: Чистильщики обуви / Boot Polish
  • 1981: Судьба / Naseeb
  • 1987: Радж Капур (фильм)
  • 1989: Eeshwar

Сценарист

үҙгәртергә
  • 1985: Ганг, твои воды замутились / Ram Teri Ganga Maili

Режиссёр

үҙгәртергә
  • 1948: Aag
  • 1949: Сезон дождей / Barsaat
  • 1951: Бродяга / Awaara
  • 1955: Господин 420 / Shree 420
  • 1964: Сангам / Sangam
  • 1970: Моё имя Клоун / Mera Naam Joker
  • 1973: Бобби / Bobby
  • 1978: Истина, любовь и красота / Satyam Shivam Sundaram
  • 1982: Любовный недуг / Prem Rog
  • 1985: Ганг, твои воды замутились / Ram Teri Ganga Maili

Продюсер

үҙгәртергә
  • 1948: Aag
  • 1949: Сезон дождей / Barsaat
  • 1951: Бродяга / Awaara
  • 1953: Aah
  • 1954: Чистильщики обуви / Boot Polish
  • 1955: Господин 420 / Shree 420
  • 1956: Бодрствуйте! / Jagte Raho!
  • 1957: Ab Dilli Dur Nahin
  • 1960: Jis Desh Men Ganga Behti Hai
  • 1964: Сангам / Sangam
  • 1970: Моё имя Клоун / Mera Naam Joker
  • 1971: Kal Aaj Aur Kal
  • 1973: Бобби / Bobby
  • 1975: Перехитрить судьбу / Dharam Karam
  • 1978: Истина, любовь и красота / Satyam Shivam Sundaram
  • 1981: Biwi-O-Biwi
  • 1982: Любовный недуг / Prem Rog

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119056828 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Капур Радж // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Bibliothèque nationale de France Raj Kapoor // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. 5,0 5,1 5,2 Вадим Эрлихман Бродяга, создавший империю // Вокруг света : журнал. — 2009. — № 10.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Радж Капур любил макароны по-флотски. «Известия» (15 декабрь 2009). Дата обращения: 12 август 2014.
  7. 7,0 7,1 Владимир Грибанов. Ненаши-наши кумиры 50-х1. АиФ (21 ғинуар 1996). Дата обращения: 12 август 2014.
  8. сит ил фильмдары араһында совет прокатында 5-се урын ала

Ҡалып:Премия имени Дадасахеба ФалькеҠалып:Filmfare Award за лучшую режиссуруҠалып:Filmfare Award за лучшую мужскую роль