Пьер-Симон Лаплас
Пьер-Симон Лаплас (франц. Pierre-Simon de Laplace; 23 март 1749 йыл — 5 март 1827 йыл) — француз математигы, физигы һәм астрономы; Күк йөҙө механикаһы, дифференциаль тигеҙләмәләр өлкәһендәге эштәре, ихтималлылыҡ теорияһына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Ғәмәли математика һәм астронимия өлкәһендәге хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Ул был фән өлкәләрен камиллаштыра. Француз география йәмғиәте ағзаһы булып тора.
Пьер-Симо́н Лапла́с | |
Pierre-Simon de Laplace | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил |
Франция |
Ғилми даирәһе | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
«Күк йөҙө механикаһы»ның атаһы |
Автограф | |
Биографияһы
үҙгәртергәПьер-Симо́н Лапла́с 1749 йылдың 23 мартында урта хәлле фермер ғаиләһендә тыуған. Ҡыйынлыҡ менән башланғыс белем ала. Һәләте һәм ныҡышмалалағы математика, физика, астронимия фәндәрен үҙ аллы өйрәнергә мөмкинлек бирә. Астрономия өлкәһендә ҙу уңыштарға өлгәшә. Ай (күк есеме), Юритер (планета), Сатурн (планета) кеүек күк есемдәре хәрәкәтен ентекле өйрәнеп ғилми аңлатма бирә.
Фәнни эшмәкәрлегенең иң әһәмиәтлеһе — планеталар яралыуы тураһында беренсе фекерҙәр.
Физика өлкәһендә һауа тығыҙлығы, бейеклек, дымлылыҡ менән бәйле баромнтрик формуланы асыуы менән билдәле. Шулай уҡ геодезия, рефракция теорияһы меән шөғөләнә, Йылылыҡ теорияһын камиллаштыра,калориметр уйлап таба, флогистон теорияһына ҡаршы көрәшә. Капиллярлыҡ теорияһы өлкәһендә эшләй, капиляр баҫым менән бәйле Лаплас законын аса.
Ғалим хөрмәтенә аталғандар:
- Ай (Күк есеме);
- «4628 Лаплас» астероиды;
- математикала күп һанла терминдар һәм төшөнсәләр.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Белл Э. Т. Творцы математики. М.: Просвещение, 1979.
- Коперник, Галилей, Лаплас, Эйлер, Кетле. Биографические повествования (библиотека Ф. Павленкова). Челябинск: Урал, 1997.
- Воронцов-Вельяминов Б. А. Лаплас. — М.: Наука, 1985. 288 с.
- История математики под редакцией А. П. Юшкевича в трёх томах, М.: Наука.
- Том 3 Математика XVIII столетия. (1972) 2017 йыл 24 март архивланған.