Флогистон (теплород) (грексә phlogistos — яныусан) — грек һүҙе, `яныусан` тигәнде аңлата; барлыҡ яныусан есемдәр составында булған һәм яныу процесын тәьмин иткән махсус яныусан матдә; ХVIII быуатта химияла өҫтөнлөк иткән хаталы фекер[1]; VIIIXIX быуаттарҙа йәшәп килгән фекер буйынса, кеше аңынан тыш һәм уға бәйһеҙ рәүештә йәшәгән ауырлығы булмаған, йылылыҡтың бер есемдән икенсе есемгә күсеүен тәъмин иткән матдә.

17 быуаттағы флогистон теорияһы — яныу процесын аңлатыу өсөн барлыҡҡа килә.

Был термин XVIII быуатта Иоганн Бехер һәм Герг Штал тарафынан яныу процесын аңлатыу өсөн индерелә. Яныу процесында флогистон ауырлығы булмаған шыйыҡса рәүешендә буленеп сыға, тип фекерләйҙәр улар. Ул ваҡытта металл — «ер» менән флогистон берләшмәһе тип уйлайҙар. Металл янған ваҡытта «ер» менән флогистонға тарҡала. Янған ваҡытта металдың массаһы артыуын флогистондың тиҫкәре массаһы булыуы менән аңлаталар.

Был тәғлимәт XIX быуат урталарында тәбиғәтте өйрәнеүселәр тарафынан кире ҡағыла. Был турала термодинамика тарихын ҡарағыҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Краткий русско-башкирский терминологический словарь по естествознанию (А. М. Багаутдинов, А. М. Багаутдинов, 2009)

Һылтанмалар

үҙгәртергә