Психик ҡаҡшау
Психик сирҙәр (менталь сирҙәр, психик ауырыу, йән ауырыуы; ҡайһы бер абруйлы сығанаҡтарҙа, атап әйткәндә МКБ-10, былар бөтөнләйе менән синонимдар[1] түгел тип раҫлана — киң мәғәнәлә психиканың, теүәл йә һау йәндән айырмалы, торошо. Был терминдың юриспруденция, психиатрия һәм психология өлкәләрендә айырым билдәләмәһе бар. Психик ҡаҡшауҙы шәхестең һәм уның холоҡ һыҙаттарының кире яҡтары сағылышы тип ҡабул итеү кәрәкмәй [2].
Психик ҡаҡшау | |
| |
МКБ-10 |
МКБ-10: Код F |
---|---|
MeSH |
D001523 |
Психик ҡаҡшау Викимилектә | |
Психик ҡаҡшауҙың ҡапма-ҡаршыһы булып психик һаулыҡ тора. Тормош шарттарына яраҡлаша һәм тормош проблемаларын хәл итә белгән кешеләр, ғәҙәттә, психик яҡтан һау-сәләмәт булараҡ баһалана. Әгәр ҙә бындай һәләттәре сикләгән һәм кеше шәхси, ғаилә тормошонда йәки эшендә көндәлек бурыстарҙы хәл итә, шәхси маҡсаттарына өлгәшә алмай икән, тимәк, теге йәки был дәрәжәләге психик тайпылыштар тураһында һүҙ бара.
Психик ауырыу хис-тойғолар, фекерләү, ҡылыҡ сфераларында үҙгәрештәргә һәм боҙолоуҙарға килтерә, ҡайһы бер раҫлауҙар буйынса, бының менән бер рәттән организмдың соматик функциялары үҙгәрештәре күҙәтелә. Медицина менән психологияның хеҙмәттәшлеге һәм психик ҡаҡшауҙы төрлө яҡлап ҡарағанда ғына, дауалауҙың уңышлы психологик һәм медикаментоз ысулдарын булдырыу, мөмкин.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла һәр дүртенсе-бишенсе кеше психик һәм холоҡ-ҡылыҡ ҡаҡшауынан яфалана. Күп кенә психик тайпылыштарҙың сәбәптәре аҙағына тиклем асыҡланмаған. Ҡайһы бер билдәләр һәм симптомдар булғанда, белгестәр, кәңәш һорап, үҙҙәренә мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә[3].
Психиатрияла ауырыуҙың төп критерийҙарын (биологик — тән патологияһы булыуы, медицина — йәшәү сифаты һәм ғүмергә ҡурҡыныс янау, социаль — кешенең ижтимағи эшмәкәрлегенең боҙолоуы) ҡулланыу ҡатмарлашҡанлыҡтан, «психик тайпылыш» һәм «психик ауырыу» тигән төшөнсәләрҙе тигеҙләү тәнҡитләнә. Йышыраҡ осраҡта теге йәки был психик эшмәкәрлек боҙолоу нигеҙендә тән эшмәкәрлегенең боҙолоуы ята. Шуның менән бәйле Халыҡ-ара ауырыуҙарҙы төркөмләү классификация 10-сы ҡайтанан ҡарау исемлегендә (МКБ-10), «психик ауырыу» термины урынына «психик ҡаҡшау» термины ҡулланыла.
Ҡайһы берҙә «psychiatric disorders» тигән төшөнсә («психиатрик ҡаҡшау», «психик ҡаҡшау», «психиатрҙар шөғөлләнә торған тайпылыштар») шартлы, конвенциональ, медицинаға хас булмаған һыҙаттар йөрөтә, һәм ҡайһы бер «психиатрия ҡаҡшауҙарын» патология өлкәһенә ҡайтарыу байтаҡ шартлы: мәҫәлән, ғәҙәти тормошта патологик һаналған реакциялар экстремаль хәлдәрҙә ҡотҡарыусы ролен үтәп ҡуйыуы мөмкин [4].
Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды «йән ауырыуы» һәм «йән сирле» терминдарын тәнҡиткә дусар булған. Шулай, 2003 йылдың 28 октябрендә «Тамара Ракевич Рәсәй Федерацияһына ҡаршы» эшенең 58973/00-се Ялыуы буйынса Постановлениеның 26 параграфында ете халыҡ-ара судьянан торған һәм уның составында Рәсәйҙән Европа суды судьяһы Анатолий Ковлер булған суд коллегияһы «психиатрия, медицина күҙлегенән ҡарағанда ла, социаль ҡараштары күҙлегенән ҡарағанда ла, яңы үҫешкән өлкә булараҡ, "йән сирле" тигән терминдың аныҡ билдәләмәһе юҡ»[5] тип күрһәтә. Был аныҡлау артабан рәсәй судтары хөкөм итеү тәжрибәләрендә лә сағылыш таба.
Психик сирҙәрҙең классификацияһы
үҙгәртергәПсихик ҡаҡшауҙың классификацияһын ҡатмарлы һәм мөһим мәсьәлә булып тора. Психик ҡаҡшауҙың төп принциптарына түбәндәгеләр ҡарай[6]:
- «берҙәм психоз»концепцияһына нигеҙләнгән синдромологик принцип,
- нозологик принцип нигеҙендә сирҙәр этиология, патогенез уртаҡлығы һәм клиник картинаһы оҡшашлығы буйынса бүленә,
- прагматик (статистик) принцип, милли һәм халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының үҫеше менән актуаль көнүҙәк булған.
Халыҡ-ара ауырыуҙар классификаторы буйынса төркөмләү
үҙгәртергәБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы әҙерләгән Халыҡ-ара ауырыуҙар классификаторының 10-сы ҡайтанан ҡаралған V бүлегендә (Рәсәйҙә был классификация 1997 йылдан ҡабул ителгән) психик ҡаҡшау һәм ҡылыҡ боҙолоу тасуирлана:
- 1.1 F00-F09 — Симптоматик психик ҡаҡшауҙы эсенә алған, органик психик ҡаҡшау
- 1.2 F10-F19 — Психоактив матдәләр ҡулланыу менән бәйләнгән психик ҡаҡшау һәм ҡылыҡ боҙолоу
- 1.3 F20-F29 — Шизофрения, шизотипик һәм һаташыулы психик ҡаҡшау
- 1.4 F30-F39 — Кәйеф боҙолоу (аффектив ҡаҡшау)
- 1.5 F40-F48 — Стресс һәм соматоформ боҙолоу менән бәйләнгән невротик психик ҡаҡшау
- 1.6 F50-F59 — Физиологик боҙолоу һәм физик факторҙар менән бәйле үҙен тотош синдромы
- 1.7 F60-F69 — Бәлиғ булғандан һуң шәхестең һәм уның үҙен тотошоноң, тәртибенең үҙгәреүе
- 1.8 F70-F79 — Аҡыл һайлылығы
- 1.9 F80-F89 — Психологик үҫеш боҙолоуы
- 1.10 F90-F98 — Ғәҙәттә сабый бала һәм үҫмер саҡтан башланған эмоциональ ҡаҡшау һәм ҡылыҡ боҙолоу
- F99 1.11 — Өҫтәмә асыҡлауҙарҙан башҡа психик тайпылыштар
Был классификацияны эшләгән ваҡытта Америка психиатрия ассоциацияһы әҙерләгән башҡа билдәле булған система — диагностикалау критерийҙары өсөн стандарт биреүсе «Психик тайпылыштар буйынса диагностик һәм статистик ҡулланма» системаһына таянылған.
Фән үҫеше менән бергә, нимә психик тайпылыш булып тора, нимә психик тайпылыш түгел икәне тураһындағы ҡараштар үҙгәрә. Мәҫәлән, социофобия бер-ике тиҫтә йыл элек психик тайпылыш тип һаналмай ине, ә ошо сирҙән яфаланған кешеләр артыҡ ныҡ оялсан, тип иҫәпләнде. Һәм, киреһенсә, гомосексуаллек бер нисә тиҫтә йыл элек дауалау талап иткән психик сир тип һаналған, ә хәҙерге заман МКБ-10 ярашлы, сексуаль ориентация үҙенән үҙе сир булараҡ ҡаралмай: бары тик уға бәйле барлыҡҡа килгән психологик проблемалар ғына сир тип төркөмләнә.
Психик сирҙәрҙең башҡа классификацияһы
үҙгәртергәЭтиологик принцип буйынса психик тайпылыштар ике төргә бүленеүе мөмкин :
- Психик ҡаҡшауҙың экзоген төрө. Сәбәп факторҙары ситтән ебәрелгән, мәҫәлән: алкоголь, сәнәғәт ағыуҙары, наркотик матдәләр, токсикологик матдәләр, радиация, вирустар, микробтар, баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре, психик яҡтан имгәнеү.
- Экзоген ҡаҡшауҙың төрсәһе булып «эмоциональ стрестан, ғаилә һәм социаль проблемалар» менән бәйле барлыҡҡа килгән психоген ауырыуҙар тора.
- Психик ҡаҡшауҙың эндоген төрө. Сәбәп факторҙары — эске яҡта. Миҫалдар: хромосомалар аберрацияһы (боҙолоу), генетик ауырыуҙар, нәҫелдән-нәҫелгә килгән бирешеүсәнлек (имгәнгән ген арҡаһында барлыҡҡа килә һәм бер нисә быуын аша тапшырылыуы мөмкин).
Ауырлығы һәм характеры буйынса психик тайпылыштар «еңел ҡаҡшау»ҙан башлап «ғүмергә ҡурҡыныс янаусы» үҙгәрештәргә саҡлы булыуы мөмкин.
Терминдың мәғәнәһендәге контексына бәйле айырымлыҡтар
үҙгәртергәЮриспруденцияла
үҙгәртергәЮриспруденцияла йән ауырыуы тигән иҫкергән төшөнсә урынына РФ Енәйәт Кодексы индергән психик тайпылыш тигән аныҡ термин менән билдәләнә; ваҡытлыса психик тайпылышты, хроник психик ҡаҡшауҙы (сир), аҡыл һайлылығын слабоумие, шулай уҡ башҡа ауырһынып тороу хәлен (РФ Енәйәт Кодексының 21-се статьяһы) үҙ эсенә ала. Психик тайпылыш булыу юридик критерий менән бергә (үҙенең эш-хәрәкәттәрен аңлай һәм улар менән етәкселек итә алмау) медицина критерийы ла булып тора, һәм кешенең үҙ ҡылыҡ-хәрәкәте өсөн яуап бирә алмаҫлыҡ хәлдә булыуын билдәләй.
Хроник психик ҡаҡшау юриспруденцияла психиканың оҙаҡ ваҡыт ҡаҡшауын, әммә өйәнәк кеүек үтеү (йәғни психик хәлдең яҡшырыуы йәки боҙолоуы), ләкин үҙенән һуң тотороҡло психик етешһеҙлек дефект ҡалдырыу һәләтенә эйә. Бындай психик ауырыуҙарға: шизофрения, эпилепсия, прогрессив фалиж, паранойя, маниакаль-депрессив психоз һәм башҡа психик ауырыуҙар ҡарай.
Ваҡытлы психик өҙлөгөүгә юриспруденция оҙаҡҡа һуҙылмай һәм сағыштырмаса тиҙ һауығыу менән тамамланған психик ауырыуҙы таный. Был төргә: патологик иҫереү (аҡ биҙгәк), реактив симптоматик тороштар, йәғни ауыр күңел һәм ҡайғы-хәсрәт кисерештәр тәьҫирендә психиканың боҙолоуы ҡарай.
Психиатрияла һәм психопатологияла
үҙгәртергәПсихиатрияла һәм психопатологияла МКБ-10-дан этәреләләр, һәм термин аҫтында уның ғәҙәттә ғазаптарға алып килеүсе һәм шәхестең эшмәкәрлегенә ҡамасаулаусы клиник яҡтан билдәләнгән айырым симптомдар төркөмөн аңлайҙар [7].
Сирҙәрҙе түбәндәге төрҙәргә бүлергә мөмкин: органик психик ҡаҡшауҙар (йәғни органик боҙолоуҙарға бәйле), шәхестең ҡаҡшауҙары, ҡылыҡ-тәртип ҡаҡшауҙары, эмоциональ (аффектив) боҙолоуҙар, психоактив матдәләр ҡулланыу, имгәнгәндән һуң стресс һ. б. менән бәйле килеп сыҡҡан ҡаҡшау. Был төркөмдәрҙең бер өлөшө киҫелешеүе мөмкин.
Клиник психологияла һәм патопсихологияла
үҙгәртергәПатопсихологияла (клиник психологияның бүлеге) психик ҡаҡшауҙарҙы системалаштырғанда — беренсе сиратта, психик процестар ағымының (структураһы), мейе эшмәкәрлегенең билдәле бер компоненттарының, уның быуындарының һәм факторҙарының боҙолоуы иҫәпкә алына, сөнки уларҙың төшөп ҡалыуында клиникала күҙәтелгән симптоматиканың формалашыу сәбәбе йәшеренгән [8].
Патопсихологияла дифференциаль диагностиканың төп ысулы метод булып патопсихологик тәжрибә тора, патопсихолог диагностик һығымталарында патопсихологик регистр-синдром йыйылмаһына таянып эш итә.
Психологияла
үҙгәртергәПсихология дөйөм алғанда был терминды психиканың сәләмәт психиканан айырмалы теләһә ниндәй торошон тасуирлау өсөн файҙалана. Психик тайпылыш булыу критерийҙарына, киң мәғәнәлә, психик сәләмәтлек критерийҙарына кире критерийҙар, йәғни түбәндәгеләрҙең теләһә ниндәйе ҡарай:
- үҙенең физик һәм психик «Мин»енең өҙлөкһөҙлөгөнөң, тотороҡлоғоноң һәм оҡшашлығының боҙолоуы;
- бер типтағы ситуацияларҙа тотороҡлоҡ хисенең һәм кисерештәр оҡшашлығының булмауы;
- үҙенә һәм үҙенең психик эшмәкәрлегенә һәм уның һөҙөмтәләренә тәнҡит менән ҡарамау;
- психик реакцияларҙың мөхиттең, социаль шарттарҙың һәм ситуацияларҙың көсө һәм йышлыҡ тәьҫире берҙәйлегенә тап килмәүе;
- үҙенең тәртибе менән, социаль нормаларға, ҡағиҙәләргә, закондарға ярашлы, идара итә алмауы;
- үҙенең тормошта йәшәү-эшмәкәрлек итеүен планлаштырыу һәм пландарын тормошҡа ашырыу һәләтенән мәхрүм булыуы;
- тормош ситуациялары һәм шарттары үҙгәреүгә бәйле үҙенең тәртип ысулын үҙгәртәеү һәләте булмауы.
Билдәләре, диагностика
үҙгәртергәБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре психик йәки үҙенең тәртип-тотош үҙгәреүенең төп билдәләре тип «аңдың, кәйефтең йәки тәртиптең йәшәп килгән мәҙәни инаныуҙар һәм ҡағиҙәләр сиктәренән сығыуын»[3], атайҙар, йәғни — ул психологик дискомфорт, эште йәки уҡыуҙы ғәҙәти үтәү һәләтенән тайпылыу, «үлем хәүефенең, ғазапланыуҙың йәки эшмәкәрлектән тайпылыуҙың артыуы»[9].
Психикаһында тайпылышы булған пациенттарҙың төрлө физик, эмоциональ, когнитив, тәртибе үҙгәреү менән бәйле һәм перцептив симптомдар .күҙәтелә. Мәҫәлән:
- хис-тойғолар планында кеше үҙен, ваҡиғаларҙың мөһимлегенә йә мөһим түгеллегенә тап килмәгәнсә бәхетһеҙ/«артыҡ бәхетле» йәки, киреһенсә, бер ниндәй хистәр булмағандай тойоуы мөмкин,
- психик тайпылыш күҙәтелгәндә, фекерләү барышында уйҙарҙың логик үҙ-ара бәйләнеше боҙолоуы, башҡалар һәм үҙе тураһында артыҡ ыңғай йәки сиктән тыш тиҫкәре уй йөрөтөү, тәнҡитле баһалау һәләте юҡҡа сығыуы мөмкин [10],
- психик ҡаҡшау билдәләре йәмғиәттә ҡабул ителгән тәртиптән тайпылыу формаһында (енси перверсиялар, мәғәнәһеҙ хәрәкәт итеү, бәйләнсек эш-хәрәкәттәр башҡарыу һ. б) сағыла.
Диагноз ҡуйғанда, беренсе сиратта пациенттың соматик ауырыуҙары булыу/булмауы тикшерелә [9]. Эске органдарының сире булмауы йәки клиник ауырыуының соматик ауырыуҙар асылынан айырмалы булыуы пациенттың психик ҡаҡшауы сағылышы тураһында һөйләүе мөмкин.
Психик ҡаҡшауҙарҙы тикшереү һәм алдан диагностикалау өсөн махсус диагностик тестар[11] ҡулланыла.
Психик тайпылыш тигән терминды ҡулланыу артыҡ киңәйткес булырға тейеш түгел. МКБ-10-ға ярашлы, «шәхси ағзаның һәм туҡыманың эшсәнлеге боҙолоуы күҙәтелмәгән конфликттар һәм айырым социаль тайпылыштар психик ҡаҡшау төркөмөнә индерелергә тейеш түгел».
Пациенттарҙы күҙәтеү
үҙгәртергәПсихик ҡаҡшау һәм ҡылыҡ боҙолоу менән яфаланған кешеләр психоневрологик диспансерҙарҙа күҙәтелә.
Сәбәптәре
үҙгәртергәКүп психик тайпылыштарҙың сәбәптәре аҙағына тиклем асыҡланмаған . Белгестәр психик ҡаҡшауға биологик, психологик һәм социаль факторҙарҙың (нәҫелдән килгән сирҙәрҙән алып стреслы ваҡиғаларға тиклем) йыйылмаһы йоғонто яһай тип иҫәпләй .
Индивидуумдың психик тайпылыштарға тотороҡлоғо уның физик үҙенсәлектәренә һәм дөйөм психик үҫешенә бәйле [12]. Төрлө кешеләр күңел ғазаптарына һәм проблемаларға төрлөсә {{comment|яуап бирә|реагируют}}: берәүҙәр уңышһыҙлыҡтан һуң еңел аяҡҡа баҫһа, башҡаларҙа психологик тайпылыштар көсәйә [12].
Дауалау
үҙгәртергәПсихик тайпылыштарҙы психотерапевтик йәки медикаментоз һәм соматик ысулдар менән дауалайҙар.
Психотерапия, психик проблемалар булғанда ла, сир физик сәбәптәр менән бәйле булһа ла, төрлө психологик ысулдарҙы, мәҫәлән, йәки әңгәмә үткәреүҙе йәки күнегеүҙәр башҡарыуҙы индерә [13]. Психотерапияны ҡулланыуҙың төп маҡсаты булып, кеше ҡурҡыуға, депрессияға, бәйләнсек уй-фекерҙәргә, енси проблемаларға һ. б тарығанда, уның ҡайғыларын йомшартыу, кешене уңайһыҙ холоҡ һыҙаттарынан, тәртип моделдәренән ҡотолдороуҙа ярҙам күрһәтеү кәрәк.
Психотерапия индивидуаль рәүештә лә, шулай төркөмдәр, ғаилә менән үткәрелеүе мөмкин, һәм түбәндәге төп ысулдарҙы индерә:
- таяныс психотерапия ярҙамы (әңгәмәләр);
- тәрәнәйтелгән психологик дауалау;
- холоҡ-тәртип психотерапияһы.
Соматик дауалау, бигерәк тә дарыуҙар ҡулланыу, кеше хәленә йоғонто яһау һәм психиатрҙар тарафынан психик тайпылыштары булған кешеләрҙең үҙ-үҙен тойоуына һәм тәртибенә тәьҫир итеү, уларҙың ғазаптарын йомшартыу өсөн ҡулланыла. XX быуаттың 50-се йылдары башында ике француз психиатры, психик ауырыуҙарҙы дауалау маҡсатында, хлорпромазин ҡулланғандан һуң башлана. Бынан һуң, терапевтик арсеналды киңәйтеп, төрлө антипсихотик препараттар барлыҡҡа килә башлай.
Психик ҡаҡшауҙың күпселек ҡатмарлы төрҙәрен дауалау өсөн соматик дауалау формалары ҡулланылһа ла, уларҙың тәьҫир итеү механизмы аҙағына тиклем асыҡ түгел. Бынан тыш, дарыу медикаменттар ҡулланыу йыш ҡына психик ауырыуҙарҙың билдәләрен генә юя, тик сәбәптәрен түгел, шуға ла ауыр психотик симптомдар, мәҫәлән, дарыу ҡабул итеүҙе туҡтатыу менән, ҡайтанан яңырыуы мөмкин.
Психик ҡаҡшауҙарҙы, хатта ауыр формаларында ла, нигеҙҙә, дауалау мөмкин була. Йыш ҡына, кешеләрҙең, йән ауырыуы диагнозынан ҡурҡып, ундай сирҙән яфаланмауын иҫбат итергә маташыуы йә сирҙең асылын йәмғиәттә аңламауҙары сәбәпле, ҡыйынлыҡтар килеп сыға.
Эпидемиологияһы
үҙгәртергәБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла һәр дүртенсе-бишенсе кеше теге йәки был психик йә холоҡ-тәртип сирҙәренән яфалана [14]. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, терапевттар пациенттарының 10-50 % психик тайпылыштар күҙәтелә, һәм халыҡ араһында таралған ауырыуҙар түбәндәгесә:
- депрессия — 9-20 %
- рекуррент депрессив тайпылыш — 5-11 %
- адаптация боҙолоуы — 0,5–2,5 %
- дистимия — 2-6 %
- хәүефле тайпылыш — 5-10 %
- кәүгәле паника тайпылышы — 1,5–4 %
- соматоформлы боҙолоуҙар — 1-4 %
- эскелеккә бәйлелек — 7-8 %
Психик ҡаҡшауҙың сағылышы үҙе тәрбиәләнгән социаль-мәҙәни мөхиттең тәьҫире аша күренә. Шуға күрә бер үк төрлө психик тайпылыштар төрлө йәмғиәттәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә төрлөсә күҙәтелеүе мөмкин. Кешене уратып алған тирә-йүндең мәҙәни һәм социаль ҡатламдарында психик тайпылыштар аңлау һәм ярҙам тапмай икән, был тайпылыштарҙың соматизацияһы йәки соматик йүнәлеше арта. Мәҫәлән, Ҡытайҙа ҙур депрессия йыш ҡына соматлаштырылған (сирлеләр ғәҙәттә эске ағзалар ауырыуҙарына зарланалар), ә Америкала һәм Европала йыш ҡына апатия, энергия һәм хис-тойғо юғалыу күҙәтелә.
Йыш осраған формалары
үҙгәртергәҠурҡыу менән бәйле психик тайпылыштар, — үҙ ғүмере дауамында кешеләрҙең биштән бер өлөшө кисергән психик ауырыуҙарҙың киң таралған төрҙәренең береһе [15]. Бындай тайпылыштарға генерализацияланған ҡурҡыу, паникаға бирелеп ҡурҡыу, төрлө фобиялар, бәйләнсеклек, стресс менән бәйле ҡаҡшауҙар. Ҡурҡыу — ул һәр ваҡыт сир билдәһе түгел, ә күпселек осраҡта — был ҡурҡыныс янағанда ғәҙәти реакция, әммә ҡурҡыу йыш ҡына енси йәки аффектив ҡаҡшау билдәһе булыуы ихтимал.
Төрлө йәштәге 7 % ҡатын-ҡыҙға һәм 3 % ир-егеткә йыл һайын депрессия диагнозы ҡуйыла, ҡайһы бер кешеләр өсөн ул ғүмерендә бер генә булыуы мөмкин, һәм һирәк кенә хроник сиргә күсә. Йыш осраҡта иң ҡатмарлы психик ауырыу тип һаналһа ла, депрессиянан һауығыу мөмкин.
Өлкәндәр араһында киң таралған башҡа психик тайпылыштар түбәндәгеләр:
- эскелеккә һәм психоактив матдәләргә бәйлелек,
- тамаҡ ялғау тәртибенең боҙолоуы: анорексия, булимия, һимереү,
- енси проблемалар,
- йоҡо боҙолоуы: инсомния, гиперсомния,
- шәхес булараҡ ҡаҡшау,
- шизофрения,
- Альцгеймер ауырыуы.
Өлкәндәр дусар булған психик тайпылыштарҙың ҙур өлөшө балалыҡ йылдарында барлыҡҡа килә. Төрлө баһалауҙар буйынса, бөтә балаларҙың 12-нән алып 20 процентына тиклемендә (18 йәшкә тиклем) психик тайпылыштар бар. Балаларға осраған төрлө ауырлыҡтар төп өс категорияға бүленә:
- үҫеүендәге тайпылыштар — баланың төрлө күнекмәләргә эйә булыу тәңгәлендә үҙенең тиҫтерҙәренән артта ҡалыуын таныуы арҡаһында, хис-кисерештәрендә һәм тәртибендә сағылыусы ҡыйынлыҡтар,
- аффект һәм хис-тойғоларының ныҡ әрнеүе менән бәйле эмоциональ ҡаҡшау,
- баланың социаль ҡағиҙәләрҙән тайпылышында йәки уның гиперактивлығында сағылыусы экспансив ҡаҡшауы.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәДжеймс Джойстың ҡыҙы шизофрениянан яфалана һәм бик күп шизотипик һыҙаттары була. Альберта Эйнштейндың улы шизофрения менән ауырый, был физиктың үҙендә лә шизотипик сифаттар булған[16].Бертран Расселдың ғаиләһендә күптәр шизофрения йә психоз менән сирләгән: улар араһында философтың улы менән ейәнсәре лә булған[16]. Ғалимдар Уинстон Черчиллдең, Винсент Ван Гогтың һәм Эдгар Поның биполяр тайпылыштары булған тип һанайҙар. Монтаж режиссёры Николая Курбатовҡа ла биполяр тайпылыш диагнозы ҡуйған булғандар [17]. Джоанна Гринбергтың «Мин бер ҡасан да рауза баҡсалары вәғәҙә итмәнем» романы ла автобиографик әҫәр, үҫмер сағын һүрәтләй. Тап шул ваҡытта буласаҡ яҙыусыға шизофрения диагнозы ҡуялар, әммә Гринберг китабын уҡыған ике психиатр 1981 йылда ул шизофреник булмаған, әммә көслө депрессия һәм соматик тайпылыш кисергән тигән һығымта яһай[18].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Психический дефект
- Презумпция психического здоровья
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Введение // Классификация психических расстройств по МКБ-10.
- ↑ Леви В.Л. Искусство быть другим. — М., «Знание», 1980. — 208 стр.
Леви В. Л. Искусство быть собой. — Изд. обновл. — М.: Знание, 1991 — 256 с. — ISBN 5-07-000674-6 - ↑ 3,0 3,1 Каковы ранние признаки психических расстройств? ВОЗ. Дата обращения: 20 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Пуховский, 2003, с. 6868
- ↑ Европейский Суд по правам человека. Вторая секция. Дело Ракевич против России. (Жалоба №58973/00) Постановление Суда. Страсбург. 28 октября 2003 года 2016 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Классификации психических расстройств . Кафедра психиатрии и наркологии СПбГМУ. Дата обращения: 20 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года. 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
- ↑ Диагностика психических расстройств
- ↑ по: Блейхер В. М., Крук И. В. Патопсихологическая диагностика. — К.: Здоров'я, 1986. — 280 с.
- ↑ 9,0 9,1 Белялов, 2013, Диагностика
- ↑ Виттхен, 2006, с. 22-2322-23
- ↑ Aiken, L.R. (2002) «Psychological Testing and Assessment.» New York: Allyn & Bacon — ISBN 978-0-205-45742-7
- ↑ 12,0 12,1 Виттхен, 2006, с. 3434
- ↑ Виттхен, 2006, с. 6666
- ↑ Интервью З.Кекелидзе программе «Угол зрения» (группа «Эксперт») // «Эксперт Online», 16.03.2010 г.
- ↑ Виттхен, 2006, с. 133133
- ↑ 16,0 16,1 Andreasen, N.C. (2011), «A journey into chaos: Creativity and the unconscious» 2019 йыл 15 август архивланған., Mens Sana Monographs, 9:1, p42-53. Retrieved 2011-03-27
- ↑ Пермяк с биполярно-аффективным расстройством попал в Книгу рекордов России
- ↑ Dava Sobel. Schizophrenia In Popular Books: A Study Finds Too Much Hope, The New York Times (February 17, 1981).