Проект:АХБ төҙәтеү/Әбделйәлил Ырыҫҡолов
АХБ төҙәтеү/Әбделйәлил Ырыҫҡолов | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8 сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Әбделйәлил Ырыҫҡолов|url=http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/16873-bdelj-lil-yry-olov}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәПоследнее изменение сделано участником Рөстәм Нурыев (вклад, журналы) в 16:38 UTC (121561 минуту назад). Администраторам: ссылки сюда, история, журналы, удалить. Мәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
Әбделйәлил Ырыҫҡолов — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы.
БиографияһыҮҙгәртергә
Әбделйәлил Ырыҫҡолов сығышы менән Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы башҡорттарынан[1]. Төрки телендә уҡып-яҙа белгән[2].
1773 йылдың көҙөндә Е. И. Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға ҡушыла. 1773 йылдың декабрендә Пугачёвтың баш полковник Бәхтийәр Ҡанҡаев һәм Әҙел Биғәшев менән берлектә Ҡазан даруғаһында халыҡты ихтилалға ҡушылырға өндәй, баш күтәреүселәр отрядтарын туплай[2][1].
1774 йылдың яҙ—йәй айҙарында Ҡазан һәм Уҫы даруғаларында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе. Июндән Бөрө ҡәлғәһе тирәһендә ихтилал менән етәкселек итә. Уның отряды Ағиҙел йылғаһы аша үткәүелде (Сатаниха ауылы тирәһендә) полковник А. Я. Якубович командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренән һаҡлай. Июнь уртаһынан Ҡазан даруғаһының Сатаниха ауылы тирәһендә Бөрө йылғаһы буйында поручик И. Я. Яворский етәкселегендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[2][1].
1774 йылдың авгусында Әбделйәлил Ырыҫҡолов, Арыҫлан Ранғолов, Бүләк Яҡупов етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары һәм Йәлдәк ҡәлғәһе казактары (бөтәһе 700‑гә яҡын кеше) Уҫы даруғаһы биләмәләрендә һуғыша[2][1].
1774 йылдың сентябрендә Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла, Арыҫлан Ранғолов менән Себер даруғаһында һуғыша. Подполковник Иван Рылеев командалыҡ иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[2][1].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Гвоздикова И. М. АХБ төҙәтеү/Әбделйәлил Ырыҫҡолов // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Гвоздикова И. М. Абдулзялиль Урускулов // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. — Уфа, 1999.
- Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: сб. док. — Уфа, 1975.