Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге

Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге Башҡортостандын көнбайыш үҙәк өлөшөн биләй. Ул төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған һәм яҫылыҡ көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан дөйөм ауыша һәм ошо йүнәлештә кинәйә бара.

Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге
башҡ. Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге60—280 м
КүлҠашҡаҙан
Рәсәй
Точка
Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге

Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге үҙгәртергә

Географияһы үҙгәртергә

Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге Ағиҙел йылғаһы бассейнында урынлашҡан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы кинлегенән алып йылға тамағына тиклем һуҙылған.

Төньяҡ-көнсығыштан Өфө яйлаһы, көньяҡ һәм көнбайышта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы, көнсығышта — Көньяҡ Урал тауҙарынын ситке һырттары менән сикләшә.

Тигеҙлектең төньяҡ өлөшө , ҡалҡыулыҡлы көньяҡ өлөшөнә ҡарағанда сағыштырмаса тигеҙерәк һәм һөҙәк. Көнсығышта рельеф һөҙәк-арҡалы. Тигеҙлектең абсолют бейеклеге 60—280 метр тирәһе.

Тигеҙлектен төньяҡ-көнбайышында Ҡарман һыуһаҡлағысы, үҙәк өлөшөндә — Аҡкүл һәм Ҡашҡаҙан күле бар. Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге ултырма тау тоҡомонан яһалған.

Геологияһы үҙгәртергә

Төньяҡ өлөшө пермден өҫкө бүлеге (гипс, мергель, балсыҡ, эзбизташ һәм ҡомташтар, балсыҡтар), ә көньяҡ өлөшө неоген ҡырсынташтары һәм ҡомдарынан тора. Тигеҙлектә бик күп газ һәм нефть ятҡылыҡтары табылған (Арлан, Маншыр, Сергеевка, Сытырман, Йөгәмеш һәм башҡалар).

Тәбиғәте үҙгәртергә

Тигеҙлектен күп өлөшө урман-дала тәбиғи зонаһына ҡарай. Төньяҡта ылыҫлы, ҡара ылыҫлы-киң япраҡлы, киң япраҡлы (йүкә, имән, саған, ҡайын) һәм төрлө урман-дала тупрағындағы туғай ҡыяҡлылары үҫә. Көньяҡта ҡара тупраҡта күп төрлө туғай үләне өҫтөнлөк итә.

Биләмәнен төньяғы 40-60%, ә көньяғы 75% үҙләштерелгән[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанма үҙгәртергә


Ҡалып:Plain-stub