Порядин Геннадий Васильевич

Порядин Геннадий Васильевич (тыуған 19 июнь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй патофизиологы, аллерголог, Рәсәф Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы (2004), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2014).

Порядин Геннадий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (87 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Уҡыу йорто Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» II степени орден «За заслуги перед Отечеством» II степени II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Почёт ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Порядин Геннадий Васильевич 1966 йыл — Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай

1966 йылда — Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтында эшләй башлай. Бында спирантуранан алып (ғилми етәксеһе А. Д. Адо) патологик физиология кафедраһы мөдиренә (1986—2012), уҡыу эштәре буйынса проректорына (2012—2015) тиклем юл үтә. Хәҙерге ваҡытта Порядин Геннадий Васильевич — ошо уҡ уҡыу йортонда кафедра профессоры, ректорҙың кәңәшсеһе.

Порядин Геннадий Васильевич 1969 йылда кандидатлыҡ, ә 1983 йылда — докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, һуңғыһының темаһы: «Механизмы формирования немедленной аллергии человека и пути их коррекции».

2004 йылда Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булып китә.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Порядин Геннадий Васильевичтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: иммунопатологик аллергия ауырыуҙарының күҙәнәк һәм молекуляр механизмы; йөрәк елһенеү, шешеүҙә (инфекцион-аллергия миокардит)иммун системаһы үҫешенең роле; иммунопатология үҫеүендә апоптоздың роле; үҙенсәлекле иммунотерапия механизмы; аллергияға ҡаршы яңы препараттар эҙләү һәм өйрәнеү.

Порядин Геннадий Васильевич етәкселегендә 24 фән кандидаты һәм 12 фән докторы әҙерләнгән.

Ғалим Порядин Геннадий Васильевич 400-ләп фәнни эштәрҙең, 7 монография, 3 ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм табиптар өсөн етәкселек, 12 уйлап табыу авторы.

Патофизиологтарҙың Рәсәй ғилми йәмғиәте президиумы ағзаһы, Рәсәй ғилми йәмғиәтенең патофизиологияны уҡытыу-методик комиссияһының рәйесе, «Патологическая физиология и экспериментальная терапия», «Общая реаниматология», «Клиническая патофизиология», «Вестник РГМУ» журналдары мөхәрририәтенең ағзаһы.

Наградалары

үҙгәртергә
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы (1996)[2]
  • Почет ордены (2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә