Портал:Ботаника/Инеш
Ботаника (бор. грек. βοτάνη — "ботанэ", "йәшеллек, үлән, үҫемлек") — биологияның төп тармаҡтарының береһе, үҫемлектәр тураһында комплекс фән. Ботаника үҫемлектәр батшалығын, автотроф прокариоттарҙы, һәм бәшмәктәрҙе, уларҙың эске һәм тышҡы төҙөлөшөн, үҫешен, Ер шарында таралыуын, тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен һәм бер-береһе менән бәйләнештәрен өйрәнә.
Кеше үҙенең үҫемлектәр донъяһынан айырым йәшәп булыуы мөмкин түгеллеген иртә аңлаған, шуның өсөн үҫемлектәр тураһындағы практик белемдәрҙең барлыҡа килеүе, кеше цивилизацияһының иң боронғо этаптарына тура килә. Беренсе булып үҫемлектәр тураһында мәғлүмәт Боронғо Көнсығыш яҙмаларында иҫкәртелә. Гректар ботаникаға нигеҙ һалып, фәнгә әйләндерәләр. К. Линней боронғо грек философ һәм тәжрибәсе Теофрасты «ботаника атаһы» тип атай. Урта быуаттарҙа тәбиғи фәндәрҙең абруйы төшә, ботаника XVI быуаттан һуң ғына әүҙем үҫешә башлай. XVIII – XIX быуаттарҙа ботаника айырым фәндәргә бүленә башлай, һәм XX быуаттың беренсе яртыһында үҫемлектәр тураһында комплекс фәнгә әйләнә. (дауамы...)