Портал:Башҡортостан ауылдары/Яҡшы мәҡәлә

Башҡортостан ауылдары, тарихи Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан, ҡала йәки ҡасаба булмаған, кешеләр йәшәгән торамалар. Бөгөнгө көн ҡанундары буйынса Рәсәй хөкүмәте тарафынан билдәле бер тәртиптә теркәлгән торамалар ғына ауылдар (ҡала, ҡасаба) булып иҫәпләнә. Шунлыҡтан кешеләр йәшәгән ҡайһы бер урындар ауыл булып иҫәпләнмәй, ә ниндәйҙер бер тораманың өлөшө булып ҡала. Ә география фәне ҡанундары буйынса бер-береһенән алыҫ урынлашҡан торамалар бер бөтөн була алмай. Ниндәйҙер ваҡыт арауығында кешеләр йәшәмәгән тормалар ҙа була. Бындай хәл ауылдан кешеләр китеп бөтһә, ә хөкүмәт ауылды иҫәп исемлегенән алып ташлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем ваҡыт арауығында барлыҡҡа килә. Ауылдарҙың юҡҡа сығыуы башлыса кешеләрҙең икенсе урынға күсеүенә бәйле. Бер ауылдың икенсе торама менән ҡушылып китеү осраҡтары ла бик йыш, ул ваҡытта берәүһенең генә исеме һаҡланып ҡала.

Ауыл һүҙенең юридик аныҡламаһы юҡ. Тел белгестәре аңлатмаһында: Ауыл — ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе йәшәгән урын, боронғо төрки һүҙе Ағыл менән бәйле[1].

Ауылдарҙы «Ҙур» йәки «Бәләкәй» тип билдәләүсе сиктәр ҙә аныҡ түгел. Һәр ғалим, тикшереүсе үҙ күҙлегенән сығып фаразлай. Урыҫтарҙағы һымаҡ ауылдарҙың төрҙәре юҡ. Башҡортса бөтә төрҙәр ҙә «Ауыл» тип атала.

Әлбиттә һәр бер ауылдың үҙ тарихы, барлыҡҡа килеү ваҡыты бар. Шулай ҙа башҡорт ауылдары X -- XV быуаттарҙа ултыраҡ тормошҡа күсеү сәбәпле барлыҡҡа килгән тип аңлаталар. Күсеп килеүсе урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, марыйҙар һәм башҡа халыҡтар төҙөгән ауылдар XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡарай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарҙы МТС-тар, совхоздар төҙөүгә бәйләргә була. Тарих фәне ҡанундары буйынса ауылға нигеҙ һалыу йылын күрһәткән ниндәйҙер яҙма сығанаҡ булырға тейеш. Әгәр ундай сығанаҡ булмаһа, хөкүмәт тарафынан тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Күсеп килеүселәр төҙөгән ауылдарҙың тыуған йылын билдәләү ауырлыҡтар тыуҙырмай, сөнки күскенселәр башҡорттар менән ер буйынса килешеү төҙөгәндәр. Совет заманандығы ауылдар буйынса хөкүмәт ҡарарҙары бар. Ә башҡорт ауылдарына нигеҙ һалыу йылын билдәләү бик ауыр һәм теүәл йылы билдәле ауылдар бик аҙ. Шуның өсөн, башлыса ауылдарҙың тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Хөкүмәт тарафынан бындай тәүге теркәү 1795 йылғы 5-се ревизия иҫәп алыу ваҡытында булған. . . .дауамы

  1. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т.I: (А хәрефе) / Ф.Ғ.Хисаметдинова редакцияһында. — Өфө:Китап. 2011. — 432 б.