Поозерье (Белоруссия)
Поозерье, йәки Подвинье — Беларустың тарихи-этнографик төбәге. Республиканың төньяғында урынлашҡан, Витебск өлкәһенең күпселек өлөшөн биләй. Көньяҡ-көнсығышта Днепр-двина һыу айырғысы буйлап Поднепровье менән, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Борисов һәм Логойсктан Постава аша — Үҙәк Белоруссия һәм Понеманье буйлап төньяҡҡа шартлы һыҙат булып үтә.
Поозерье | |
Дәүләт | Беларусь |
---|
Тарихи-этнографик төбәк булараҡ, Полоцк ерҙәренең (полоцк кривичы) төп массивына тап килә.
Поозерьеның ерле һөйләше белорус теленең төньяҡ-көнсығыш диалектына ҡарай.
Тарихы
үҙгәртергәПолоцк кенәзлеге Боронғо рус дәүләте составында иң үҙаллыһы һанала, уның быуаттар дауамында нығынған ижтимағи-сәйәси ҡоролошо һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтте нығынған була. XI быуатта кенәзлек биләмәһендә10 иң эре өлкә-улус һәм иҡтисади үҙәктәр: Полоцк, Витебск, Друцк, Лукомль, Браслав һәм башҡалар урынлашҡан була.
Урта быуаттарҙан алып XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем Поозерье һәм Поднепровьеның бер өлөшө өсөн Белая Русь тигән этнографик атамаһы һаҡлана, ул яйлап хәҙерге Беларустың бөтә территорияһына тарала.
1569 йылда Речь Посполитая барлыҡҡа килгәндән һуң, Поозерьела католицизм таралыш ала, иезуиттарҙың ер биләмәләре лә арта.
Патриарх Никон реформаһынан һуң, социаль һәм дини эҙәрлекләү баҫымдан ҡотолорға теләп, бында рус староверҙарының бер өлөшө күсеп килә.
1558—1583 йылдарҙағы Ливония һуғышы, 1654—1667 йылдарҙағы Рус-поляк һуғышы, 1700—1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышы һөҙөмтәһендә, урындағы иҡтисад һәм мәҙәниәт ҙур юғалтыу кисерә, халыҡтың географик таралышында һәм этносоциаль структураһында күҙгә күренерҙәй үҙгәрештәр булып үтә, халыҡтың бер нисә тапҡырға кәмеүе күҙәтелә.
Речь Посполитаны бүлгәндән һуң (1772 һәм 1793 йылда), Поозерье Рәсәйгә ҡушыла, башта ул Полоцк, 1796 йылдан — Белорус, ә 1802 йылдан — Витебск губернаһы составына инә; көнбайыш өлөшө Вилен губернаһына бирелә.
1917 йылда БССР төҙөлгәндән һуң, төньяҡ Подвинье БССР составында ҡалдырыла; Подвиньеның көнбайыш (һул яҡ) өлөшө1939 йылда БССР-ға ҡушыла.
Хужалыҡ кәсептәре
үҙгәртергәПоозерьеның традицион-көнкүреш мәҙәниәте быуаттар дауамында формалаша, унда дөйөм белорус һыҙаттарҙы ла, урындағы тарих һәм тәбиғәт шарттарының үҙенсәлектәре лә сағылыш таба. Халыҡ хужалығы тәжрибәһе, урындағы тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, үҙенең йыллыҡ календарын, тупраҡ эшкәртеүҙең үҙенсәлекле ысулын, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, уңыш йыйыу һәм башҡа алымдарын барлыҡҡа килтерә. Яландарҙы күсеп йөрөтмәле кәштәһе булған һәм бик боронғо ҡымтыулы тырмаһы (ҡыҫҡыс) булған һуҡаның был яҡтарҙағы варианты ярҙамында эшкәрткәндәр; ҡыҙыл балсыҡлы ерҙә сәнскеле түмәр, ә киҫәктәрҙе онтау өсөн мәтүк, йәки сикүшкә (ағас туҡмаҡ) ҡулланғандар.
Баҫыуҙарҙан йыйып алынған етенде йылға йәки күлгә һалғандар, аҙаҡ Поозерьеға хас булған ике ҡырлы ауыш талҡыларҙа эшкәрткәндәр.
Һутлы үләнле болондар һәм көтөүлектәр малсылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Крәҫтиән хужалығында ат төп, ә күпселек осраҡта, берҙән-бер эш малы булған. XIX быуат аҙағында малсылыҡтың төп йүнәлеше булып ит-һөт етештереү тора (Диснен өйәҙе — Вилен губернаһында танылыу тапҡан май етештереү үҙәге).
Капиталистик мөнәсәбәттәр үҫеш алыу менән, урман кәсептәре: урман әҙерләү, брус, ҡоршау, мискә бөкөләре эшләү киң тарала, һәм уларҙы Балтик буйы порттарына сығаралар. Бик күп крәҫтиәндәр төҙөлөш һәм ер эштәренә ылыға: урындағы таш шымартыусы, ташсы, балта оҫтаһы кеүек һөнәр кешеләрен Рәсәйҙең төрлө губерналарында осратырға мөмкин булған.
Ултыраҡ
үҙгәртергәКөнбайыш Двинаның һул яҡ яры элек-электән халыҡтың иң тығыҙ урынлашҡан ерҙәренән һанала. Поозерьела аҙ ихаталы ауыл биләмәһе (3-5 утар) өҫтөнлөк итә, улар оло юлдан ситтә, йылға һәм күлдәргә яҡын урманлы ҡалҡыулыҡтарға таралышҡандар. Ауыл һәм утарҙар эргәһендә көтөүлектәрҙең һәм буш ерҙәрҙең булыуы, урман һәм һыу ятҡылыҡтары булған урындарҙа йәшәү күл буйы халҡына патриархаль-экзотик һыҙаттар өҫтәй. Ҙур булмаған ауыл, утар һәм ихаталарҙы ҡом-таш түшәлмәгән юл һәм тар һуҡмаҡ бәйләй; ауыл юлдары тупраҡтың әҙ тапалғанлығы һәм көсһөҙ һыҙатын менән билдәләнә. Ҡышын ҡышлыҡтар тип аталған ваҡытлы юлдар барлыҡҡа килә.
Иң таралған йорт ҡаралтыһы булып венок төҙөлөшө тора: өй йәки хужалыҡ ҡаралтылары бөтә ихатаны уратып ала. Йыйнаҡ ҡына ҡоролмалар ҙа осрай, был осраҡта хужалыҡ ҡаралтылары торлаҡҡа тығыҙ тейеп тора, ул өҫтө ябылған бер бөтөн торлаҡ-көнкүреш комплексын (был төбәккә генә хас) күҙ алдына баҫтыра. Ихатаның урта өлөшөндә 50-60 метр алыҫлыҡта ырҙын һәм мунса төҙөгәндәр. Был яҡтарҙың ырҙыны — ырҙын табағы (ток, токовище), киптергес (осец, овин), бесән һалам һалыу өсөн бесәнлекте үҙ эсенә алған хужалыҡ комплексы. Йыш ҡына асыҡ урынға бәләкәй генә ел тирмәне ҡуйылған, ул крәҫтиән хужалығы ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән.
Торлаҡтың ғәҙәттәге планлаштырылышы: йорт + солан + мейеслек (варывня). Йорт бураһын ҡарағай йәки шыршының йоморо бүрәнәләренән эшләгәндәр, улар үҙ-ара «артып ҡалған» («сынаяҡ») ябай мөйөштәре менән тоташтырылған. Ҡыйыҡтары ғәҙәттә ике яҡлы, ә XIX быуаттың икенсе яртыһынан — каркаслы («алтымөйөш»); уларҙы «башаҡ һымаҡ» итеп ҡыйыҡлап япҡандар, һирәк ораҡта транса ҡулланғандар.
Кейем
үҙгәртергәПоозерье халҡының традицион кейеме өсөн тура, иркен итеп бесеп-тегеү хас. Иң киң таралған кейем төҫө — аҡ һәм асыҡ һоро. Бөтә белорустар ҙа үҙ иткән свитка һәм толоп кеүек өҫ кейеменән тыш, теләһә ҡайһы һауа торошонда ла кейеп булған киндер насов киң ҡулланылған.
Ҡатын-ҡыҙҙың билле кейемдәре ғәҙәти күп төрлөлөгө менән айырылып торған: етен итәктәр, төрлө төҫтәге биҙәкле туҡымалар, саяндар, андарактар, биҙәкле дрылихалар. Өлгөлө биҙәү техникаһында сигеү һәм биҙәкле туҡыма өҫтөнлөк итә, улар ҡатын-ҡыҙ кейемендә (эскүлдәк, алъяпҡыс) бәйләнгән селтәр (кружево) һәм туҡыманың арҡау ептәрен һурып алып яһалған биҙәкле селтәр (мережко) менән матурланған. Сигеүҙәргә — ҡыҙыл төҫтәр, ә биҙәкле туҡымаларҙа зәңгәр йәки күк төҫтәр өҫтөнлөк иткән.
Керамика
үҙгәртергәКерамика формаһының ҙурлығы (һуңғы ваҡытҡа тиклем бында әүәләү һаҡланып ҡалған) ентекле эшкәртелеше менән билдәләнгән.
Ауыҙ-тел ижады
үҙгәртергәАуыҙ-тел ижады ижады һәм традицион йолалары төбәктең айырымыраҡ урынлашыуы менән билдәләнә. Дөйөм белорус халҡының календарь-игенселек һәм ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡараған йырҙар менән бер рәттән, башҡа төбәктәрҙә сикләнгән йәки киң таралыш тапмаған — һөйрәтеү, май сығарыу, төйөү йырҙары, йәғни етен эшкәртеү менән бәйле йырҙар киң таралған. Поозерьеның йыр фольклорына яңғыҙ башҡарыу хас: йыр көйө тигеҙ, талғын ғына күсешле, моңо иркен һәм һалмаҡ.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Поозерье (Подвинье) // Белорусская энциклопедия: В 18 т.. Т. 11: Мугір — Поликлиника / Рэдкал.: Г. П. Пашков и др. — Мн.: БелЭн., 2000. С. 460—461.
- Культурно-географические регионы Республики Беларусь .