Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы

Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы (бел. Палескі дзяржаўны радыяцыйна-экалагічны запаведнік) (ПГРЭЗ) — Белоруссиялағы иң ҙур (215 мең гектарҙан күберәк) заповедник. Ҡурсаулыҡ 1988 йылдың 18 июлендә алыҫлаштырыу зонаһының Белоруссия өлөшөндә, Гомель өлкәһенең авариянан иң ныҡ зыян күргән өс районы — Брагин, Наровлян һәм Хойникск райондары территорияһында төҙөлә. Территорияһында аварияға тиклем 22 меңдән артыҡ кеше йәшәгән 96 ташландыҡ торама пункты урынлашҡан. ПГРЭЗ администрацияһы Хойники ҡалаһында урынлашҡан.[1] Ҡурсаулыҡ радиобиологик һәм экологик тикшеренеүҙәр маҡсатында төҙөлһә лә, ул биологтар өсөн дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Кешенең ҡатнашлығы бик әҙ, Белоруссия шарттарында кеше аяғы баҫмаған тәбиғәттең үҫешен күҙәтергә мөмкинлек тыуа. «Кешенең тәбиғәткә тәьҫирен алып ташлау (антропоген йөкләнеш) һәм үҫемлек донъяһының байлығы менән бәйле, асылда, хайуандар донъяһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн идеаль шарттар тыуҙы», — тип әйтелә Белоруссия министрҙар Советы янындағы Чернобыль АЭС-ндағы һәләкәт эҙемтәләре мәсьәләләре буйынса Комитет докладында.[2] Шулай уҡ ҡайһы бер төрҙәр, шул иҫәптән ҡыр үгеҙҙәре ситтән индерелә. Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығында 1251 үҫемлек төрө иҫәпкә алынған, был илдең флораһының өстән ике өлөшөнән күберәк[3], шуларҙың 18-е Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа һәм Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Фауна 54 төр һөтимәрҙәрҙе, 25 төр балыҡты, 280 төр ҡошто үҙ эсенә ала. 40 төрҙән күберәк хайуан һирәк һәм юғалып барыусы төргә ҡарай.[4] Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең штаты 700 кеше тәшкил итә, шуларҙың 40-ы — ғилми дәрәжәле. Йыллыҡ сығымдар яҡынса 4 миллион АҠШ доллары тәшкил итә.[5] Ҡурсаулыҡтан төньяҡ-көнбайыштараҡ Припять милли паркы урынлашҡан.

Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы
белор. Палескі дзяржаўны радыяцыйна-экалагічны запаведнік
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны2162 км2 
Нигеҙләнгән ваҡыты24 февраль 1988 йыл 
Идара итеүсе ойошмаЧернобыль АЭС-ндағы һәләкәт эҙемтәләре мәсьәләләре буйынса комитет (2006 йылға тиклем)
Беларусь Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Министерствоһы (2006 йылдан башлап) 
Урынлашыуы
51°39′ с. ш. 29°59′ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаБрагин 

zapovednik.by
Белоруссия
Точка
Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы
 Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы Викимилектә

Ҡурсаулыҡ территорияһында урынлашҡан тораҡ пункттар

үҙгәртергә
 
Чернобыль аварияһы һөҙөмтәһендә радиоактив бысраныу картаһы

Гомель өлкәһенең Брагин районы

үҙгәртергә

Чернобыль АЭС-ндағы катастрофа һөҙөмтәһендә радиацион бысраныу сәбәпле Брагиндан таҙа урындарға 1 651 ғаилә күсерелә (4 892 кеше). Брагин районының бөтә территорияһы радиоактив зарарланыуға дусар була. 53 торама пункт күсерелә, шуларҙың 9-ы күмелә.

  • Пирки (Брагин районы) — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 476 ғаилә икенсе ергә күсерелә.
  • Богуши (Брагин районы) — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 195 ғаилә икенсе ергә күсерелә.

Гомель өлкәһенең Наровлян районы

үҙгәртергә
  • Дерновичи (Наровлян районы) — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле был торама пункттың 333 йортонда йәшәгән 732 кеше икенсе ергә күсерелә.

Гомель өлкәһенең Хойники районы

үҙгәртергә
  • Оревичи — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 222 ғаилә икенсе ергә күсерелә
  • Бабчин - Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 194 ғаилә икенсе ергә күсерелә
  • Буда - Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 56 ғаилә икенсе ергә күсерелә
  • Горошков — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле йәшәүселәр икенсе ергә күсерелә
  • Кожушки — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 214 ғаилә икенсе ергә күсерелә
  • Ломачи — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 38 ғаилә икенсе ергә күсерелә
  • Новокухновщина — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 13 ғаилә икенсе ергә күсерелә
  • Яңы Покровск — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 29 ғаилә икенсе ергә күсерелә
  • Чемков — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 29 ғаилә икенсе ергә күсерелә
  • Рудые — Чернобыль АЭС-ндағы авария менән бәйле 40 ғаилә икенсе ергә күсерелә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Багинский Владимир Феликсович, Кудин М. В. Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығының алыҫлаштырыу һәм күсереп ултыртыу зонаһында урман культуралары // Урман һәм һунарсылыҡ хужалығы — 2009. — № 8. — С. 20-23.

Һылтанмалар

үҙгәртергә