Покрашенко Анна Тихоновна
Покрашенко Анна Тихоновна (7 сентябрь 1928 йыл — 4 декабрь 1998 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Воронеж өлкәһенең Кантемировка районы «Писаревский» совхозы сусҡа ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Анна Тихоновна Покрашенко | |
Файл:Покрашенко Анна Тихоновна.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәАнна Тихоновна Покрашенко 1928 йылдың 7 сентябрендә хәҙерге Воронеж өлкәһенең Кантемировка районы Писаревка ауылында тыуған.
1944 йылда урындағы «Писаревский» совхозы сусҡа фермаһында эшләй башлай. 1959 йылдан алып 1965 йылға тиклем ете йыллыҡ план йомғаҡтары буйынса ит етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыу буйынса юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. Был уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә юғары һөҙөмтәгә һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн, Анна Тихоновна Покрашенкоға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә
Артабан совхозда эшләүен дауам итә. 1983 йылда хаҡлы ялға сыға.
Тыуған ауылы Писаревкала йәшәй. 1998 йылдың 4 декабрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1971)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Золотые звёзды земли Воронежской. Сост. Э. С. Лыкова — Воронеж, 1989.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Покрашенко Анна Тихоновна . «Герои страны» сайты.