Пожега
Пожега (хорва. Požega), 1921—1991 йылдарҙа Славонск-Пожега (хорва. Slavonska-Požega) тип аталған— Хорватиялағы ҡала, илдең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Пожега-Славония жупанияһының ҙур ҡалаһы. Халҡы — 20 943 кеше (2001 йыл мәғлүмәттәре буйынса).
Пожега | |
хорв. Požega | |
Байраҡ | |
Рәсми атамаһы | Požega |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Славонска-Пожега[1] |
Дәүләт | Хорватия |
Административ үҙәге | Пожежско-Славонская жупания[d] |
Административ-территориаль берәмек | Пожежско-Славонская жупания[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 22 294 кеше (31 август 2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 155 метр |
Туғандаш ҡала | Йокнеам-Илит[d] |
Сиктәш | Брестовац[d], Якшич (Хорватия)[d] һәм Плетерница[d] |
Майҙан |
133,8 км²[3], 24,6 км²[3] |
Почта индексы | 34000[4] |
Рәсми сайт | pozega.hr |
Номер тамғаһы коды | PŽ |
Пожега Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәПожега үҙәк Славонияла , ҙур булмаған Орлява йылғаһы (Сава. йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан Уңдырышлы тупраҡлы Пожега үҙәнендә бөтә яҡтан бейек булмаған тау һырттары менән уратылған ҡала.
Яҡын-тирәһендәге ҡалалар — Плетерница (15 км көньяҡ-көнсығышҡа табан), Нова-Градишка (20 км көньяҡ-көнбайышта), Нашица (40 км төньяҡ-көнсығышта), Славонски-Брод (40 км көньяҡ-көнсығышҡа табан), Слатина (40 км төньяҡта) ҡалалары. Бөтә был ҡалалар менән Пожега автомобиль юлдары менән тоташҡан, ҡала аша Нашица һәм Плетерница тимер юл тармағы үтә.
Иҡтисад
үҙгәртергәҠала иҡтисадының төп тармағы — ауыл хужалығы, малсылыҡ һәм башлыса виноград үҫтереү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте — шарап етештереү, шәкәр, башҡа аҙыҡ-түлек, шоколад, машиналар төҙөү, көнкүреш приборҙары етештереү, шулай уҡ төҙөлөш һәм туҡыу сәнәғәте. Хорватияның башҡа төбәктәренән айырмалы рәүештә туризм сағыштырмаса аҙ үҫешкән, әммә һуңғы йылдарҙа туризмдың әһәмиәте арта бара.
Тарих
үҙгәртергәСаванан төньяҡтағы уңдырышлы үҙәндә рим осоронда уҡ кешеләр йшәгән. Рим сығанаҡтарында ул Aurea Vallis — Алтын үҙән тип атап йөрөтөлгән. Хәҙерге Пожега урында римляндарҙың ҙур торағы Инцерум урынлашҡан була. Пожега беренсе тапҡыр XII быуатта ситләтеп кенә телгә алынған. Хәҙерге заманда һаҡланып ҡалмаған Пожега үҙәгендәге ҡәлғә, моғайын, XI быуатта төҙөлгән була, әммә ул асыҡтан-асыҡ 1210 йылда телгә алынған. Пожеганың ҡала хоҡуғын алыуының аныҡ датаһы билдәле түгел, әммә, һис шикһеҙ, үҙ тарихының тәүге осоронда уҡ Пожега өҫтөнлөктәр менән файҙаланған.
XIV быуат башында Изге Лаврентий сиркәүе төҙөлә. XV быуатта ҡала төрөктәр һөжүме арҡаһында тарҡала башлай. XV быуатта ҡала диуары төҙөлә, ләкин был ҡаланы ҡотҡарып ҡала алмай. 1537 йылда ул ғосман ғәскәре тарафынан баҫып алына.
Төрөктәрҙең хакимлығы аҫтында ҡала 150 йыл дауамында тора, 12 март, 1688 йылда австрия ғәскәрҙәре һәм урындағы отрядтарҙың дөйөм тырышлығы менән Пожега төрөктәрҙән азат ителә. Был көн әлегә тиклем ҡалала байрам ителә.
Габсбургтар хакимлығы аҫтында ҡала тиҙ үҫешә, бында 1699 йылда мәктәп асыла, 1727 йылда иезуиттар тарафынан театр төҙөлә, ә 1740 йылда Пожегала беренсе дарыухана төҙөлә.1745 йылда Пожега провинцияның баш ҡалаһына әйләнә. 1760 йылда ҡалала Академия асыла, был Пожеганы Загреб менән бер рәттән Габсбургтар Хорватияһын мәғарифтың төп үҙәктәренең береһенә әйләндерә.
XX быуаттың ҡала Югославия составында хорват ауыл хужалығы һәм сәнәғәт үҙәктәренең береһенә әйләнә , 1991 йылдан алып — бойондороҡһоҙ Хорватия составында тора.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- Изге Тереза Авильский соборы.
- Изге Лаврентий сиркәүе — XIV быуатта төҙөлгән.
- Францискан монастыры — монастырь XVIII быуаттың Изге Рух сиркәүе, ҡаланың үҙәк майҙаны — Изге Троица майҙанында урынлашҡан
- Иезуит колледжы.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Предраг Стоякович, баскетболсы
- Добриш Цесарич, шағир, тәржемәсе
- Борис Ханжекович, атлет
- Срджан Будисавлевич, Югославия короллеге эске эштәр министры
- Дино Елушич, йырсы, музыкант, йырҙар авторы, 2003 евровидение балалар йыр конкурсында беренсе еңеүсе
- Уремович Филип, футболсы, Рәсәй командаһы «Рубин»дың ҡапҡасыһы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт города
- Туристический сайт города
- Городской сайт 2012 йыл 22 июнь архивланған.
- ↑ https://web.archive.org/web/20160307233803/http://www.pozega.hr/o-gradu.html
- ↑ Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlement — Статистическое бюро Хорватии, 2022.
- ↑ 3,0 3,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
- ↑ https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.