Повнанский Николай Фёдорович

совет педагогы, профессор

Повнанский Николай Фёдорович (7 май (19 май) 1888 йыл — 13 февраль 1952 йыл) — совет педагогы, профессор, 1945 йылдан алып РСФСР-ҙың Педагогия фәндәре академияһы мөхбир ағзаһы.

Повнанский Николай Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 19 июль 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вафат булған көнө 13 февраль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (63 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт тау университеты
Ғилми исеме профессор[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Фёдорович Повнанский 1888 йылдың 7 (19) майында тыуа. 1930 йылдан алып Коммунистар партияһы ағзаһы. 1913 йылда Петербург университетының тарих, филология факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Петербург ҡалаһының коммерция училищеһында һәм башҡа уҡыу йорттарында тарих, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай.
1917 йылда Тамбовта педагогик ойоштороу эш алып бара, Тамбов ҡалаһында педагогик курстар һәм Тамбов университетын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1918 йылда университеттың педагогика кафедраһы профессоры һәм кафедра мөдире була. 1923 йылдан алып Һарытау дәүләт университетының профессоры һәм педагогика кафедраһы мөдире була. 1931 — 1952 йылдарҙа Һарытау дәүләт университетының педагогика кафедраһы мөдире.
Повнанский Николай Фёдорович бер нисә халыҡ ижады һәм этнография мәсьәләләрен тикшерә. Педагогик фекер тарихы проблемалары менән шөғөлләнә, атап әйткәндә, революцияға тиклемге Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе идеяларын үҫтереүҙе өйрәнә. Повнанский урыҫ революцион демократтарының педагогик мираҫын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Песталоцциҙың хеҙмәт педагогикаһы һәм хәҙерге осор, Һарытау, 1925;
  • Революцияға тиклемге Рәсәйҙә хеҙмәт тәрбиәһе биреү тарихы, Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының ғилми яҙмалары, 1925, 3 йыл. 3;
  • Ф. Фребелдең хеҙмәт тәрбиәһе биреү идеяһы, Һарытау, 1926;
  • Конструктив тәрбиә биреү. Ад. Феррьераның педагогик идеялары, [Һарытау — М.], 1928;
  • Н. Г. Чернышевскийҙың педагогик идеялары, «Н. Г. Чернышевский» китабында, Һарытау, 1939;
  • А. И. Герцендың педагогик идеялары., "ФАПН РСФСР хәбәрҙәр"е, 1946;
  • В. Г. Белинский хеҙмәт тәрбиәһе тураһында, М., 1949;
  • Д. И. Писаревтың педагогик ҡараштары. Һайланма педагогик хеҙмәттәр китабында, М., 1951

Сығанаҡтар үҙгәртергә

http://pedagogic.ru/pedenc/item/f00/s01/e0001867/index.shtml