ФК Пирамидз (ғәр. نادي بيراميدز‎) — Мысыҙың Ҡаһирә ҡалаһындағы египет футбол клубы. Команда өйҙәге матчтарын үткәреү өсөн яҡынса 30 000 тамашасыны һыйҙырған «30 июнь» стадионын файҙалана. Хәҙер «Пирамидз» Мысыр футбол лигалары системаһындаһы Премьер-лигала сығыш яһай[1].

Пирамидз
Нигеҙләү датаһы 2008
Рәсми атамаһы Alassiouty Sport
Дәүләт Flag of Egypt.svg Мысыр
Лигала уйнай Чемпионат Египта по футболу[d]
Йорт стадионы 30 June Stadium[d]
Хужаһы Турки Аль аш-Шейх[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Асьют[d], Мысыр
Спорт төрө Футбол
Рәсми сайт pyramidsfc.com
Категория игроков команды Категория:Игроки ФК «Пирамидз»[d]
Фолловерҙар һаны 539 329
Commons-logo.svg Пирамидз Викимилектә

ТарихҮҙгәртергә

«Аласьюти Спорт» Асьют ҡалаһында төпләнгән һәм уға 2008 йылда нигеҙ һалынған. оманда үҙ тарихында тәүге тапҡыр 2014 йылдың июнендә команда үҙ тарихында тәүге тапҡыр, Икенсе дивизионда плей-оффта уңышлы уйнап, Премьер-лигаға сыға.

Дебют миҙгелендә Премьер-лигала «Аласьюти Спорт» өмөтһөҙ аутсайдер ролен уйнай, бары тик алдағы 38 матчтың ике матчында ғына еңеү яулайһәм осош зонаһында аҫтан икенсе урынды биләй. 2016 йылда команда Икенсе дивизион командалары араһында үҙ төркөмөндә еңеүсе була, әммә плей-оффта Идфу ҡалаһының «Әл-Наср Лель Тааден» командаһына бирешә, уйындар серияһындағы ике матчтан һуң пенальти менән уйынды 1:1 иҫәбе менән тамалай. Бер йыл үткәс «Аласьюти Спорт» командаһы Икенсе дивизионда үҙенең А төркөмөндә еңеүсе була, был уның Премьер-лигаға ҡайтыуының гаранты булып тора. 2017/2018 чемпионатында команда тренер Али Махер етәкселегендә туғыҙынсы урында биләй.

Клубты 2018 йылдың йәйендә Сәғүд Ғәрәбстаны спорт идаралығы рәйесе Төрки аш-Шәйех етәкселәй. Команданың исеме «Аласьюти Спорт»тан «ФК Пирамидз ФК» тип үҙгәртелә, ә Төрки аш-Шәйехтың клубҡа индергән аҡсаһы клубты байтаҡ көсәйтә. Ҡаһирәнең элекке «Әл-Әхли» тренеры Хөсс әл-Бәҙри 2018 йылдың 28 июнендә клубтың президенты итеп тәғәйенләнә, Хассан Әхмәт — пресс-секретары һәм футбол командаһы етәксеһе, Хашаба Һаҙый — футбол директоры, ә Бразилияның «Ботафого» клубының элекке остазы Валентин Алберто — «Пирамидз» клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнә.

Ағымдағы составҮҙгәртергә

2019 йылдың 2 майына ҡарата. Сығанағы: уйынсылар исемлегендә transfermarkt.com

Урын Исеме Тыуған йылы
1   Ҡапҡа һаҡсыһы Эль-Махди Солиман 1987
2   Һаҡсы Ахмед Айман Мансур 1994
3   Защ Абдуллах Бакри 1994
4   Һаҡсы Омар Габер 1992
5   Һаҡсы Али Габр 1989
6   Ярымһаҡсы Мохамед Фатхи 1994
7   Һөжүмсе Эрик Траоре 1996
8   Һөжүмсе Омар Харбин 1994
9   Һөжүмсе Джон Сифуэнте 1992
10   Һөжүмсе Кено 1989
13   Һаҡсы Рагаб Бакар 1991
14   Ярымһаҡсы Набиль Эмад 1996
16   ҡапҡа һаҡсыһы Ахмед эль-Шенави 1991
Урын Исеме Тыуған йылы
17   Һөжүмсе Мохамед Фарук 1989
19   Ярымһаҡсы Моханад Лашин 1996
20   Ярымһаҡсы Мохамед Ризк 1993
21   Һаҡсы Мохамед Хамди 1995
22   Ярымһаҡсы Кристиан Бенавенте 1994
25   [[Ҡапҡа һаҡсыһы Ахмед Даадор 1995
26   Һаҡсы Омар Мидани 1994
29   Ярымһаҡсы Абдаллах Саид 1985
32   Һөжүмсе Нассер Манси 1997
34   Һөжүмсе Мохамед Карем 1999
37   Һөжүмсе Хоссам Ганем 1997
-   Һөжүмсе Амр Марей 1992
-   Ярымһаҡсы Ахмед Адель 1997

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә