Петровский Фёдор Александрович
Петровский Федор Александрович (21 апрель 1890 йыл — 27 апрель[3] 1978 йыл) — СССР һәм Рәсәй филолог-классигы, боронғо телдәр уҡытыусыһы, антик авторҙар тәржемәсеһе.
Биографияһы
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Ф. А. Петровский в мае 1957 г. (участники научной сессии по классической филологии в ЛГУ) | |
http://librarius.narod.ru/personae/conf1961.htm |
Ф.А. Петровскийҙың атаһы, Петровский Александр Григорьевич — Мәскәүҙә баш санитар табибы, әсәһе — Дарья Николаевна Сухотина[4]. Совет ғалимы А. П. Петровскийҙың ағаһы.
Мәскәүҙә 5-се гимназияла уҡый[3]. Артабан Мәскәү университетының тарих-филология факультетында уҡый унда уҡытыусылары А.А. Грушка, М.М. Покровский һәм С.И. Соболевский була.
Мәскәү университетында уҡыта башлай[Комм 1] Ф. А. Петровский студенттары менән Гораций одаларын уҡый башлай, ләкин, курсы буйынса зачет та ҡабул итеп өлгөрмәй, классик филология кафедраһы Н.Ф.Деранти етәкселегенә күскәндән һуң , шунда уҡ унан бушатыла.
1918 йылда ВЧК-ға университеттың Кесе уҡытыусылары йәмғиәте идаралығы исеменән ҡулға алынған философ И.А.Ильинды яҡлап мөрәжәғәт итә. 1925 йылдың майында тәүге тапҡыр ғәйеп белдереүһеҙ ҡулға алына. Бер айҙан һуң һаҡ аҫтынан азат ителә. 1929 йылдың октябрендә ҡабаттан «Дәүләт сәнғәт фәндәре академияһында советҡа ҡаршы төркөмдә ҡатнашыусы " булараҡ ҡулга алына. ОГПУ коллегияһы ҡарамағындағы махсус кәңәшмә ҡарары менән 1929 йылдың 20 ноябрендә Төньяҡ крайға өс йылға хөкөм ителә[5]; Архангельскиға ебәрелә[4][Комм 2]. Помполит үтенесе буйынса срогынан алда 2[3] йылдан һуң азат ителә, Мәскәүгә ҡайта, ғилми һәм уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Донъя әҙәбиәте институты антик әҙәбиәт секторы мөдире булып эшләй.
Уға Цицерондың «Сон Сципиона», Ювенал һәм Парсия сатиралары (Д. С. Недович менән авторҙашлыҡта), Марциал эпиграммалары, Сенеканың «Апофеоза божественного Клавдия», латин теленән аноним «Завещания поросенка», Кесе Сульпицияның сатиралары, Плавтың «Кубышки», параллель рус тәржемәләре һәм киң комментарийҙар менән Лукреция баҫмалары (1946—1947), Витрувийҙың «Об архитектуре» (М., 1936) әҫәренең тулы комментарийлы тәржемәһе, «Латинские эпиграфические стихотворения» китабы (1962), ул тәржемә һәм комментарийҙыр менән тәьмин ителгән яҙмалар йыйынтығынан ғибәрәт, ике томлы «История римской литературы» бүлектәре, шулай уҡ «Античные авторы об искусстве» (М., 1938), «Греческие эпиграммы» (М.; Л., 1935), «Архитектура античного мира» (сост. В. П. Зубов, Ф. А. Петровский; М., 1948) йыйынтыҡтарына ингән күп грек һәм рим авторҙары әҫәрҙәренең фрагменттары, Морҙың урта быуат «Утопия» һәм Кампанелланың «Город Солнца» әҫәрҙәренең тәржемәләре ҡарай.
Ф. А. Петровский тәңкәләр коллекцияһы йыя, улар Дәүләт һынлы сәнғәт музейында һаҡлана[6]; «Әҙәби һәйкәлдәр» серияһының редколлегияһы составына инә.
Ҡайһы бер мәҡәләләре
үҙгәртергә- Возникновение проблемы о природном даровании и мастерстве в антич. литературе // «Eirene», [т. 2]. Praha, 1964;
- Крылов и античная басня // Язык и стиль античных писателей, Л., 1966;
- Античные мотивы в комедии Островского «Не было ни гроша, да вдруг алтын» // Культура античного мира. М., 1966.
Уның тураһында:
- К 75-летию а. ф Петровское // «ВДИ», 1965, № 3.
Комментарийҙар
үҙгәртергә- ↑ Некоторые источники отмечают, что он преподавал и в Костромском университете — классическую философию.
- ↑ В 1935 году по делу «Немецкой фашистской организации (НФО) в СССР» был арестован его брат Михаил Александрович, сослан в Томск, там вновь арестован и вскоре расстрелян. По этому же делу были арестованы известные учёные Г. Г. Шпет и А. Г. Габричевский. Их фамилии, в числе прочих, значились на титульном листе первого тома немецко-русского словаря, под фамилией главного редактора, Л. Б. Каменева, и это, может быть, определило их судьбы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Petrovskij, Fedor Aleksandrovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Апт С. Классическая филология . Дата обращения: 18 июнь 2012. Архивировано 5 март 2016 года.
- ↑ 4,0 4,1 Справка . Дата обращения: 18 июнь 2012. Архивировано 20 июль 2012 года.
- ↑ Письма в защиту репрессированных . Дата обращения: 18 июнь 2012. Архивировано 13 октябрь 2017 года.
- ↑ Памятные медали . Дата обращения: 18 июнь 2012. Архивировано 5 ноябрь 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Петровский, Фёдор Александрович // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.
- Статья 2019 йыл 14 февраль архивланған. на сайте серии "Литературные памятники"
- Биографическая справка, другие фото 2015 йыл 7 ноябрь архивланған.
- О Ф. А. Петровском 2017 йыл 13 ноябрь архивланған. из «Записей и выписок» М.Л. Гаспарова
- О Петровском в воспоминаниях С. Апта 2016 йыл 5 март архивланған.