Петрова Антонина Васильевна

Советтар Союзы Геройы, партизанка.

Петрова Антонина Васильевна (14 март 1915 йыл — 4 ноябрь 1941 йыл) — партизанка. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).

Петрова Антонина Васильевна
рус. Антонина Петрова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 март 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1]
Тыуған урыны Стрешево[d], Лужский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (26 йәш)
Вафат булған урыны Лужский район[d], Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем төрө яуҙа үлгән[d]
Ерләнгән урыны Луга
Һөнәр төрө партизан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Изображение памятной доски
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Петрова Антонина Васильевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Һуғышҡа тиклемге йылдары

үҙгәртергә

Антонина Васильевна Петрова Стрешево (хәҙерге Ленинград өлкәһе Лужский районы) крәҫтиән ғаиләһендә ауылында тыуған. Йәш ҡыҙ Лугаға профкурстарҙа уҡыу ниәте менән килә. Уны тамамлағас, тегенсе була. Ятаҡта мәҙәни хеҙмәткәр булып эшләй, тиҙҙән район комсомол комитеты иҫәп секторы мөдире вазифаһына саҡыра. Комитет ултырыштарында протоколдар яҙа, һирәк сығыш яһай, әммә уның етди, яуаплы кеше абруйы нығына.

1941 йылдың июнь — авгусы. Истребителдәр отряды

үҙгәртергә

Һуғыш башланыу менән ул санитар түңәрәгендә шөғөлләнә башлай: перевязка эшләргә өйрәнә, уҡыны, носилкалар менән йүгерә. Партияның район комитетына барып, истребителдәр батальонына яҙыуҙарын үтенә, фронтҡа санитарка итеп алына. Лукин командованиеһы аҫтындағы Истребителдәр батальонында өс йөҙҙән ашыу кеше була. Батальондыҡылар фронт һыҙығы юлдарында, шулай уҡ һөжүм итеүсе гитлер ғәскәрҙәре тылында бер нисә диверсия ойошторған. Беренсе задание Лугаға яҡынайып килеүсе дошман колоннаһын табыу була. Е. Колоярова үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: «Был шулай булды. Ныҡышмалы үтенгәненән һуң, командир Тосяға боҫҡонда ҡатнашырға рөхсәт итте. Яугирҙәр шоссе юлы буйындағы йыш ҡыуаҡлыҡта йәшенеп ятты… Ахырҙа фашистар тейәлгән машиналар күренде… Тося ташлаған граната сәпкә тейҙе. Ҡутарылып сыҡҡан радиатор яна башланы. Немец автоколоннаһы артында ла алдында ла шартлауҙар яңғыраны. Истребителдәрҙең винтовканан ут асыуы фашистарҙы тамам тар-мар итте».

1941 йылдың авгусы — 1941 йылдың 4 ноябре. Партизан эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Луга ҡалаһында Антонина Петрова урамында ҡуйылған мемориаль таҡта

1941 йылдың авгусында истребитель батальоны Лугаға ҡайтҡандан һуң бер нисә көн үтеүгә, ағалы-энеле Иван һәм Станислав Полейко етәкләгән 2-се партизан отряды ағзаһы итеп алына. Лугал барлығы 8 партизан отряды хәрәкәт иткән. Улар миналар ҡорған, телефон һәм телеграф линияларын боҙған. Өс ай дауамында — 1941 йылдың авгусынан октябренә тиклем —Толмачево — Осьмино, Луга — Ляды юлдарына миналар һалына. Толмачево — Мшинская перегонында тимер юлдар дүрт тапҡыр сафтан сығарыла. Дүрт самолёт бәреп төшөрөлә.

Полейко отряды 27 кешенән торған. Ул мәктәбе бинаһында фашист ғәскәрҙәренең хужалыҡ часы урынлашҡан Железо ауылына уңышлы һөжүм яһай. Отряд 6 күперҙе шартлата, шулар араһында фашист фронтының мөһим магистрале булған Ленинград— Витебск тимер юл күпере була. А. Петрова 2-се Луга отряды ойошторған бар булған хәрби операцияларҙа тиерлек ҡатнаша. Шулай уҡ күп тапҡыр разведкаға ла бара. 1941 йылдың октябрендә партизандарға районда барлыҡҡа килгән карателдәр тураһында хәбәр итә, шул арҡала Полейко отряды бер кешеһен дә юғалтмай.

Октябрь аҙағында Полейко отряды разведкаһы, шул иҫәптән, А. Петрова ла, Мшинская станцияһына ебәрелә, һәм фашист оккупанттарына был билдәле була. 1941 йылдың 4 ноябрендә Мшинская ҡасабаһынан (Лужский районы) 10 км көньяҡ-көнбайышта шул ваҡытта урында 11 яугире булған партизан лагерын ҙур каратель отряды уратып алған. Һөҙөмтәлә бик тиҙ тамамланған алышта партизандарҙың бөтәһе лә тиерлек һәләк була, әммә Антонина пулемёт нөктәһе янында оборона биләп өлгөрә һәм мәргән атып бер нисә гитлерсыны юҡ итә. Патрондары бөткәс, карателдәр уға ташлана, әммә граната ырғытып, ул үҙен һәм бер нисә дошманын шартлата.

СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 8 апрель указы менән Антонина Васильевна Петроваға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә (үлгәндән һуң)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
 
Луга ҡалаһында Тося Петрова урамы
  • Ленинград өлкәһе Луга ҡалаһында ерләнгән, обелиск ҡуйылған;
  • урманда, Антонина Петрова исемендәге платформанан яҡынса биш саҡрым самаһы көнбайышта, партизан отряды һәләк булған урында, иҫтәлекле билдә ҡуйылған. Платформанан был урынға табан күрһәткестәр ҡуйылған һуҡмаҡ алып бара;
  • Стрешево ауылында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған;
  • Луга ҡалаһындағы Антонина Петрова урамында аннотацион таҡтаташ ҡуйылған;
  • совет осоронда Лужский районыТолмачёво ҡасабаһындағы урта мәктәптең пионер дружинаһы уның исемен йөрөткән;
  • Ленинград өлкәһе Лужский районында Антонина Петрова разъезы;
  • 2020 йылдың февралендә Лужский тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында «Уның исеме Тося ине»[3] тип аталған күргәҙмә асылды;
  • «Тося» поэмаһы (авторы луга шағиры Анатолий Матюнин).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Antonina Vasilyevna Petrova // TracesOfWar
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза т. т. Никитину И. И., Петровой А. В., Харченко М. С., особо отличившимся в партизанской борьбе в тылу против немецких захватчиков» от 8 апреля 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 24 апреля (№ 13 (172)). — С. 1.
  3. Подвиг Тоси не забыт // Санкт-Петербургские ведомости. — 2020. — 13 февр.
  • Петрова Антонина Васильевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 261. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Светлов Г. Лужанка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә