Перушич (хорв. Perušić) — Үҙәк Хорватияның тарихи Лика өлкәһендәге Личко-Сень жупанияһы территорияһына ҡараған ҡала, шул уҡ исемде йөрөткән община үҙәгенең, 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халҡы 2638 кеше тәшкил итә. Ҡала халҡы 852 кеше, тип иҫәпләнә (2011 йыл)[4].

Перушич
БайраҡГерб
Рәсем
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Лицко-Сеньская жупания[d]
Халыҡ һаны 1973 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 576 метр
Майҙан 383 км²[2],
12,5 км²[2]
Почта индексы 53202[3]
Рәсми сайт perusic.hr
Урынлашыу картаһы
Карта
 Перушич Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Перушич ҡалаһы Ликаның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, 575—600 метр бейеклектә, Лика йылғаһы буйында, Клис ҡалаһынан көнбайышта түбәләстәр менән, боронғо Перушич ҡалаһынан (хорв. Stari grad Perušića), шулай уҡ ул «ҡаласыҡ» тип тә атала (хорв. Gradina) көнсығышта тимер юл тармаҡтары менән сикләнгән.

Перушич илдең төп автомобиль юлдары, шул иҫәптән, дәүләт әһәмиәтендәге D50 юлдары (Оточацтан Госпичҡа тиклем) һәм Загреб—Сплит автострадаһы менән тоташҡан. MP11 төп тимер юлдары линияһы ҡаланы Загреб һәм Сплит менән бәйләй.

 
Венгрия короллеге маркаһы, Перушичта ғәмәлдән сығарыла, 1900 йыл

Был ерҙәр тәүтормош осоронда уҡ халыҡ йәшәгән урын була. Оточац юлында таш быуатҡа ҡараған артефакттар табыла, бронза быуатына ҡараған табыштар тағы ла күберәк була, улар иҫәбенә VIII һәм IX быуатта табылғандары ла инә. Беговач урманында боронғо Рим монолиты урынлашҡан, унда иллирия ҡәбиләләре араһында һыу өсөн барған бәхәстең ҡарары соҡоп яҙылған.

XVI быуатта Перушич, Ғосман империяһы һәм Европа державалары араһында тороп ҡалған сағында, бар тулылығында ауыл һыҙаттарына эйә була. Уға Доминик һәм Гашпар Перушичтар тарафынан нигеҙ һалына.

Йөҙ йыллыҡ хорват-ғосман һуғышында төрөктәр Лика менән Крбаваны (яҡынса 1527 йылда) яулап алғас, Перушич нығытмалары төрөк Ликаһының төп терәк пунктына әйләнә. Был өс империя: Габсбург монархияһы, шул иҫәптән, Венгр-хорват унияһы, Венеция республикаһы һәм Ғосман империяһы араһында — даими рәүештә һуғыштар алып барылған ерҙәге сик була. 1685 йылда Ликаны төрөк иҙеүенән азат итеү башлана.

Һуңынан Перушич Австрия империяһы[5] властары хакимлығына, аҙаҡ, Австро-венгрия килешеүенә ярашлы, 1867 йылдан алып 1918 йылға тиклем Хорватия һәм Славонияны Короллегенә буйһона[6].

Хорватияла һуғыш барған ваҡытта, (1991—1995) Перушич фронт һыҙығы зонаһы була. Хорватияла яу яландарында хәлдәр тотороҡланғас та, хатта ул халыҡ-ара танылыу алғандан һуң да, Перушичта хәрби бәрелеш булғылай[7].

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Тарихи документтарға ярашлы, Перушичты хорват грамоталылығының бишеге тип атарға мөмкин. Күрше Косинь ауылында баҫма машинка булдырылғас, Хорватия һәм Европалағы иң боронғо баҫма китаптарҙың береһе (хорва: po zakonu rimskoga Misal dvora) баҫтырылып сығарыла, ул күп төрлө иллюстрациялар менән биҙәлгән була. Китап 1483 йылда, Гутенбергта Тәүрәт баҫылғандан һуң ни бары 28 йыл үткәс, донъя күрә[8].

Перушич общинаһы — Хорватияла иң ярлы общиналарҙың береһе, унда халыҡ һаны кәмеүгә табан бара. Хужалыҡта төп кәсеп — игенселек һәм ауыл хужалығының башҡа тармаҡтары. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янығанлыҡтан, ҡайһы бер ауылдар тау битләүҙәрендә урынлашҡан.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
  • Грабовач мәмерйә паркы[9].
  • Крушчицк һыуһаҡлағысы.
  • Косин күпере.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlementСтатистическое бюро Хорватии, 2022.
  2. 2,0 2,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
  3. https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.
  4. Central Bureau of Statistics. www.dzs.hr. Дата обращения: 15 апрель 2018.
  5. Map in the Corinphila-Auktionen 2003
  6. Die Poststempel auf der Freimarken-Ausgabe 1867 von Österreich und Ungarn, Edwin Mueller, 1930
  7. Hrvatski memorijalno-dokumentacijski centar Domovinskog rata. Дата обращения: 13 липня 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. Kosinj-Raj na Zemlji (22 июнь 2007). Дата обращения: 15 апрель 2018.
  9. Pećinski park Grabovača | Pećinski park Grabovača pruža priliku posjetiteljima da se vrate u prošlost, tisućama godina unatrag. (хорв.). pp-grabovaca.hr. Дата обращения: 15 апрель 2018. 2015 йыл 10 декабрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә