Пермь тимер юлы (рус. Пермская железная дорога) — Рәсәй империяһында, һуңынан РСФСР һәм СССР-ҙа ҡаҙна тимер юлы.

Пермь тимер юлы
Нигеҙләү датаһы 1900
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Каганович Лазарь Моисеевич
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Хужаһы Рәсәй империяһы һәм СССР
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Пермь, РСФСР, СССР
Алмаштырылған Пермское отделение Свердловской железной дороги[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1953
Ҡулланыу статусы выведено из эксплуатации[d]
 Пермь тимер юлы Викимилектә

1900 йылда Пермь-Төмән (1897 йылға тиклем - Урал тау сәнәғәте тимер юлы) һәм Пермь-Котлас юлдарын берләштергәндә ойошторолған.

Юлдың төп линиялары 18781916 йылдарҙа төҙөлгән. Юл Вологда, Пермь, Ырымбур, Вятка, Тубыл губерналары биләмәләре буйлап үтә. Юл Себер һәм Уралды үҙәк Рәсәй менән тоташтырған.

Пермь - Екатеринбург юлы трассаһы буйлап юл һалыу буйынса тикшеренеү эштәре 1871 йылдан алып барыла. 1874 йылда "Урал тау сәнәғәте тимер юлы йәмғиәте" акционерҙар компанияһы ойошторолған. Юл төҙөлөшө барышында 646 яһалма ҡоролма, шул иҫәптән 316 күпер һәм тоннель төҙөлгән. Төҙөлөштә Пётр Ионович Губонин ҡатнаша[1]

1899 йылда Пермь-Котлас тимер юлын һалыу башлана.

1900 йылда Пермь-Төмән менән Пермь-Котлас тимер юлдары берләштерелеп, Пермь тимер юлы барлыҡҡа килә[2].

1919 йылдың сентябрендә Пермь тимер юлына Көнбайыш Урал, Богословская, Төньяҡ Көнсығыш Урал һәм Омск (өлөшләтә) тимер юлдары ҡушылған. 1920 йылдың 1 июненә юлдың оҙонлоғо 3891 саҡрым, йәғни 4151 км тәшкил иткән[3]

Юл даими рәүештә үҫешә, идара ителеү йәһәтенән дә төрлө үҙгәрештәр кисерә.

СССР Совнаркомының 1933 йылдың декабрендәге13 2673-сө "Тимер юлдарҙы бүлеү тураһында" ҡарарына ярашлы, 1934 йылдың апрелендә юл икегә бүленгән. Бер өлөшө Пермь (Пермь, Чусыу, Красноуфимск, Свердловск, Төмән, Тагил райондары) составында ҡалған, әммә идралыҡ Свердловскиға бирелгән, бер өлөшө яңынан ойошторолған Көньяҡ Урал тимер юлының (Силәбе, Ҡурған, Троицк, Златоуст райондары) Силәбе идаралығына күсерелгән, унда Һамар-Златоуст тимер юлының да бер өлөшө бирелгән[4][5][6][комм. 1].

СССР Совнаркомының 1936 йылғы 11 март ҡарары менән Пермь тимер юлына Л. М. Каганович исеме бирелә, 1943 йылда Свердловск тимер юлы тип үҙгәртелә [7]

1953 йылда Пермь һәм Свердловск тимер юлдары берләштерелеп, Свердловск идаралығы ҡарамағындағы Свердловск тимер юлы составына индерелә.

Комментарий

үҙгәртергә
  1. В 1934-м же году в соответствии с Постановлением ВЦИК от 17.01.1934 года была упразднена Уральская область с образованием Свердловской, Челябинской, Обско-Иртышской областей.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Первый почётный гражданин // Ваша газета : газета. — Волгоград, 2010. — В. 1.
  2. Верхоланцев В. С. Летопись г. Перми с 1890 до 1912 г. Пермь, 1913. С. 29.
  3. Свердловская железная дорога(недоступная ссылка)
  4. Казаков А. Л. и др. Уральский исток Транссиба: история Южно-Уральской железной дороги // Челябинск: Авто Граф. — 2004. — 408 с. С. 99. ISBN 5-98518-004-2.
  5. Южно-Уральская железная дорога — 75 лет движения вперёд // Копия приказа Народного комиссариата путей сообщения от 4 января 1934 г. № 7/Ц «О разделении Пермской железной дороги». В фотогалерее на сайте газеты «Комсомольская правда».
  6. Постановление СНК СССР от 13.12.1933 г. № 2673 «О разукрупнении железных дорог» / Текст документа на сайте milreview.ru.
  7. Постановление ЦИК СССР от 11 марта 1936 г. «О переименовании Пермской железной дороги в дорогу имени Л. М. Кагановича» (СЗ СССР, 1936, № 20, ст. 173) 2018 йыл 28 август архивланған.
  • О переименовании Уральской железной дороги в Пермь-Тюменскую железную дорогу: доклад № 149 от 12 июня 1897 г. // РГИА. Ф 446. Оп.  30. Д. 5.
  • О присоединении Пермь-Котласской ж. д. к Пермь-Тюменской под одним общим наименованием Пермской ж. д.: доклад № 247 от 5 ноября 1899 г. // РГИА. Ф 446. Оп.  30. Д. 12.
  • Архитектура отечественных мостов. Пунин А. Л. Л.: «Стройиздат». 1982 г.
  • История железнодорожного транспорта России. Том 1. Санкт-Петербург. 1994 г.