Парамонов складтары
Парамонов складтары— Дондағы Ростов ҡалаһында XIX быуатта төҙөлгән склад ҡоролмалары. Дон ярында Соколов проспекты һәм Университет тыҡрығы араһында урынлашҡан. Федераль әһәмиәттәге ҡомартҡы.
Иҫтәлекле урын | |
Парамонов складтары
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Дондағы Ростов |
Төҙөүсе | Якунин, Э. Шульман |
Беренсе тапҡыр | XIX быуат уртаһы |
Парамонов складтары Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәXIX быуат уртаһында төҙөлгән Парамонов келәттәре иң боронғоһо, 1890-сы йылдарҙа төҙөлгәне —һуңғыһы[1]. Уларҙы инженерҙар Якунин һәм Э.Шульман төҙөгән. Келәттәрҙең хужалары төрлө фирмаларға һәм хужаларға ҡараған, әммә уларҙы әлегә тиклем халыҡ ашлыҡ етештереүсе Парамонов Елпидифор келәттәре тип йөрөтәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында портты бомбаға тотҡанда келәттәр нисектер һаҡланып ҡалған. Хәйер, бер авиабомба барыбер бында эләгә, һыу менән һыуытыу системаһын боҙа[2]. Келәттәр иң ҙур емерелеүгә хужаһыҙ ҡалғас дусар булған. Улар үҙ ғүмерендә биш тапҡыр ғына янғындан зыян күргән[3]. СССР -ҙың һуңғы йылдарында склад туранан-тура тәғәйенләнеше буйынса файҙалана, уларҙа цемент, төҙөлөш материалдары һ. б. һаҡлайҙар
1985 йыл келәттәргә Парамонов склады статусын бирәләр һәм уны урындағы әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре иҫәбенә индерәләр. Саҡ ҡына һуңыраҡ ҡоролма федераль әһәмиәттәге тарихи ҡомартҡы статусын ала.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәПарамонов келәттәре корпусы роман архитектура һәм классицизм стилен ҡулланып кирбестән төҙөлгән.
Инженерҙар Якунин һәм Э. Шульман уникаль тәбиғәтте оҫта файҙаланып, урындың үҙенсәлеге — йыл буйына Дон ярынан сығып ятыусы шишмәләрҙе иҫәпкә алып, был келәттәрҙе төҙөгәндәр. Шишмә һыуын улар улаҡ аша үткәреп, келәт биналарына индергәндәр. Шишмәләр һыуының температураһы даими рәүештә йыл әйләнәһенә — 9 °C. Улаҡ системалары складтарҙы һәр ваҡыт түбән температурала тота, шунлыҡтан был система складтарҙа иген һаҡлау өсөн уңайлы.
Әлегә тиклем склад фасадтарында ике ҡат араһында түңәрәк тишектәр бар. Уларҙан брезент торбалар аша икенсе ҡаттағы игенде яр буйына төшөргәндәр һәм сит илгә сығыусы баржаларға тейәгәндәр.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәПарамонов келәттәренең барлыҡ корпустары хәҙерге көндә емерек хәлдә тора, ул Дон ярҙарында сыҡҡан шишмәләр, шарлауыҡтар һәм күлдәр менән матур итеп биҙәлгән. Шишмәләр һыуының температураһы даими булыу бындағы микроклиматҡа йоғонто яһай, бында йыл әйләнәһенә йәшел үлән үҫә.
2011 йылдың июнендә урындағы инициаторҙар башланғысы менән Парамонов «Авгиев ат һарайы» сүп -сарҙан таҙартыла[4]. Ростов өлкәһе закондар сығарыу йыйылышы был эште законһыҙ тип табып, акцияны хупламай сыға, бары поп-йырсы Наталья Ветлицкая ғына хуплай.
Һәйкәл биләмәләренә әлеге көнгә тиклем сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып һалыу дауам итә[5]. 2012 йылдың июнендә Киров район суды Ростов өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы һәм башҡа ойошмаларына ғариза яҙа, унда прокурор ярҙамсыһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектын закон менән һаҡлауҙы талап итә һәм «Парамонов склады» тигән мәғлүмәт яҙыуҙарын һәм билдәләрҙе ҡуйыуҙың мотлаҡлығы тураһында яҙа.
2013 йылдың декабрь айында Ростов өлкәһе мөлкәт министрлығы Парамонов складтарын реконструкциялау һәм үҫеш проектын хуплай[6]. Мәскәү архитектура бюроһының береһе реконструкциялау проектын эшләй. Был проектҡа ярашлы, Парамонов склады бөтә ҡаралтылары менән реконструкция ваҡытында һаҡланып ҡалырға тейеш, ә уның территорияһында хәҙерге заман сәнғәте үҙәге буласаҡ.
Парамонов складтары кинематографта
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Парамоновская мельница
Фотогалерея
үҙгәртергәСығанағы
үҙгәртергә- ↑ Волошинова Л. Парамоновские склады // Молот. — 2010. — 16 июня.
- ↑ Кисин С. Амбарная книга. Жизнь и забвение Парамоновских складов 2012 йыл 19 август архивланған. // Вестник. — 2008. — № 3.
- ↑ Собств. корр. В парамоновские склады вдохнут новую жизнь 2012 йыл 19 июль архивланған. // Вечерний Ростов. — 2004. — 15 окт.
- ↑ Пилипенко Г. Ростовчане! Все на склад! // www.rostovnews.net. — 2011. — 10 июня.
- ↑ Чижова О.
- ↑ Собств. корр. Донские власти одобрили проект реконструкции Парамоновских складов 2013 йыл 17 декабрь архивланған. // mail.ru. — 2013. — 17 дек.
- ↑ Пилипенко Г. Раздражённый кувшин Натальи Дурицкой // www.rostovnews.net. — 2010. — 12 авг.
- ↑ Мирвода А.
- ↑ Смирнов И.
- ↑ Пилипенко Г. В Ростове — фантастический бандитизм! // www.rostovnews.net. — 2016. — 18 янв.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Экскурсии по Ростову. 2017 йыл 22 декабрь архивланған. Парамоновские склады зимой 2017 йыл 22 декабрь архивланған.
- Официальная группа в facebook
- Парамоновские склады в интернет журнале Донбук(недоступная ссылка)
- Парамоновские склады. Фоторепортаж