Папян Асмик Арутюновна
Папян Асмик Арутюновна (әрм. Հասմիկ Պապյան; 2 сентябрь 1961 йыл) — СССР һәм Әрмәнстандың опера йырсыһы. The Washington Post гәзите уны «иң яҡшы тере Норма» тип атай[2].
Папян Асмик Арутюновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Әрмәнстан Австрия |
Тыуған көнө | 2 сентябрь 1961 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыкант, скрипкасы |
Уҡыу йорто |
Ереванская государственная консерватория имени Комитаса[d] Музыкальная школа имени Саят-Новы[d] |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | скрипка һәм вокал[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Папян Асмик Арутюновна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАсмик Арутюновна Папян 1961 йылдың 2 сентябрендә Әрмән ССР-ының баш ҡалаһы Ереванда тыуа.
1982 йылда — Комитас исемендәге Ереван дәүләт консерваторияһының скрипка класын, 1985 йылда вокал факультетын (етәксеһе М. А. Арутюнян) тамамлай. Профессиональ карьераһын Асмик Папян Спендиаров исемендәге Ереван опера һәм балет театрында башлай. СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә сығыш яһай. 1993 йылда, бер нисә халыҡ-ара конкурста еңгәндән һуң, Бонн опера театрына[de] саҡырыла.
Асмик Арутюновна донъяның күп театрҙарында күп һанлы опера ролдәрен башҡара, улар араһында: Вена дәүләт опера театрында Донна Анна («Дон Жуан»), Рахиль («Жидовка»), Леонора («Сила судьбы»), Абигайль («Набукко»), Лиза («Пиковая дама»), Тоска («Тоска»), Аида («Аида»); Миландың Ла Скала театрында Абигайль, Барселонаның Театр дель Лисеу театрында Аида; Париждың Бастилия Операһында Матильда («Вильгельм Телль»), Лиза; Нью-Йорктың Метрополитен-операһында Аида, Норма, леди Макбет, шулай уҡ Леонора («Трубадур»). Винченцо Беллиниҙың «Норма»һында Норма партияһы йырсы репетуарының иң сағыу биҙәге булып тора, ул уны Европаның күп ҡалаларында һәм АҠШ-та йырлай.
Артислыҡ карьераһы дауамында Асмик Папян донъяның мәшһүр дирижёрҙары һәм опера йондоҙҙары менән бергә сығыш яһай.
Әле йырсы Венала йәшәй һәм Вена дәүләт операһында һәм Метрополитен-операла сығыш яһай. Концерттар менән тыуған иленә йыш ҡайта[3].
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Әрмән мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн Асмик Папян донъяла Әрмәнстандың мәҙәни илсеһе итеп тәғәйенләнә.
- 2004 йылда Әрмәнстандың халыҡ артисткаһы исеменә лайыҡ була.
- 2005 йылда бөтә әрмәндәр Католикосы Гарегин II тәҡдиме менән «Изгеләр Саак һәм Месроп» ордены менән наградлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Joy, Negar. Diva with a Heart Supports Women in Armenia, Armenian American Cultural Association (2003). 10 сентябрь 2013 тикшерелгән. 2014 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Несравненная Асмик Папян вернется на родину для исполнения оперы Пуччини «Тоска» 2016 йыл 23 апрель архивланған.