Пантелеимон сиркәүе (Павловка)

1905

Православие ғибәҙәтханаһы
Пантелеимон сиркәүе
Ил Рәсәй
Конфессия Православие
Епархия Шахты епархияһы 
Төҙөлгән ваҡыты 1905 йыл
Бөгөнгө хәле закрыта

Пантелеймоновка сиркәүе — Ростов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районы Киселевка ауыл биләмәһенең Павловка ауылындағы сиркәү.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Киселевка ауыл биләмәһе, Павловка ауылы

1890 йылда Павловск — Черкасск округы Гуково- Гнилушанский ауылындағы Николаевский сиркәүе мәхәлләһенә ҡараған Павловка-Кундрюченский утарының ышаныслы кешеләре Дон һәм Новочеркасск архиепискобына үҙҙәренең утарында Изге ыҙа сигеүсе һәм дауалаусы Пантелеймон иҫтәлегенә һәм Падишаһ Император Александр III һәм уның бөтә бөйөк ғаиләһе ағзаларының 1888 йылдың 17октябрендә тимер юл касафатында үлемдән һаҡланып ҡалыуы хөрмәтенә сиркәү төҙөүгә рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткәндәр.

Рөхсәт алынған, ләкин сиркәүҙе бары 15 йылдан һуң ғына төҙөй башлағандар. 1902 йылдан алып сиркәү төҙөлөшөн подрядсы Васильев алып барған. Сиркәү утар йәмғиәте аҡсаһына төҙөлгән.

1905 йылда сиркәү төҙөлгән, ә 26 октябрь көнө изгеләндерелгән. Бинаның тышҡы яғы яндырылған кирбес менән көпләнгән, сиркәү таш нигеҙҙә торған, башы-тимер менән ябылған. Сиркәү янында ҡыңғырауҙар манараһы төҙөлгән. Улар цементлы ташҡа баҫтырылған тимер ҡойма меән уратылған. Сиркәүҙә Изге ыҙа сигеүсе Пантелеймон хөрмәтенә бер тәхет торған.

Изге Синод тарафынан сиркәү штаты билдәләнгән: унда рухани, псаломсы, просфоралар таратыусы булған. Сиркәү янында 12 апостол хөрмәтенә 12 тирәк ағасы ултыртылған.

Сиркәүҙә метрика китабы алып барылған, унда 50 дини китабынан, «Кормчий» һәм «Духовные беседы» журналдарынан торған китапхана булған.

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыуҙар туҡтатылған. 1943 йылда сиркәү ҡабаттан асылған, ә 1961 йылда тағы ла ябылған, унан һуң сиркәүҙең көмбәҙен алып ташлағандар. Бинала колхоз ашлыҡ һаҡлаған, сиркәү йорто аҡрынлап туҙған һәм емерелгән.

2015 йылда Павловка ауылы халҡы үҙ аҡсаһына табыныу йортон асҡан. Ул элекке дин әһеле йортонда урынлашҡан. Хоҙайға табыныу йортона элекке Пантелеймон сиркәүенең һаҡланып ҡалған иконалары ҡуйылған. Яңы ҡорамда сиркәү байрамдары көнө ғибәҙәт ҡылыуҙар алып барыла.

Дин әһелдәре

үҙгәртергә
  • Космачев Пётр Петрович (19061910).
  • Морозов Яков Яковлевич (19101917).

Хәҙерге ваҡыттаҠыҙыл Сулин ҡалаһы Александр Невский мәхәлләһе руханийы иерей Виктор Литвинов Павловка ауылы мәхәллә кешеләрен дини яҡтан хеҙмәтләндерә.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Кудрявцев В. История хутора Павловка / В. В. Кудрявцев // Сулинская земля: страницы истории. — Ростов н/Д., 1999. — С.20-27.
  • Мякинченко В. Павловка / В. А. Мякинченко // Сулин и сулинцы: слов. — справ. — Красный Сулин, 2002. — С.73, 110.

Һылтанмалар

үҙгәртергә