Кларк Павел Иванович

революция хәрәкәте эшмәкәре
(Павел Кларк битенән йүнәлтелде)

Кларк Павел Иванович (19 июнь 1863 йыл — 15 ноябрь 1940 йыл) — Рәсәй империяһында һәм Австралияла революция хәрәкәтендә ҡатнашыусы. сәнғәт белгесе.

Кларк Павел Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 июнь 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вафат булған көнө 15 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Атаһы Иван Родионович Кларк[d]
Һөнәр төрө революционер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Иванович Кларк 1863 йылдың 19 июнендә Ырымбур губернаһының Өфө өйәҙе Һатҡы заводы ҡасабаһында[1] урман ҡараусы ғаиләһендә тыуа. Өфө гимназияһында уҡый. Йәш сағында Өфөгә күсә.

1882 йылда урындағы народоволец ойошмаһына инә. һәм Бер нисә тапҡыр йәшерен сәйәси эшмәкәрлек алып барғаны өсөн ҡулға алына. 1886 йылда Өфөлә народоволецтар түңәрәген асып, йәшерен сәйәси типография тотҡаны өсөн ҡулға алына. Бынан һуң Көнсығыш Себер, артабан Байкал аръяғына һөргөнгә ебәрелә. Народоволецтар ойошмаһынан күңеле ҡайтып 1901 йылда социалист-революционерҙар ойошмаһына күсә.

Беренсе урыҫ революцияһы ваҡытында Чита республикаһы етәкселәренең береһе була. 1906 йылда республикалағы ихтилал баҫтырылғандан һуң, хәрби суд тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә һәм Акатуй төрмәһенә ебәрелә, унан улы Борис менән бергә 1906 йылдың сентябрь-октябрендә Австралияға ҡасып сығып китә[2].

1917  йылда Читаға ҡайта. Себер Халыҡ комиссариаты советы ағзаһы (1918). Совет власы ваҡытлыса ҡолатылғас, йәшенеп йәшәү хәленә күсә, ҡабаттан 1919 йылда Австралияға эмиграцияға сыға. Унда Австралия Коммунистик партияһына нигеҙ һала һәм уның тәүге етәкселәренең береһе була.

1920 йылда Совет Рәсәйенә әйләнеп ҡайта. 1920 йылдың 1 авгусында РКП(б)-ға инә. Юл бәйләнеше министры, Ойоштороу йыйылышының, артабан Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ йыйылышы депутаты була.

1928 йылда Эрмитаж директоры булып тәғәйенләнә, ә бер йылдан — персональ пенсионер.

1935 йылдың 15 ноябрендә Мәскәүҙә , ҡайһы бер икенсе мәғлүмәттәр буйынса Ленинградта 1940 йылда вафат була.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Кларк П. И. В дни Ренненкампфа. — КиС, 1925, № 3, с. 51 — 73 — № 4, с. 50 — 62.
  • Кларк-Аносова А. А. Памяти друга (Борис Павлович Кларк) // Красногвардейцы и партизаны. — Чита, 1957.
  • Баринов А. О. Кларк П. И. // Энциклопедия Забайкалья.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. хәҙер Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы
  2. Акатуйская тюрьма