Отунбаева Роза Исаковна

Отунбаева Роза Исаковна (23 август 1950 йыл[3]) — Ҡырғыҙстан Республикаһының элекке президенты. Ҡырғыҙстан сәйәсмәне һәм дипломаты, оппозицияла торған Ҡырғыҙстан социаль-демократик партияһының парламент фракцияһы рәйесе.

Отунбаева Роза Исаковна
ҡырғ. Роза Исаковна Отунбаева
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме ҡырғ. Роза Исаковна Отунбаева
Тыуған көнө 23 август 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2] (74 йәш)
Тыуған урыны Бешкәк, Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Туған тел Ҡырғыҙ теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат
Эш урыны Ҡырғыҙ милли университеты[d]
Биләгән вазифаһы президент Кыргызстана[d], министр иностранных дел Киргизии[d], министр иностранных дел Киргизии[d], министр иностранных дел Киргизии[d], ambassador of Kyrgyzstan to the United Kingdom[d] һәм президент Кыргызстана[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Ҡырғыҙстан социаль-демократик партияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Отунбаева Роза Исаковна Викимилектә

Фетнә һөҙөмтәһендә, 2010 йылдың 7 апрелендә Ҡырғыҙстан ваҡытлы хөкүмәте башлығы була. 2010 йылдың 19 майында Ҡырғыҙстан ваҡытлы хөкүмәте декретына ярашлы, Ҡырғыҙстандың күсәгилешле осоро президенты итеп иғлан ителә. Ошо декрет буйынса Ҡырғыҙстандың күсәгилешле осоро президенты мөҙҙәте 2011 йылдың 31 декабренә тиклем билдәләнгән. Коституцияның яңы тексын ҡабул итеү буйынса 2010 йылдың 27 июлендәге рефрендум уны Ҡырғыҙстан Республикаһы президенты булараҡ раҫлай. Ҡырғыҙстандың тәүге ҡатын-ҡыҙ президент һәм БДБ дәүләттәре араһында президент вазифаһын биләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ. Иң яңы тарихта башлыса мосолман халҡы булған илдәр араһында икенсе ҡатын-ҡыҙ президент (беренсеһе Мегавати Сукарнопутри, 2001—2004 йылдарҙа Индонезия президенты). Президент вазифаһын 2011 йылдың 1 декабрендә Алмазбек Атамбаев власҡа килгәнгә тиклем биләй.

Биографияһы

үҙгәртергә

1950 йылдың 23 авгусында Ҡырғыҙ ССР-ы Талас өлкәһе Бакай-Ата районы Боо-Терек ауылында тыуған. Атаһы Исак Отунбаев оҙаҡ йылдар Юғары суд ағзаһы була, һуңынан Ош ҡалаһына эшкә күсерелә[4]. Милләте ҡырғыҙ. Ырыуы саруу (сол канат).[5][6] Ош мәктәбен алтын миҙалға тамамлай[3][7].

1972 йылда Мәскәү дәүләт университетының философия факультетын тамамлай һәм университеттың аспирантураһына уҡырға инә. Германияла стажировка үтә.

1975 йылда Мәскәүҙә «Критика фальсификации марксистско-ленинской диалектики философами Франкфуртской школы» диссертацияһын яҡлай һәм философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә була[4].

1975—1981 йылдарҙа Фрунзела Ҡырғыҙ дәүләт университетында эшләй[4].

1981 йылда КПСС-та партия эшенә күсә. КПСС-тың Ленин район комитетының икенсе секретары, 1983 йылдан — КПСС-тың Фрунзе ҡала комитеты секретары.

1986—1989 йылдарҙа — Ҡырғыҙ ССР-ы Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары, сит ил эштәре министры.

1989—1991 йылдарҙа — СССР Сит ил эштәре министрлығы коллегияһының ағзаһы, СССР-ҙың Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе дәрәжәһенә эйә, ЮНЕСКО эштәре буйынса СССР комиссияһыняң яуаплы секретары, 1990—1991 йылдарҙа — ЮНЕСКО эштәре буйынса СССР комиссияһы рәйесе.

СССР тарҡалғандан һуң Ҡырғыҙстанға ҡайта. 1992 йылда Ҡырғыҙстандың сит ил эштәре вице-премьер министры итеп тәғәйенләнә, ә шул уҡ йылдың июлендә АҠШ-та һәм Канадала Ҡырғыҙстан Респбликаһы илсеһе булып эшләй башлай. 1994 йылдың майында Ҡырғыҙстандың сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнә.

1997 йылдан Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Берҙәм короллегендә Ҡырғыҙстан Республикаһының илсеһе.

2002 йылдың майынан Грузия-Абхазия конфликтын яйға һайлыу буйынса БМО генераль секретарының махсус вәкиле урынбаҫары.

2004 йылдың сентябрендә парламент һайлауҙары алдынан Ҡырғыҙстанға ҡайта, «Ата-Журт» оппозиция хәрәкәтенә ҡушыла һәм уның лидерҙары була.

2005 йылда Ҡырғыҙстанда Ләлә революцияһынан һуң, йәнә илдең сит ил эштәре министры вазифаһына тәғәйенләнә. Әммә 2005 йылдың 10 июлендә уҙған президент һайлауҙарынан һуң, парламент тарафынан был вазифаға раҫланмай. 2005—2007 йылдарҙа «Асаба» партияһының рәйестәше.

2007 йылдың декабренән Ҡырғыҙстан парламенты депутаты һәм оппозицияла торған Ҡырғыҙстан социал-демократик партияһының парламент фракцияһы ағзаһы, 2009 йылдың октябренән ошо фракцияһының етәксеһе. 2010 йылдың 21 майында

Фетнә һөҙөмтәһендә, 2010 йылдың 7 апрелендә Ҡырғыҙстан ваҡытлы хөкүмәте башлығы була. 2010 йылдың 19 майында Ҡырғыҙстан ваҡытлы хөкүмәте декретына ярашлы, Ҡырғыҙстандың күсәгилешле осоро президенты итеп иғлан ителә. Ошо декрет буйынса Ҡырғыҙстандың күсәгилешле осоро президенты мөҙҙәте 2011 йылдың 31 декабренә тиклем билдәләнгән. Коституцияның яңы тексын ҡабул итеү буйынса 2010 йылдың 27 июлендәге рефрендум уны Ҡырғыҙстан Республикаһы президенты булараҡ раҫлай. Президент вазифаһын 2011 йылдың 1 декабрендә Алмазбек Атанбаев власҡа килгәнгә тиклем биләй.

2011 йылдың февраленән «Роза Отунбаева башланғыстары» халыҡ-ара йәмәғәт фондың етәкләй. Фондтың төп маҡсаты — Ҡырғыҙстандың социаль, сәйәси, иҡтисади үҫешенә булышлыҡ иткән программаларҙы һәм проекттарҙы башлай һәм тормошҡа ашырыу.

Ҡырғыҙ, урыҫ, инглиз һәм немец телдәрен белә.

 
Роза Отунбаева 2017 йылда

Ҡырғыҙстан Юғары суды ағзаһы Исак Отунбаев һәм уҡытыусы Салийка Даниярова ғаиләһендәге һигеҙ балаһының икенсеһе[8].

Ҡыҙы Карачач һәм улы Атай.

Ҡустыһы Болот Отунбаев — дипломат, АҠШ-та Ҡырғыҙстан илсеһе (2019 йылдың 15 ғинуарынан)[9].


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Rosa Issakowna Otunbajewa // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  2. Rosa Otunbajewa // Munzinger Personen (нем.)
  3. 3,0 3,1 Официальный сайт президента Киргизии, 26 декабря 2010.
  4. 4,0 4,1 4,2 Александр Князев. Государственный переворот 24 марта 2005 г. в Киргизии 2012 йыл 8 март архивланған. Бишкек, 2007. С. 46.
  5. Роза Исаковна Отунбаева. stanradar.com. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  6. ОТУНБАЕВА Роза (Розалина) Исаковна | ЦентрАзия. centrasia.org. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  7. У нас в гостях Отунбаева Роза Исаковна(недоступная ссылка), Форум — «Открытый Кыргызстан», on-line интервью
  8. K. A. Бектурганова. Отунбаева Роза
  9. Брата Отунбаевой отправили послом в Германию
  • Кто есть кто в России и в ближнем зарубежье: Справочник. — М.: Издательский дом «Новое время», «Всё для Вас», 1993. — ISBN 5-86564-033-X.

Һылтанмалар

үҙгәртергә