Ли́дия (бор. грек. Λυδία, төр. Lidya) — Кесе Азиялағы боронғо дәүләт, элек Мэония тип аталған, Эгей диңгеҙенә тиклем етеп торған һәм ярымутрау эсендә бер-береһенән Тмол менән айырылып торған Герм һәм Каистрҙың юғары ағымы янында торған

Лидия
Λυδία

Крёзе дәүерендә Лидия батшалығы
Крёзе дәүерендә Лидия батшалығы

 
 
Баш ҡала

Сарды

Эре ҡалалары

Тиесс, Келены, Даскилий, Тирра

Телдәр

Лидия теле

Дин

политеизм

Аҡса берәмеге

Статер

Идара итеү формаһы

Хунта

Династия

Тилониды, Гераклиды, Мермнады

Цари Лидии
 • 717 - 700 гг. до н. э.

Кандавл

 • 680 - 645 гг. до н. э.

Гиг

 • 560 - 546 гг. до н. э.

Крёз

Тарихы
 • 680 до н. э.

Основание Гигом династии Мермнадов

 • 650 до н. э.

Вторжение Ашшурбанапала Ассирийского

 • 546 до н. э.

Лидийское царство захвачено Киром Великим

 Лидия Викимилектә

Гермдың һул яры янында Магнезия (хәҙерге Маниса ҡалаһы), төньяҡ итәгендә Сипила; унда йәшәүселәр Фессалия магнеттары менән бәйле. Сарды (хәҙер Сард), Лидия батшаһының ныҡлығы, Пактол янындағы Тмол тауының төньяҡ итәгендә ята.

Гигэй күле янында хәҙерге көнгә тиклем Алиаттың һәм башҡа Лидия батшаларының (хәҙер Бин-бир-тепе) ҡәберлек убалары бар.

Эфестан Сардҡа Кильбиан үҙәне буйлап кеше күп йөрөгән юл үткән, ул юл Гинепой ҡалаһына тиклем барған.

Сард янында һәм Каистр буйында уңдырышлы баҫыуҙар булған, илдә шулай уҡ шәп аттар, яҡшы шараптар, шафран, цинк һәм башҡа металдар, айырыуса Тмол ҡаҙылдыҡтарында һәм Пактола йылғаһы ҡомонда табылған алтын булған.

Мәҙәниәттең билдәле бер баҫҡысында торған Лидия халҡы тирсендарға, торребтарға һәм сардандарға яҡын торған, хеттарҙың ныҡ йоғонтоһо аҫтында торған билдәһеҙ бер расаға ҡарай; Лидияның бер батша династияһы хеттар ҡәбиләһенә ҡараған. Илдәге халыҡтың телелидийя теле, ул һинд европа телдәренә ҡараусы анатолий төркөмөнә инә. Яҙмаһы — лидия алфавитлы,тышҡы күренеше менән грек алфавитына оҡшаған.

Лидия дәүләтенең тарихы ярым риүәйәттәр формаһында антик әҙәбиәте йолалары сағылышында һәм көнсығыш мәғлүмәттәренән, беренсе нәүбәттә ассирия текстары өҙөктәренән беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Лидия тарихынының фәнни реконструкцияһы археология ҡаҙыуҙары ваҡытында табылған әйберҙәр нигеҙендә яһалған, улар системалы һәм даими рәүештә 1958 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем Лидия батшалығының баш ҡалаһы урынында торғанСфарт (Сард грексә) ҡалаһы янында алып барыла. Илдең үҙәк өлкәһе баш ҡала исеме менән аталып йөрөтөлә. Герм үҙәне халҡын б. э. т. VII быуатта ассирийлылар һәм гректар лидий халҡы тип атаған. Геродот әйтеүенсә, лидиялылар башта мэондар тип аталғандар.

Лидияға фригия йоғонтоһо әлегә тикшеренеүҙәр талап итә. Лидияның Фригиянан б. э. т. VIII быуатта сәйәси бойондороҡлолоғо археологик дәлилдәр менән бик әҙ иҫбатлана. Фригия менән Лидия керамикаһының бәйлелеге, Сардтың монументаль архитектураһына йоғонтоһо тураһында әйтеп үтергә мөмкин. Фригия йоғонтоһоноң иң ныҡ танытмаһы булып Лидиялағы ҡәберҙәрҙең ҡурған өйөмдәре кеүек итеп эшләнеүе тора.[1]


Үҙенең сәйәси ҡоролошо буйынса Лидия - монархия дәүләте. Дәүләт башында батша торған. Уның власын йәнен һаҡлаусылар төркөмө һәм ғәскәр ныҡ тотҡан; төп ролде атаҡлы атлы ғәскәр һәм Лидия ике тәгәрмәсле һуғыш арбаһындағы яугирҙәр үтәгән. Лидия батшалары хәрби хеҙмәткә ялланған яугирҙәрҙе лә ҡабул иткән, бигерәк тә күрше : карийҙарҙы, ионийлыларҙы һәм ликийҙарҙы. Батшаға ил менән идара итеүҙә аристократ ғаиләләренән сыҡҡан хакимдар ярҙам иткән. Хатта аристократтар советы ла булған. Мөһим тышҡы һәм эске сәйәсәтте тикшереүҙә ябай халыҡ ҡорға йыйылған. Батша власы көсәйеү арҡаһында улар юҡҡа сыҡҡан. Лидияның социаль һәм сәйәси тормошонда архаик йәмғиәттең ҡалдыҡтары һаҡланған, уның буйынса ырыу-ҡәбиләләргә бүлеү, боронғо ҡәбилә хоҡуҡтарын үтәү ҡанун рәүешендә торған.[2]

Лидия дәүләтенең сәскә атыу осоро б. э. т. VII—VI быуаттараҙ була, ул саҡта власть Мермнадтар династияһы ҡулы аҫтында була (династияға нигеҙ һалыусы - Гигес (б. э. т. VII быуаттың беренсе яртыһы).

  • Olfers, «Ueber die lydischen Königsgräber bei Sardes» («Abhandlung der Berl. Akad. der Wissenschaften» 1858);
  • Schubert, «Geschichte der Könige von Lydien» (Бреславль, 1884);
  • Hölzer, «Das Zeitalter des Gyges» («Rhein. Museum», XXXV);
  • Barclay V. Head, «The coinage of Lydia and Persia» (Лондон, 1877);
  • Radet, «La Lydie et le monde grec au temps des Merninade?» (П., 1893);
  • Масперо, «Древняя история народов Востока» (М., 1895).
  1. Т. А. Моисеева. Рецензия на: G. M. A. HANFMANN. Sardis from Prehistoric to Roman Times. Results of the Archaeological Exploration of Sardis 1958—1975. G. M. A. Hanfmann. assisted by W. E. Mierse. With contributions by C. Foss, J. Spier, A. Ramage, S. M. Goldstein, R. V. Russin, L. Robert, F. К Yegül, J. S. Crawford, A.R.Seager, A.T.Kraabel, H. Buchwald. Cambridge, 1983
  2. История Древнего Востока. Под ред. Кузищина В. И. 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Высшая школа, 2003. — 462 с.