Орск ҡәлғәһе — Рәсәй империяһы 1735 йылдың авгусында Үр (Орь) йылғаһының Урал йылғаһына һыу ҡойған урынында нигеҙ һалған нығытмаһы.

Орск ҡәлғәһе
Нигеҙләү датаһы 15 (26) август 1735
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Орск
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Орск ҡәлғәһе Викимилектә

Әлеге ваҡытта Орск ҡалаһы.

 
Гербы менән Орск ҡәлғәһе. Джон Кэстль һүрәте, 1736 йыл
 
Ҡәлғә диуарының ҡалдыҡтары

Ҡәлғә баштан уҡ Ырымбур губернаһының буласаҡ үҙәге итеп төҙөлә, 1935 йылдың 15 (26) авгусында Ырымбур экспедицияһы тарафынан Өфө провинцияһының Үҫәргән, Бөрйән, Ҡыпсаҡ улустары һәм ҡаҙаҡ далалары сиктәрендә Үр йылғаһы Яйыҡ йылғаһына һыуҙарын ҡойған урында, йылғаның һул ярында ҡәлғәғә нигеҙ һалына. Экспедиция начальнигы И. К. Кириллов отчеты буйынса, август аҙағында ҡәлғәнән километр ярым алыҫлыҫта Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына, «әммә эштәр туҡтатылған». Ҡәлғәне төҙөү — 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарының төп сәбәптәренең береһе булып тора. Әммә 1739 йылда уҡ Ырымбур Ҡыҙыл тауы ыҙанына күсерелә, ә 1743 йылда әлеге урынына күсерелә — беренсе урындан 200 километрҙан ашыу алыҫлыҡта, Яйыҡ йылғаһының уң яҡ ярында, Һаҡмар йылғаһы тамағына яҡын ерҙә урынлаштырыа. Ҡәлғә һаҡланып ҡала, бер тирә «беренсе Ырымбур» исеме аҫтында билдәле була[1], ә 1741 йылдың авгусынан Орск исемен йөрөтә башлай («элекке Ырымбурҙы Орск ҡәлғәһе тип исемләү» указы 1739 йылдың 20 авгусында сыға[2]) һәм ваҡыт үтеү менән Ырымбур линияһының Орск дистанцияһында төп ҡәлғә булып һанала, уның ҡарамағына башҡа биш ҡәлғә һәм туғыҙ редәт инә.

1738 йылда Орск ҡәлғәһенән ярты километр алыҫлыҡта Ырымбур экспедицияһының яңы начальнигы В. Н. Татищев — Ырымбурҙы икенсе урынға күсереүҙе лә ул тәҡдим иткән — алмашыу (меновой) дворы төҙөлә (хәҙер уның урынында Иҫке ҡаланың баҙары); Ҡаҙағстан һәм Азия менән һатыу итеүҙән таможня йыйымы 1745 йылда 6 893 һум тәшкил итә. 1746 йылда Ырымбур меновой дворы үҫешеүе менән үҙенең сауҙа әһәмиәтен юғалта башлай, әммә Хиуа һәм Бохараға, шулай Урал аръяғынан Ырымбурға сауҙа юлдары уның аша үтеүен дауам итә.

Пугачев ихтилалы ваҡытында әлеге ҡәлғә Орск дистанцияһында берҙән-бер һаҡланып ҡалған ҡәлғә була, хатта уны һөжүмләп тә ҡарамайҙар, сөнки ҡәлғәлә 1773 йылдың аҙағында секунд-майор С. С. Преволоцкийҙың гарнизон батальонынан һәм казак командаһынан тыш тағы ла ике еңел ялан командаһы (1000 һалдат) бында тора, шулай уҡ бында башҡа ҡәлғәләрҙең гарнизондары күсерелә. Тупланған көстәр Ырымбурҙы ҡамауҙан ҡотҡарырға тейеш була, әммә генерал-майор С. К. Станиславский төрлө һылтауҙар арҡаһында үҙ бурысын үтәүҙән баш тарта. Биш ай буйы ғәскәрҙәр ҡәлғәлә ҡала; 1774 йылдың февраль аҙағында урындағы татарҙарҙың (шул иҫәптән атаман Касимов етәкселегендәге татар казактары ҡулға алыналар) заговоры фаш ителә. Май башында, ниһайәт, Станиславский Пугачевты эҙәрлекләү өсөн ғәскәрҙәрен ҡәлғәнән алып сыға, әммә бер аҙ ваҡыттан кире ҡайта.

1737 йыл башында ҡәлғәлә 500 кеше йәшәй, 1741 йылда 136 кеше теркәлеүе теркәлгән, ә 1856 йылда — яҡынса 1500 кеше[3].

Нығытмалар 1830-сы йылдарға тиклем ғәмәлдә булалар, һуңынан, сиктәрүҙгәргәндән һуң уның оборона роле юҡҡа сыға. 1861 йылда ҡәлғә бөтөрөлә һәм Ырымбур казак ғәскәренең станицаһына әүерелә. 1865 йылдан — Орск ҡалаһы.

Архитектураһы

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
Орск ҡәлғәһе
(Ҡәлғәнең һәм ҡаланың тәүбаштағы планы)
  http://kraeved.opck.org/kartografia/atlas/geograficheskii_atlas/89_2_b.jpg

Тәүге ҡәлғә ҙур булмай (145х120 саҡрым, 300х 250 метр самаһы), ике метр тәрәнлектәге соҡор һәм мөйөш бастионлы үрҙәр менән уратып алынған дүрткел формала. Үр үҙ эсенә ике ҡапҡа (көнбайышта һәм төньяҡта) алған, уның һыртынан , һырты буйлап ситән ҡойма үтә, бастиондарҙа пушкалар урынлашҡан. Үҙәгендә (хәҙерге көндә индустриаль колледжы урынлашҡан) Андрей Первозванный сиркәүе төҙөлгән булған.

Преображенка тауында тыш яғынан текмә менән уратылған ағас нығытылған ҡоролма (цитадель) эшләнгән, 1742 йылдауны Ырымбур крайы башлығы И. И. Неплюев осоронда киңәйтелә һәм өс метр бейеклектәге үр менән уратыла, уның дүрт бастионы һәм ике ярымбастионы була; яңы нығытмаға Преображенск замогы тип исем ҡушалар.

1749 йылғы яҙғы ташҡын ҡәлғәнең бөтә ҡаралтыларына, бигерәк тә сиркәүгә, ҙур зыян килтерелә. Бынан һуң биналар тауға яҡын ергә күсерелә, цитадель урынына яңы «яртылаш таштан» Преображенск сиркәүе төҙөлә.

XIX быуат башында ҡәлғә насар нығытылған була: көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ һәм көньяҡ-ҡөнбайыш яҡтарҙан — ҙур балмаған бруствер; көнсығыштан — кәртә, ҡоралланыуҙа 11 орудие була.

Ваҡиғалар

үҙгәртергә

Орск ҡәлғәһендә булып киткән билдәле шәхестәр: астроном Христофор Эйлер, математик Леонард Эйлер, академик П. С. Паллас; немец ғалимы Александр Гумбольдт, Александр Николаевич (буласаҡ батша Александр II, 1837 йыл), шағир В. А. Жуковский.

Тарас Шевченко

үҙгәртергә

1830 йылдарҙа Орск ҡәлғәһе сик буйы нығытмаһы булыуҙан туҡтай һәм башлыса һөргөнгә ебәреү урынына әүерелә. Ҡәлғәлә һөргөндә декабристар һәм Польша ихтилалдарында ҡатнашыусылар булалар.

Т. Г. Шевченко Ырымбур крайында ун йыл була, шул иҫәптән дөйөм алғанда йыл ярым Орскиҙа — 1847 йылдың июненән 1848 йылдың майына тиклем һәм 1850 йылдың 12 майынан 5 сентябренә тиклем бишенсе линейный батальонының өсөнсө ротаһы рядовойы дәрәжәһендә.

1959 йылда Орскиҙа Тарас Шевченко һәйкәле ҡуйыла. Орск педагогия институты, бер китапхана һәм урам Шевченко исемен йөрөтә.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Александр Пушкин үҙенең «Пугачев тарихында» Орск ҡәлғәһен телгә алған. Шулай уҡ ҡәлғә П. И. Рычковтың «Йылъяҙмаларында» һәм И. И. Осипов, И. С. Полянскийҙарҙың мемуарҙарында тасуирланған[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә