Ольманы һаҙлыҡтары
Ольманы һаҙлыҡтары (бел. Альманскія балоты) — Европала, беҙҙең көндәргә тиклем тәбиғи хәлдә һаҡланған, иң эре юғарғы, күсемле һәм уйпат һаҙлыҡтар комплексы. Һаҙлыҡтар территорияһының Белоруссия өлөшөндә заказник ойошторола.
Ольманы һаҙлыҡтары | |
бел. Альманскія балоты | |
Дәүләт |
Беларусь Украина |
---|---|
Майҙан | 93 699 гектар |
Ольманы һаҙлыҡтары Викимилектә |
Уның территорияһында хәрби авиация полигоны урынлашҡан була. Массивтың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Украина территорияһында урынлашҡан, шул сәбәпле заказниктың көньяҡ сиге дәүләт сиге буйлап үтә. Юлдар, хәрби постар территорияһы майҙаны заказник майҙанының 1%-тан артыҡ булмаған өлөшөн алып тора. Территорияның яҡынса 40%-ын асыҡ һаҙлыҡтар биләй, башлыса күсешле, мүк һәм һирәк ҡайынлыҡ баҫҡан. Һаҙлыҡ араһында ҡарағай һәм япраҡлы урман үҫкән ҡомло дюналар һибелгән (утрауҙар һәм оҙайлы теҙмәләр рәүешендә). Заказниктың 50 процент майҙаны һаҙлыҡлы урман менән ҡапланған. Һаҙлыҡлы урмандан тыш ҡоро ҡарағай урмандары һәм һыубаҫар имәнлек осрай.
Ольманы һаҙлыҡтары Припять йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы Ствига һәм Ствигаға ҡойған, һәм заказниктың төньяҡ-көнбайыш сиген барлыҡҡа килтергән Льва[1] йылғалары араһында урынлашҡан. Льва йылғаһынан башҡа Ствигаға XX быуат башында уҡ төҙөлгән бер нисә боронғо мелиорация каналдары ҡоя. Әлеге ваҡытта улар ярым емерек хәлдә, әммә һаҙлыҡтарҙан улар буйлап һыу ағыуы (бигерәк тә яҙ интенсив) әле лә дауам итә. Льва йылғаһының һыубаҫар туғайҙары заказник сиктәрендә бик һаҙлыҡланған. Комплекстың төньяҡ өлөшөндә ике күл урынлашҡан — дөйөм майҙаны яҡынса 100 гектар булған Ҙур һәм Бәләкәй Засоминнае. Заказниктың ҡалған 23 күле бөтөнләй ваҡ — 0,5-5 гектар. Ольманы һаҙлыҡтары, башҡа ошондай һаҙлыҡ комплекстарынан ҙурлығы, тәбиғи хәлдә һаҡланыуы һәм тотороҡлоло гидрологик шарттары менән айырыла.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәҺаҙлыҡтың фаунаһы вәкиле булып 151 төр ҡош тора, уларҙың 25-е Беларусь Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Ольманы һаҙлыҡтары һаҡаллы һоро өкөнөң (Һөмәй) Беларусь популяцияһының байтаҡ өлөшө (10-20 %) йәшәйешен тәьмин итә, бында шулай уҡ һуйыр (обыкновенный глухарь) (Tetrao urogallus) оялай, уларҙың һаны Полесьела бик бәләкәй.
Заказник биләмәһендә 26 төр һөтимәрҙәр йәшәй, шуларҙың 3-һе Беларуссияның Ҡыҙыл китабына индерелгән. Күптән түгел бында Европа шәшкеһе лә (европейская норка)(Mustela lutreola) булған — Европала глобаль юғалыу хәүефе аҫтында торған төр. Ствига һәм Льва йылғаларының һыубаҫар туғайҙары ҡаманың (Lutra lutra) иң ҙур популяцияларының береһе йәшәйешенә ярҙам итә.
Заказник биләмәһендә үҫемлектәрҙең 687 төрө асыҡланған, шуларҙың 12-һе Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Домбровский В. Ольманские болота нуждаются в более высоком охранном статусе — заповедника . wildlife.by. Дата обращения: 31 июль 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Отданный плацдарм . Общество. Вечерний Брест. Архивировано 12 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 12 ғинуар архивланған.