Ольга Таусски-Тодд

Ольга Таусски-Тодд (англ. Olga Taussky-Todd), (30 август 1906 йыл — 7 октябрь 1995 йыл) — Австрия, Чехия, Англия һәм АҠШ математигы, философия докторы, Калифорния технология институты профессоры[1][2].

Ольга Таусски-Тодд
ингл. Olga Taussky-Todd
1932 йылда
1932 йылда
Тыуған көнө

30 август 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны

Оломоуц, Чехия

Вафат көнө

7 октябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (89 йәш)

Вафат урыны

Пасадина, Калифорния, АҠШ

Ғилми даирәһе
Эшләгән урыны

Калифорния технология институты

Альма-матер

Вена университеты

Ғилми дәрәжәһе

философия докторы

Ғилми етәксеһе

Джон Тодд

Ольга Таусски 1906 йылдың 30 авгусында Моравияның (Чехия) Оломоуц ҡалаһында еврей ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы, Юлиус Давид Тайский (Julius David Taussky) сәнәғәт химигы булып эшләй, ә әсәһе Ида Поллах (Ida Pollach) хужабикә була. Венала һәм Цюрихта уҡый. Вена университетында Филипп Фуртвенглер (Philipp Furtwängler) етәкселегендә һандарҙың алгебраик теорияһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3]. Был ваҡытта ул Вена түңәрәге ултырыштарында ҡатнаша.

Джан-Карло Рота һөйләүенсә, бер төркөм немец математиктары йәш математик ҡатынды Давид Гильбертың (David Hilbert) хеҙмәттәрен тикшереү һәм математик хаталарын табыу, уларҙы бергә туплап, авторҙың тыуған көнөнә бүләк итеү өсөн ҡатынды яллайҙар.[4]

1935 йылда Англияға күсеп килә һәм Кембридж университетының Гиртон-колледжында, шулай уҡ Брин-Мор-колледжында эшләй. 1938 йылда Британия математигы Джон Тоддҡа (John Todd) кейәүгә сыға һәм бергәләп Лондон университетында эшләйҙәр. Икенсе бөтә Донъя һуғышы ваҡытында Бөйөк Британия милли физик лабораторияһында самолеттарҙың вибрацияһын тикшереү өсөн математик матрицалар ҡуллана. Матрицалар теорияһына юл һалыусы булып таныла.

1945 йылда ире менән АҠШ-ҡа күсеп китә һәм Стандарттарҙың милли бюроһында эшләй. 1957 йылда Калифорния технология институты Пасадена (Калифорния) ҡалаһындағы факультетта уҡыта.

1995 йылдың 7 октябрендә Калифорния штатының Пасадена ҡалаһында вафат була.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • How I became a torchbearer for matrix theory, American Mathematical Monthly. v. 95, 1988
  • Sums of squares, American Mathematical Monthly. v. 77, 1970
  • A recurring theorem on determinants, American Mathematical Monthly. v. 56, 1949

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Olga Taussky-Todd», Biographies of Women Mathematicians, Agnes Scott College
  2. Джон Дж. О’Коннор һәм Эдмунд Ф. Робертсон. Ольга Таусски-Тодд (инг.) — MacTutor архивта биография.
  3. Olga Taussky-Todd at the Mathematics Genealogy Project
  4. Rota, Gian-Carlo (2008), «Indiscrete Thoughts», Modern Birkhäuser Classics, Springer, с. 201, ISBN 9780817647803, <https://books.google.com/books?id=nFvY20pHghAC&pg=PA201> .

Тышҡы һылтанмалар

үҙгәртергә