Оло Өйҙөрәк
Оло Өйҙөрәк (рус. Большой Удряк) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Дим йылғаһының һул ярына тамағынан 126 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 53 км.
Оло Өйҙөрәк | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 53 км |
Бассейн | 902 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Быҙаулыҡ янында |
Тамағы | Дим |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 126 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 54°32′18″ с. ш. 54°53′23″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Дим → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
РДҺР | 10010201312111100024885 |
Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылынан төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта башлана. Благовар һәм Дәүләкән райондары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Урта Өйҙөрәк йылғаһы тамағынан — Дәүләкән районы буйлап көнсығышҡа табан аға.
Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 куб/с. Бассейн рельефы убалы. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Бассейнының 8 процентын урман ҡаплаған, 50 проценттан ашыуы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: Ҡурай йылғаһы, Урта Өйҙөрәк йылғаһы, Кесе Өйҙөрәк йылғаһы (бөтәһе лә уң ҡушылдыҡтары).
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Дим йылғаһы башынан Бочкарёвка ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201312111100024885
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102488
- Бассейн коды — 10.01.02.013
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Оло Өйҙөрәк .
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ